-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
16 Декабрь 2019, 16:50

Йәшел төҫкә ингән картуф нимә менән зарарлы?

Картуфтың йәшелләнгән өлөштәрендә ағыулы алкалоид – соланин бар.

Йәшел төҫкә ингән картуф ашарға яраҡһыҙ! Үҫемлектең еләген (алмаһын), һабағын, йәшел картуф малдарҙы ағыуланыуға килтереүе мөмкин. Малдарға ашатҡан осраҡта йәшел өлөштәрен киҫеп ташларға кәрәк. Һаҡлау осоронда йылылыҡ һәм яҡтылыҡ режимын һаҡларға кәрәк. Йәшел картуф төрлө сирҙәргә бирешеп бармай, шуға күрә, яҡшы орлоҡ материалы булып тора.
Роза ултыртҡайным, гөлйемеш үҫеп сыҡты...
Рауза ҡыуаҡтарының тамыр системаһы көслөрәк булһын өсөн прививка (ботаҡтарҙы ялғау) эшләргә уларға “туғандаш” гөлйемеш үҫемлектәрен файҙаланалар. Әгәр ҙә прививка урынынан түбәндә гөлйемеш ботаҡтары үҫеп сыҡһа, уларҙы бөрөләрен дә ҡалдырмай киҫеп сығалар. Рауза гөлйемештән япраҡтары, ботаҡтары менән айырыла. Гөлйемеш япрағы ете япраҡсанан тора, раузаның бик һирәк сорттарында ғына биштән арта. Раузаның энәләре оҙон һәм һирәк, ә гөлйемештеке ҡыҫҡа һәм ҡуйыраҡ.
Картуфтың иртә өлгөрөүсе сорттарын “Престиж” препараты
менән эшкәртергә мөмкинме?
Ысынлап та, “Престиж” препараты бөгөнгө көндә иң оптималь инсектицид-фунгицид орлоҡто ағыулаусы препараттарҙың береһе булып тора. Бал ҡорттары өсөн зыяны юҡ. Үҫемлеккә парша, ризоктониоз сирҙәренән, ҡоротҡостарҙан – колорадо ҡуңыҙынан, проволочниктан һаҡланырға ярҙам итә. “Престиж” препаратының ағыулы матдәләренең тарҡалыу ваҡыты – 50-60 көн, шуға күрә, картуфтың иртә өлгөрөүсе сорттарын ағыуларға ярамай!
Читайте нас в