-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Декабрь 2019, 11:55

Батыр даны мәңгелек

Йыл һайын 9 декабрҙә Рәсәйҙә Ватан ҡаһармандары көнө билдәләнә. Ошо иҫтәлекле көндө, йәғни кисә Красноусолда Геройҙар аллеяһы янында тантаналы митинг үтте.

Сарала район хакимиәте янындағы Йәмәғәт советы рәйесе урынбаҫары Руфина Сухорукова, Ауырғазы һәм Ғафури райондары буйынса хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев, Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов исемендәге хәрби бәрелештәр ветерандары советы рәйесе Илфат Закиров, йәмәғәтселек, хеҙмәт коллективтары, мәктәптәр уҡыусылары ҡатнашты.
-Бөгөн һәр ҡайһыбыҙ Ватан ҡаһармандары көнөн айырыуса ҙур тулҡынланыу менән ҡаршы ала, - тине митингыны асып, унда ҡатнашыусыларҙың барыһына ла төбәп Руфина Николаевна. –Тап ошо көндө, тыныс тормошта ҡаһармандарға ҡәҙер-хөрмәт күрһәтергә тейешбеҙ. Был Ватан ҡаһармандары көнө Бөйөк Ватан һуғышы менән бәйле. 20 миллиондан ашыу совет кешеһе һуғышта ҡатнашһа, шуның 6 меңдән ашыуы беҙҙең райондан фронтҡа алынған яҡташтарыбыҙ. 5-һе иң юғары - Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Уларҙың илебеҙгә Еңеү килтереүҙә өлөшө уғата ҙур булды. Беҙ һәләте, ҡаһарманлығы, сыҙамлылығы менән Еңеү килтереүсе совет һалдаттарына мәңге бурыслыбыҙ. Уларҙың күптәренең исеме мәңгеләштерелде, урамдар уларҙың исемен йөрөтә, барлыҡ мәктәптәрҙә лә уларға арналған музейҙар эшләй, беҙ бөгөн өсмөйөшлө һалдат хаттарын әҙерләнек (уҡыусыларҙың ҡулдарында өсмөйөшлө хаттар), улар ошолай итеп яҡындарына хат-хәбәрҙәр ебәргәндәр. Ошондай иҫтәлек һәм хәтер сараһына килеүегеҙ өсөн барығыҙға ла рәхмәт, - тип тамамланы һүҙен Р.Сухорукова.
-Бөгөн беҙ Ғафури районының иң-иң яҡшы ҡаһарман улдарын ололоҡлап хәтерләү сараһына йыйылдыҡ, - тине Ф.Ғимаҙиев. – Ғафури районының был иҫтәлекле датаға ҡатнашлығы ҙур, сөнки илебеҙгә 5 Советтар Союзы Геройы һәм Рәсәй Геройы биргән. Беҙ уларға оҡшарға, уларҙан өлгө алырға тырышабыҙ, улар миҫалында үҫеп килгән йәш быуынды тәрбиәләйбеҙ. Ватан ҡаһармандарын хәтерләйек, онотмайыҡ, мәңгелек дан уларға!
Митингыла шулай уҡ хәрби бәрелештәр ветерандары советы рәйесе Илфат Закиров сығыш яһаны һәм изге теләктәрен еткерҙе. Тантаналы митинг Геройҙар аллеяһындағы Советтар Союзы һәм Рәсәй Геройы бюстарына сәскәләр һалыу менән тамамланды.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в