-15 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
24 Декабрь 2019, 11:25

Ҙур маҡсатлы егет Яҡташыбыҙ Европа чемпионы булды

Денис Ғәббәсов күптәргә Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡыған йылдарында бейеүсе, КВН-сы булараҡ таныш. Гимназияны тамамлағас, БДУ-ның иҡтисад факультетына уҡырға инеп, юғары белемгә эйә була, артабан әрме сафтарында хеҙмәтен тултырып ҡайта.

Хәҙер иһә Денис стритлифтинг (инглизсәнән тәржемә иткәндә “урамда күтәрелеү” тигәнде аңлата, турникта тартылыу һәм бурсала күтәрелеү хәрәкәттәрен үҙ эсенә алған көсөргәнешле спорт төрө) буйынса Европа чемпионы. Бейеүсе булып танылған был егет нисек спорттың бындай төрөнә ылығып киткән дә, нисек өлгәшкән бындай уңышҡа? Үҙенә һүҙ бирәйек:
- Красноусол башҡорт гимназия-интернатында уҡығанда бейеү менән бер рәттән спортҡа ла ҙур әһәмиәт бирҙем, милли көрәш секцияһында шөғөлләнеп, төрлө бәйгеләрҙә ҡатнаша инем. Гимназияны тамамлағас та спорттан айырылмай, турникта тартылыуҙы, бурсала күтәрелеүҙе көндәлек ғәҙәт-шөғөлгә әүерелдерҙем һәм күнекмәләргә йөрөнөм. Тора-бара көн дә шөғөлләнгән ике хәрәкәтте берләштергән стритлифтинг спорты буйынса Халыҡ-ара Федерация булыуын һәм ярыштар уҙғарылыуын ишетеп, унда ҡатнашып, үҙемдең көсөмдө һынап ҡарарға булдым. Башта Туймазыла, Салауат ҡалаһында уҙған “Батырҙар алышы”нда жим (күтәрелеү) буйынса еңеүҙәр яулап, спорт мастеры исеменә лайыҡ булдым. Артабан алдыма ҙур маҡсаттар ҡуйып, быйыл стритлифтинг бу-йынса республика чемпионатында, сентябрҙә Мәскәүҙә уҙған Рәсәй чемпионатында ҡатнашырға йөрьәт итеп, 2-се урынға сыҡтым һәм Европа чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғы алдым. Һәм 15 декабрҙә илебеҙҙең баш ҡалаһындағы беренсе Европа чемпионатында 1-се урын яулап, халыҡ-ара класлы спорт мастеры нормативын үтәнем. Үҙемдең ауырлыҡ үлсәмем 65 килограмм булып, бурсала билгә ике яҡлап тағылған өҫтәлмә ауырлыҡ (бергә 110 кг-дан ашыу) менән күтәрелдем. Чемпионатта 12 илдән 150-нән ашыу спортсы ҡатнашты. Әлбиттә, был яп-ябай, һәр кем шөғөлләнә алырҙай спорт төрө башҡа илдәрҙә ныҡлы үҫешкән, йәштәр менән бер рәттән өлкәндәр ҙә шөғөлләнә, беҙҙә лә популярлаштырырға кәрәк. Хәҙер инде мин Рәсәй, Европа чемпионаттарын үткәс, киләһе йәй уҙасаҡ донъя чемпионатына әҙерлек күнекмәләре алып барам. Был уңыштарға өлгәшеүемдә, әлбиттә, спортҡа һөйөү тәрбиәләгән, башланғыстарымды хуп-лап, һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙыусы эске эштәр органдарында эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан атай-әсәйем Миңлегөл Фәтҡулла ҡыҙы менән Филүс Ғәбделхәй улына ҙур рәхмәтлемен, - тине Европа чемпионы Денис.
Донъя чемпионы булып танылырға яҙһын, уңыштар һиңә, Денис!
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в