-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Декабрь 2019, 19:00

Күҙ йәштәренә мансылған көн

11 декабрҙә Рәсәй ғәскәрҙәренең Чечен Республикаһы биләмәһенә “конституцион тәртип урынлаштырырға” инеүенә, йәғни беренсе Чечен һуғышы башланыуға 25 йыл тулды. Ошо уңайҙан 14 декабрь көндө Красноусолдағы Хәрби Дан аллеяһы алдындағы майҙанда тантаналы митинг үтте. Сарала Кавказдағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашҡан Чечен һуғышы, Афған һуғышы, локаль бәрелештәр һәм башҡа ғәскәрҙәр ветерандары, йәмәғәтселек, ойошма-предприятиелар вәкилдәре, район үҙәге мәктәптәре уҡыусылары, балалар ҡатнашты.

Митингыны асып, район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов бөгөн беҙ Чечен һуғышында һәләк булғандарҙы иҫкә алырға йыйылдыҡ, тине. Бынан тап 25 йыл элек, йәғни 1994 йылдың 11 декабрендә беренсе Чечен һуғышы башланды. Ул ике йылға һуҙылып, бик күп - 5500-ҙән ашыу кешенең ғүмерен өҙҙө. Ғафури районынан 265 яҡташыбыҙ Чечен ерендә Тыуған ил алдындағы изге бурысын лайыҡлы үтәне, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 4-һе һәләк булды. Фәнзил Фәйез улы йәш ғүмерҙәрҙе ҡыйған һуғыш ҡорбандарының ата-әсәләре алдында түбәнселек менән баш эйәбеҙ, беҙҙең бурыс – уларҙы онотмаҫҡа, ә иҫәндәренән өлгө алырға, уларға ҡарата иғтибарлы һәм ихтирамлы булырға саҡырҙы. Артабан Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссариаты хеҙмәткәре Альберт Шәрифулла улы Фәйезов, Фәрүәт Яҡупов исемендәге локаль бәрелештәр ветерандары ойошмаһы рәйесе Илфат Рәхимйән улы Закиров сығыш яһап, йыйылыусыларҙы тантаналы сара менән тәбрикләнеләр, бөгөнгө көндә үҫеп килгән йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү эшен алып барған хәрби хәрәкәттәр ветерандарының сафта булыуын, район етәкселеге, йәмәғәтселеге менән бер төптән эшләүҙәрен билдәләп, барыһына ла рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙеләр, иҫәнлек-һаулыҡ, уңыштар теләнеләр.
Сығыштарҙан һуң, һәләк булғандарҙы иҫкә алыу өсөн бер минут тынлыҡ иғлан ителде. Локаль бәрелештәр ҡорбандары иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә веноктар һәм ҡәнәфер сәскәләре һалынды.
Чечен һуғышы башланыуҙың 25 йыллығына арналған иҫтәлекле хәтер көнө Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең тамаша залында дауам итте. Сарала ҡатнашыусылар, мәктәп уҡыусылары Чечен ерендәге аяныслы һуғыш хаҡындағы документаль фильм ҡараны, “Перевал” төркөмөнөң сығыштарын тамаша ҡылды, ДОСААФ етәксеһе В.Калачигов үҙенең ижад емештәрен – шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в