-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
18 Декабрь 2019, 11:00

Мөһим ваҡиғаларҙы теркәүселәр

Йылдың-йылы 18 декабрҙә ЗАГС (Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү) органы хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең һөнәри байрамын билдәләй. Ошо уңайҙан район ЗАГС бүлеге начальнигы Зәлифә Риф ҡыҙы СӘЙФУЛЛИНАға мөрәжәғәт иттек. Һүҙ – етәксегә:

-ЗАГС хеҙмәтенең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ - кеше ғүмерендәге барса иң мөһим ваҡиғалар – тыуыу, никахлашыу, никахты өҙөү, атайлыҡты билдәләү, баланы уллыҡҡа (ҡыҙ итеп) алыу, исемде алыштырыу, үлем - һәммәһе ете төр актты теркәүҙе үҙ эсенә ала. Шулай уҡ хеҙмәткәрҙәребеҙ гражданлыҡ хәле акттарындағы яҙмаларҙың тәүге экземплярына төҙәтеүҙәр һәм үҙгәрештәр индерә, суд ҡарарҙары нигеҙендә гражданлыҡ хәле акттарындағы яҙмаларҙы тергеҙә һәм ғәмәлдән сығара, ҡабаттан таныҡлыҡтар, белешмәләр бирә, ойошма-учреждениеларҙың запросын башҡара, сит дәүләт биләмәләренән гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүе хаҡындағы документтарҙы һорап ала, тантаналы шарттарҙа никахтарҙы теркәй. 50, 60, 70, 75 йыл никахта йәшәүсе юбиляр ғаилә парҙарына Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ҡотлауын һәм бүләген, иҫтәлекле даталарҙа яңы тыуған сабыйҙарға тыуыу тураһындағы таныҡлыҡтар тапшырабыҙ.
Беҙ хәҙер яңы Федераль Дәүләт Мәғлүмәт Системаһы “Гражданлыҡ хәле акттарын теркәү буйынса Берҙәм дәүләт реестры (ЕГР)” (ФГИС “ЕГР ЗАГС”) онлайн программаһында эшләйбеҙ. Рәсәй Федерацияһы халҡы хаҡында бөтөн ил буйынса дөйөм мәғлүмәт ресурсы булдырыла.
ЗАГС бүлеге архивында ҡағыҙҙа тупланып һаҡланған гражданлыҡ хәле акттарын дәүләт теркәүе кенәгәләрен электрон форматҡа күсереү эше дауам итә. Ул бүлектең оператор хеҙмәткәрҙәре көсө менән башҡарыла. Беҙҙең бүлек буйынса архивтағы акт яҙмалары 220004 яҙыуҙы тәшкил итә. Бөгөнгө көнгә 117787 яҙыу күсерелде. Был халыҡ һәм икенсе төбәккә күсеп йәшәүселәр өсөн ЗАГС органдарында белешмәләр йәки документтар күсермәһен алыу процедураһын ябайлаштыра.
Һөнәри байрамыбыҙ йылдың һуңғы айына тура килгәнлектән, йыллыҡ эшмәкәрлегебеҙгә йомғаҡ яһарға ла мөмкин. Ун бер айлыҡ эш һөҙөмтәләренә килгәндә, районыбыҙҙа 153 никах теркәлде, айырылышыу осраҡтары 105 булды, 295 сабый донъяға килһә, үлем осраҡтары уҙған йыл (506 ине) менән сағыштырғанда әҙерәк булды (430). Атайлыҡты билдәләүҙең - 49, уллыҡҡа (ҡыҙлыҡҡа) алыуҙың - 11, 17 исем үҙгәртеү факты теркәлде.
Беҙгә бик күп кешеләр документтарын юғалтыу йәки боҙоу сәбәпле ҡабаттан таныҡлыҡ биреүҙе, документтарҙа дөрөҫлөккә тап килмәгән яҙыуҙарҙы дөрөҫләүҙе һорап мөрәжәғәт итәләр, белешмәләр (справка) һорап та киләләр. Һандар теле менән әйткәндә, барлығы 139 төҙәтмә индерелде, архивтан 267 белешмә, ҡайтанан 358 таныҡлыҡ бирелде.
Район ЗАГС бүлегендә начальниктан тыш, әйҙәүсе белгес-эксперттар Марина Георгиевна Дәүләтова менән Людмила Николаевна Әхмәтова эшләй, Эльмира Илшат ҡыҙы Басирова декрет ялында, Берҙәм дәүләт реестрына мәғлүмәттәр индереү буйынса операторҙар Диана Фаат ҡыҙы Рәхимова һәм Гөлсинә Булат ҡыҙы Зәйнуллина.
Һөнәри байрамыбыҙ уңайынан хеҙмәттәштәремде һәм барлыҡ ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәрен, ветерандарҙы ихлас күңелдән ҡотлайым. Яуаплы эштәрендә уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, рух ныҡлығы, ғаилә именлеге теләйем.
Индира ИШКИНА яҙып алды.
Читайте нас в