-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2019, 12:00

Үҙ һаулығыңа иғтибарлы булыу мөһим

11декабрҙә Крас-ноусолдағы 1-се мәктәптә “Берҙәм Рәсәй” партияһының “Сәләмәтлек мәктәбе” проекты сиктәрендә “Нисек яман шеш сиренән һаҡланырға һәм сәләмәт булырға?” тигән темаға лекция үткәрелде. Уны "Иң яҡшы табип – 2018” конкурсы лауреаты, табип-онколог, хирург, паллиатив ярҙам табибы Гөлнур Хәмзә ҡыҙы Ниғманова алып барҙы. Сарала район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, үҙәк район дауаханаһының онколог-табибы Ирек Зиннур улы Фәйзуллин һәм мәғариф, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, өлкән класс уҡыусылары ҡатнашты.

Гөлнур Ниғманова сығышында яман шеште иртә асыҡлау һәм иҫкәртеү, диспансерлаштырыу мөмкинлектәре, нисек һаҡланырға кәрәклеге тураһында ентекле һөйләне, үҙ практикаһынан күп миҫалдар килтерҙе.
- Яман шеш ауырыуҙарынан иң ышаныслы һаҡланыу – профилактика. Һәр беребеҙгә участка табибына барып, тикшеренеү үтеп торорға кәрәк. Анализдар ғәҙәттәгесә – ҡан, бәүел, холестерин кимәлен тикшереү, күкрәк ситлегенә УЗИ, флюорография, гинеколог, проктолог, ҡорһаҡ ҡыуышлығы ағзаларын тикшертеү зарур. Ҡатын-ҡыҙҙарға маммограф тикшереүе үтеп, түш биҙҙәрен тикшертеп тороу мөһим, шулай уҡ цитологияға бәйле ысул менән тикшереү аналыҡ муйынтығы яман шешен иртә асыҡлауға ярҙам итә. Яҡындарығыҙҙың, үҙегеҙҙең организмығыҙҙа булған үҙгәрештәргә, атап әйткәндә, ауыҙ ҡыуышлығындағы шештәргә, тире төҫөнөң үҙгәреүенә, тәндәге миңдәргә, тел төҫөнә иғтибар итергә өйрәнергә кәрәк. Әгәр яҡын кешегеҙ ҡапыл ябыға башлаһа, хәлһеҙлеккә һәм аппетиты юғалыуға, ҡатын-ҡыҙҙар һөт биҙҙәрендә ҡаты төйөрҙәр, ир-аттар бәүелендә ҡан ҡатнашмаһы күренеүгә зарланһа, миңдәрҙең ҙурайыуын һиҙһәгеҙ иғтибарһыҙ ҡалдырмағыҙ. Тәмәке тартыу ҙа үпкә яман шешенә килтереүе ихтимал. Әгәр ҙә кеше 10 йыл тәмәке тарта икән, ул 6 йыл ғүмерен юғалта тигән һүҙ. Шулай уҡ насвай, снюс ҡулланыу бик ҡурҡыныс эҙемтәләргә килтерә. Уларҙың составында булған төрлө ҡушылмалар ауыҙ ҡыуышлығы, эсәктәр яман шешенә килтереү ихтималлығын 40 тапҡырға арттыра. Ауырыуҙарҙың 90 проценты эсәктәрҙән башлана. Иртәгеҙҙе бүлмә температураһындағы бер стакан һыу эсеп башлағыҙ. Бәүел асыҡ төҫтә булырға тейеш, улай түгел икән, тимәк, һеҙ тейешле кимәлдә һыу эсмәйһегеҙ йәки бөйөрҙәр яҡшылап эшләмәй. Хәрәкәт итегеҙ. Антибиотиктар ҡулланғандан һуң да эсәктәр микрофлораһын таҙартырға кәрәк. Организмда паразиттарҙың күпләп йыйылыуы йыуан эсәк яман шешенә килтереүе бар. Йыуан эсәк яман шеше һуңғы стадияға тиклем беленмәй. Уны иҫкәртеү өсөн ике этапта тикшереү үткәрелә: йәшерен ҡанға оло ярау анализы һәм колоноскопия. Шулай уҡ стресс кисереүҙе лә кәметегеҙ. Яҡындарҙы юғалтыу ғына ысын стресс, ә ҡалғандарына философик күҙлектән ҡарарға өйрәнергә кәрәк. Күп нәмә кешенең йәшәү рәүешенә лә бәйле. Һаулығыбыҙҙың 60 проценты үҙебеҙгә - туҡланыу, насар ғәҙәттәргә һәм спорт менән шөғөлләнеү-шөғөлләнмәүгә бәйле һәм ун процент ҡына - нәҫелдән күсә, - тине Гөлнур Хәмзә ҡыҙы. Ул айырыуса йәштәргә, үҫмерҙәргә һаулыҡтарына һаҡлыҡ менән ҡарарға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ата-әсәләргә үҫмер балалары, йәштәр хәүефһеҙ енси тормош хаҡында һөйләшеүҙәр алып барырға уңайһыҙланмаҫҡа, тигән теләктәрен дә белдерҙе.
Сара аҙағында лекция тыңлаусылар табипҡа үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарын бирҙеләр.
Үҙәк район дауаханаһының табип-онкологы Ирек Фәйзуллин үҙебеҙҙең дауахана тураһында мәғлүмәттәр бирҙе, халыҡты тикшерелеп торорға саҡырҙы.
Заман сире – яман шешкә ҡаршы ниндәй генә саралар күрелмәһен, кешеләр һаман үҙ һаулығына ҡарата битараф ҡала килә. Был лекцияның маҡсаты ла кешеләрҙе үҙ һаулығына иғтибарлы булырға, насар ғәҙәттәрҙән арынырға, сәләмәт тормош алып барырға, даими медицина тикшереүе үтергә саҡырыу ине.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в