-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Декабрь 2019, 22:10

Республика үҙәгендә - географик билдә

Уҙған шәмбелә районыбыҙҙың Бурлы ауыл биләмәһенә ҡараған Ерек ауылы янында тантаналы шарттарҙа Башҡортостан Республикаһының географик үҙәген билдәләүсе стела асылды. Сара ҡунаҡтарын - Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма директоры Р.Т.Ғәлиева етәкселегендәге “Башҡорт донъяһы буйлап” (“Башкирская кругосветка”) туристик маршруты вәкилдәрен сәк-сәк, ҡымыҙҙан ауыҙ иттереп, йыр-моң менән ҡаршы алдылар.

Бер нисә йыл элек был урында таҡтаташ рәүешендәге таш урынлаштырылғайны. Иҫтәлекле сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһе башҡарма директоры Римма Ғәлиева, Рус география йәмғиәтенең Ғафури районы буйынса бүлексәһе етәксеһе Айрат Миңлебаев, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, ауыл кешеләре, йәмәғәтселек ҡатнашты.
Тантаналы сараны асып, район хакимиәте башлығы урынбаҫары Г.Байдәүләтова: был уникаль стеланы асыу үҙенсәлекле, иҫтәлекле сара, сөнки Башҡортостан Республикаһы картаһының ҡап уртаһындағы Ғафури районында урынлаштырылған был сираттағы сик бағанаһы, тине. Һәм уҙған йылдарҙа республиканың бындай географик нөктәләре Учалы, Ейәнсура, Яңауыл, Баҡалы ра-йондарында билдәләнеп, стелалар ҡуйылыуы, барыһы ла, шул иҫәптән беҙҙәге сик нөктәһенең туристик маршруттарға индерелеүе хаҡында бәйән итте, районда туризм үҫешенә этәргес буласаҡ, туристарҙы йәлеп итергә, республика кешеләрен районыбыҙҙағы матур, иҫтәлекле урындары менән танышырға ярҙам итәсәк, тине.
Рус география йәмғиәтенең Башҡортостан төбәк бүлексәһенең башҡарма директоры Р.Ғәлиева сарала ҡатнашыусыларға бүлексә рәйесе Салауат Тәлғәт улы Сәғитовтың сәләмен еткерҙе һәм “Башҡорт донъяһы буйлап” проекты менән таныштырҙы:
- Рус география йәмғиәте Башҡортостан төбәк бүлексәһенең “Башҡорт донъяһы буйлап” проекты сиктәрендә Башҡортостандың сиктәрен һәм үҙәген билдәләүсе нөктәләр буйынса урынлаштырылған стелалар дүртәү булһа, уларға йәнә икәү өҫтәлде - Кушнаренко районында һәм бөгөн Ғафуриҙа асыла, - тине Римма Талха ҡыҙы. – Быға тиклем, йәғни 2005 йылда БДУ ғалимдары, география факультетының кафедра мөдире, профессор А.М.Гәрәев тарафынан Ғафури районының тап ошо урыны республиканың үҙәге тип билдәләнеп, урындағы халыҡ таҡтаташ урынлаштырғайны. Сик нөктәләренең барыһы ла Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһе ойошторған берҙәм туристик маршрутҡа индерелде. Проекттың төп маҡсаты булып райондарҙа туристик инфраструктура объект-тарын үҫтереү, республикала эске туризмдың әһәмиәтен арттырыу, Башҡортостанда авто-мото-велотуризмды үҫтереү, башҡа төбәктәрҙән туристарҙы ылыҡтырыу тора. Авто-велосәйәхәтселәр туристик маршрутҡа ингән был нөктәләрҙә булып, фотоотчеттарын һалып, йыл йомғаҡтары буйынса проекттың махсус значоктары һәм төбәк бүлексәһенең исемле сертификаттары менән бүләкләнәсәк. Был нөктә республикабыҙ, күрше төбәктәр һәм Рәсәй туристарын үҙенә ылыҡтырып торһон, тартыу көсөнә эйә булһын, уңайлыҡтар булдырылһын, беседкалар урынлаштырылһын, районығыҙға күберәк кеше килһен, уны өйрәнһендәр, музейҙарығыҙҙы күрһендәр, урындағы продукциялар, сувенирҙар һәм төбәгегеҙгә хас башҡа әйберҙәр һатып алһындар. Проект эше лә, эске туризмды артабан үҫтереү йәһәтенән хеҙмәттәшлек тә дауам итер,- тине Р.Ғәлиева.
Район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Ф.Зәйнетдинов күмәк көс менән Башҡортостандың географик үҙәге биләмәһен төҙөкләндереүгә, туристарҙы йәлеп итеүгә тырышлыҡ һаласаҡтарын белдерҙе.
Аҡ-зәңгәр төҫтәге сик бағанаһы рәүешендәге географик билдәгә (стела) Рус география йәмғиәтенең эмблемаһы ҡуйылған таҡтаташ республиканың үҙәге тап ошонда икәнен аңлата. Бында координаталар ҙа бар, тимәк, стелаға яҡын килгән юлсы бер ниндәй навигаторһыҙ үҙенең торған урынының координатаһын белә ала: төньяҡ киңлектә 54 градус 10 минут һәм көньяҡ оҙонлоҡта 56 градус 33 минут.
Стеланы асыу тантанаһы күмәкләп фотоға төшөү менән тамамланды.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в