-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ғинуар 2020, 17:15

Афарин – 2019

Сергей Владимирович МИХАЙЛОВ - “Восход-СТ” ЯСЙ-енең алдынғы йәш механизаторы.

2019 йылда ул хужалыҡтағы барлыҡ эштәрҙең уртаһында ҡайнап, районыбыҙҙың иң яҡшы алты механизаторы исемлегенә инде.
Районда Ауыл хужалығы эшсәндәре көнө уңайынан район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовтың ҡарарына ярашлы, тәүгеһенән баҫыу эштәрендә иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән механизаторҙар ара-һында конкурс иғлан ителеп, еңеүсегә “Нива” автомашинаһы инселәнгәйне. Тап ошо иң-иңдәр араһында йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, яҡшы һөҙөмтәләре С.Михайловты еңеүгә килтерҙе һәм “Иң яҡшы механизатор-2019” булып танылды. Йыл аҙағында “Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге” директоры Ю.А.Родионов Сергей Владимировичҡа өр-яңы “Нива” автомашинаһы асҡысын тапшырҙы. Был уғата ҙур бүләк үҙенең хеҙмәтенә оло баһа тип ҡабул иткән механизаторға тағы ла юғарыраҡ хеҙмәт күрһәткестәренә өлгәшергә дәрт өҫтәй.
Читайте нас в