-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Декабрь 2019, 11:59

Тиңлек - тигеҙлек булһын

Мораҙ ауылында ғүмер итеүсе Миңнира апай менән Хәбинур ағай Шәриповтар тураһында һүҙем. Улар биш бала – өс ул һәм ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, уҡытып, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Оло ҡыҙҙары Эльвира ғаиләһе менән Юрмаш ауылында төпләнде. Улдары Айрат, Илдар, Илгиз барыһы ла ғаиләләре менән ҡалала, ә Айгөлдәре Красноусолда йәшәй.

Миңнира апай үҙе олоғайғансы ҡәйнәһе Садиҡа әбей (хәҙер мәрхүмә инде) менән әсәле-ҡыҙлы кеүек матур ғүмер иттеләр. Ире менән бергә Ҡарағайға йөрөп эшләнеләр. Көнө буйы эштә ваҡыттарында бар донъя мәшәҡәттәре ҡәйнәһе иңенә төштө. Ишле балаларҙы тәрбиәләп, мәктәпкә оҙатып, ҡайтыуҙарын көтөп ултырыр ине.
Хәҙер балаларының барыһы ла үҫеп буй еткереп, атай йортон ҡалдырып, үҙҙәре яратып һайлаған һөнәрҙәре буйынса эшләп, үҙ аллы донъя көтәләр. Хәбинур ағай менән Миңнира апай хаҡлы ялдалар. Садиҡа әбейҙе һуңғы көнөнәсә бик матур итеп ҡарап, тәрбиәләп, һуңғы юлға оҙаттылар. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, һаман да ҡош-ҡорт, малды бик күп тоталар. Балалары ла ярҙамдарынан ташламайҙар, әленән-әле ҡайтып-китеп торалар. Яҡында йәшәгән ҡыҙҙары Эльвира менән кейәүҙәре Ғайса үҙҙәренең техникаһы менән бесәнен сабып, килтереп тә бирәләр. Ейәндәре Илназ да олатай-өләсәһенә ярҙам итеп тора. Хәбинур ағай һигеҙенсе тиҫтәһен ваҡлай, Миңнира апай ҙа унан ҡалышмай.
Шәриповтар күптәргә өлгө булырлыҡ татыу ғаилә.
Тәғзимә САЛАУАТОВА.
Ҡарағай ауылы.
Читайте нас в