-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
13 Декабрь 2019, 19:20

Уйнап, бейеп, йырлап торған “Асанай”ға ни етә

“Асанай” - үҙебеҙҙең төбәктә сыҡҡан йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙең иң аҫыл өлгөләрен, халыҡ йырҙарын, дәртле таҡмаҡтарҙы тамашасы иғтибарына сығарыусы, эпос-ҡобайырҙарға мөрәжәғәт итеүсе районыбыҙҙағы “халыҡ” исемен йөрөткән беренсе һәм әлегә берҙән-бер фольклор ансамбле. Сәйетбаба ауылында элек-электән фольклор жанры сәнғәте юғары кимәлдә булып, ауылдың һәүәҫкәр ҡурайсылары, ҡумыҙсыларынан төҙөлгән фольклор ансамбле 80-90-сы йылдарҙа уҡ әүҙем эшләп, иҫәпһеҙ-һанһыҙ смотр-конкурстарҙа лауреат булып танылғандар. Ошо башланғысты хәҙер “Асанай” халыҡ фольклор ансамбле дауам итеп, башҡарыу оҫталыҡтары, дәрт-дармандары менән күптәрҙең йөрәген арбаны. Ансамблгә нигеҙ 2004 йылда Сәйетбаба ауылында яңы, заманса мәҙәниәт йорто төҙөлгәс һалына һәм үҙ һөҙөмтәләрен биреп, 2009 йылда “Асанай”ға “халыҡ фольклор ансамбле” тигән маҡтаулы исем бирелә. Күптән түгел “Асанай”ҙар үҙҙәренең 10 йыллыҡ юбилейын Сәйетбаба мәҙәниәт йортонда данлап, ҙурлап үткәрҙеләр.

