-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Декабрь 2019, 19:40

Волейбол ярышы үтте

30 ноябрҙә Сәйетбаба урта мәктәбенең спорт залында күсмә кубокка Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған волейбол ярышы үтте. Бында районыбыҙҙың бер нисә ауылынан 5 команда ҡатнашты.

Һөҙөмтәлә, 1-се урын - Красноусол, 2-се - Юлыҡ, 3-сө - Сәйетбаба, 4-се Бурлы ауылы командаларына бирелде. Шуны ла әйтке килә, Красноусол, Бурлы ауылдарында оҫта уйнаусы йәш волейболсылар үҫеп килеүе һөйөнөслө. Уйында Юлыҡ ауылынан Айгиз Кәримов “Иң яҡшы һөжүм итеүсе”, Сәйетбабанан Илдар Урманшин “Иң яҡшы һаҡсы” булып танылды.
- Уйын бик көсөргәнешле, сәмле барҙы. Районыбыҙҙа һәр ауылда волейбол командалары булдырылып, нығынып, үҙ-ара уйындар үткәрелеп торһа бик һәйбәт булыр ине. Ярышты ойоштороусыларға, ярҙам итеүселәргә, Красноусолдан ике команданы алып барыу өсөн аҡсалата ярҙам иткән Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Венер улы Ҡунафинға рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткерәбеҙ, - тине Красноусол командаһы етәксеһе Рафаэль Юлмөхәмәтов.
Рәйес ЮЛБАРИСОВ.
Сәйетбаба ауылы.
Читайте нас в