“Асанай”ҙар ун йыл эсендә тыуған Башҡортостаныбыҙҙан ситтә ятҡан Төркиәнең Анкара ҡалаһында, Мәскәүҙә “Самоварфест”та, Санкт-Петербург, Һарытау өлкәһендә, Владимир ҡалаһында һабантуйҙарҙа, Татарстан Республикаһында, Сыуашстан Республикаһының Чебоксар ҡалаһында фольклор фестивалдәрҙә сығыш яһарға өлгөргәндәр. Ноябрь айында Илеш районында уҙған “Ауаз” күп жанрлы фольк-лор фестивалендә ҡатнашып, “Алпамыша” ҡобайыры менән беренсе дәрәжә дипломға лайыҡ булғайнылар. Юбилей сараһында ла улар тамашасыларға ошо ҡобайырҙы тәҡдим итте. Шулай уҡ ансамблдең төп композиторы, музыканты һәм музыка ҡоралдары эшләүсеһе, Халыҡ сәсәне Илһам Хәннән улы Байбулдин ижад иткән, ошо төбәктең легендар атына арналған “Аласабыр” көйө, халҡыбыҙҙың мәшһүр эпостарының береһе “Аҡһаҡ ҡола”нан өҙөк, “Хан ҡыҙы”, “Ҡояш саҡырыу” фольк-лор композициялары, “Нуғай бәк” кеүек ҡабатланмаҫ, халыҡсан сығыштар был сарала көслө алҡыштарға күмелде. Өр-яңы ҡумыҙҙар сыңы аҫтында “Ырымбур юлында” көйө лә моңло яңғыраны. Ансамблдең иң оло ағзаһы, 84 йәшлек аҡһаҡал Рәсүл Вахитов скрипканың үҙенсәлекле моңо менән сығыштарҙы тағы ла байытты. Заһира Вәлиева башҡарыуындағы халыҡ йырын һәр кем тын да алмай тыңланы.
Ансамблдең төп үҙенсәлектәренең береһе – ул милли музыка ҡоралдарының байлығы. Әле ансамблдә һигеҙ төрлө башҡорт халыҡ уйын ҡоралдары: ҡурай, ҡумыҙ, думбыра, дөңгөр, даңғыр, таштояҡ, ҡыштырҙыҡ, быҙыбыт киң ҡулланыла. Быйыл ансамбль өсөн этник костюмдар тегелеүе, инструменттар алыныуы ла шатлыҡлы.
Ансамблдә ҡатнашыусы һәр кем уға йәм өҫтәй. Төркөм етәксеһе Гәүһәр Байбулдина, Рәүилә Йәнтүрина, Миңһылыу Абдуллина, Әлфиә Степанова, Мәҙинә Байбулдина, Рәсилә Ишморатова, Рәйлә Сабитова, Лариса Фәттәхова, киңәйтелгән төркөмдә Хөснә Заһиҙуллина, Фәниә Фәйзуллина, Миңнира Сәйфуллина, Разифа Ишембәтова, Эльвира Фәхретдинова, Гөлназ Рахманғолова, Земфира Мәжитова, Зилә Иҙрисова, Рәмзилә Фәттәхова кеүек гүзәл заттар биҙәк булып торһа, ир-егеттәрҙән Илһам Байбулдин, Асфат Юлбарисов, Илнар Ишемйәров, Фәнүр һәм Флүр Фәхриевтар, киңәйтелгән төркөмдә Айрат Сәйфуллин, Салауат Файрузов, Рәзим Мәүлетҡолов, Фәрит Фәхриев, Данир Мәсәлимов, Рифат Баймөхәмәтов ансамблдең төп терәктәре. Рәүилә Хатмулла ҡыҙы Лоҡманова һәм Илһам Хәннән улы Байбулдин “Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” исемен йөрөтә. Кескәй саҡтарынан уҡ халыҡ моңдарына, йолаларына сорналып үҫеп килеүсе Нәркәс Байбулдина, Регина Мәжитова, Алтынай Шәйхолова, Лилиә Мәүлембирҙина, Азалия Иҙрисова, Аҡйондоҙ Абдуллина, Әлфинә Фәйзуллина, Илмира Ғәлиәхмәтова, Наҙгөл Зәйнетдинова, Урал Мәүлембирҙин, Арыҫлан Юлбарисов, Юлдаш Байбулдин, Айгиз Байбулдин, Даян Шәйхолов, Байрас Йәнешев ансамблдең киләсәк өмөтө, ышанысы булып торалар.
Ошо йылдар эсендә коллективтың сығыштары йылдан-йыл байый, күркәмләнә бара. Ә инде ансамблде төҙөүгә һәм күтәреүгә күп көс һалған Рәзилә Фәттәхова, Хәннән Байбулдин, ансамбль төркөмөндә булған Әсмә Хәйретдинова, Заһира Вәлиева, Илшат Байбулдин, Юнир Ишбирҙин, Булат Фәйзуллин, Гөлшат Вәлиева, Гөлсинә Баймөхәмәтоваға ла күп маҡтау һүҙҙәре юлланды. Һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙыусы район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Рәмил Ҡотдосов, Илшат Хәбибуллин, Хызыр Нәзиров, Эльвира Насирова, Наил Вәлиевҡа был сарала рәхмәт әйтелде.
Халыҡ ансамблен юбилейы менән тәбрикләргә килгән район мәҙәниәт һарайының “Хазина” (етәксеһе З.Зәйнешева), Яугилде ауылының “Сулпан” (Л.Миниязова), Имәндәш (Р.Зөбәйҙуллина), Ерек ауылы (А.Иждиһатова) фольклор төркөмдәре, Еҙем-Ҡарандан “Ҡаран шишмә” халыҡ театры үҙ сығыштарын тәҡдим иттеләр.
Яҡташыбыҙ, “Башҡортостан” гәзите журналисы Венер Исхаҡов, Ҡаранйылға ауылынан Миңниә Вәлиева “Асанай”ҙарға ҡайнар сәләмдәрен еткереп, изге теләктәрен юлланы.
Район мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәфис Рәшит улы Аҡҡужин “Асанай”ҙарҙы ихлас ҡотлап, коллективҡа һәм етәксеһе Гәүһәр Байбулдинаға район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән Рәхмәт хатын, сәнғәт усағында янып эшләүсе Миңһылыу Абдуллина, Рәүилә Йәнтүрина, Рәйлә Сабитова, Илнар Ишемйәров, Илһам Байбулдинға мәҙәниәт бүлегенең Маҡтау ҡағыҙҙарын һәм коллективҡа бүләк тапшырҙы. Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллин күңел түренән сыҡҡан ихлас теләктәрен әйтеп, Рәзилә Фәттәхова, Лиана Мәжитова, Земфира Мәжитова, Ләлә Юлбарисова, Рәмзилә Фәттәхова, Зифа Аҫылбәкова, Гөлназ Рахманғолованы Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләне.
- “Асанай” тигәндә ауылыбыҙҙың боронғо йәйләүе иҫкә төшә. Улар халыҡтың мәҙәни мираҫын, тарихсанлығын юғары күтәреүен күрһәтеп тора. Бында беҙ Фәхри Фәйзуллин бабайҙың йырын да, Әхмәтша Вәлиев, Йәнмырҙа Сәлимов, Сөләймән Мәүлетҡолов, Әҡсән Ишниязов, Сәхиулла Хәкимовтың ҡурай, Әхәт Сәлимовтың гармун моңдарын, Хәннән Байбулдиндың башҡорт халыҡ инструменталь сығышын да ишетәбеҙҙер. Әхлаҡи һәм мәҙәни тәрбиә биргәндәре өсөн “Асанай”ҙарға ҙур рәхмәт, - тип бай сығышы менән шатландырҙы башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Рәзим Ибраһим улы Мәүлетҡолов һәм “Асанай” төркөмөндәге Хатмулла һәм Мәҙинә Байбулдиндарға, Рәүилә Лоҡмановаға, Рәсилә Ишморатоваға Башҡортостан мәҙәниәт министрлығы һәм Халыҡтар дуҫлығы йорто етәксеһе Илгиз Солтанморатов ҡул ҡуйған Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Был кисәлә “Асанай”ҙар 10 йыллыҡҡа байҡау яһап, үткәндәрҙе барлап, киләсәккә яңы маҡсаттар тоҫмаллап, ауылдаштарының, тамашасыларҙың тәрән ихтирам-алҡыштарына күмелделәр. Һәр кем ауыл даны – “Асанай”ҙың киләсәктә лә яулайһы үрҙәре күп, күркәм юбилейҙары бихисап булыуҙарын теләнеләр.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в