-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ғинуар 2020, 16:00

Нар, нар, нардуған, Яңы көн көләс тыуған

Нардуған – йыл аҙағында ҡышҡы ҡояш торошо (иң ҡыҫҡа көн) үткәс башҡорттарҙың һәм башҡа халыҡтарҙың борондан килгән йола байрамы. Ул декабрь аҙаҡтарында башланып, 5 февралгә тиклем дауам итә. “Нар” һүҙе ҡояш тигәнде аңлата. Борон-борон заманда атай-олатайҙарыбыҙ оҙон-оҙаҡ төндәрҙә ҡояшҡа мөрәжәғәт иткәндәр. “Нар туған, беҙгә йөҙөң менән борол инде!” тигәндәр. Көндәр оҙая башлағас, ҡояш кешеләрҙе тыңлап йөҙө менән борола икән тип уйлағандар һәм шуға ышанғандар. Һәр халыҡ был байрамды үҙенсә билдәләп үткән.

Декабрҙең һуңғы көндәрендә Сәйетбаба ауылында ла Нардуған байрамы үтте. Байрамды ойоштороусылар “Нар, нар, нарына, бәхет бирһен барына!”, - тигән теләктәрен теләп, ә ҡунаҡ саҡырғанда “Нар, Нардуған, Нардуғанға бар, туған!”, - тип һамаҡлап ҡаршыланылар. Ул ауыл хакимиәте, мәҙәниәт йорто, “Сәйетбаба” башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге, китапхана, мәктәп уҡытыусылары һәм уҡыусылары, ауыл халҡы ҡатнашлығында
ойошторолдо.
Нардуған байрамында уҙған йылдағы иң иҫтәлекле ваҡиғаларҙы иҫкә алып, алдағы йылға матур теләктәр әйтелде. Башҡорт тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Рәзим Ибраһим улы Мәүлетҡолов байрам менән тәбрикләне һәм барыһына ла һаулыҡ, яҡты, изге ниәттәр юлланы. Ауыл ағинәйҙәре: “Имен-аман байрам итеп, ҡышты ҡышларға яҙһын”, “Ҡот килһен малығыҙға, именлек барығыҙға”, “Бала-саға туҡ булһын, сырхау-зәхмәт юҡ булһын”, тигән юрауҙарының юш килеүен, изге теләктәренең тормошҡа ашыуын теләне. Ауыл мәҙәниәт йорто алдында ҡуйылған шыршы янына йыйылыусылар был сараны алып барыусылар ярҙамы менән төрлө уйындар уйнап, әйтемдәр әйтешеп, йомаҡтар ҡойоп, йырлап, бейеп күңел асты. Ҡапсыҡ һөйрәп килеп ингән Мәскәй әбейҙе балалар йырларға ла өйрәтте. Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуға шиғырҙар һөйләнеләр. “Асанай” ансамбле Нардуған йырын башҡарғандан һуң, борондан килгән йола буйынса ҡот саҡырҙылар.Ҡыҙҙары менән байрамға килгән Селлә бабайҙың да күңеле күтәрелеп, ҡәнәғәт ҡалды байрамдан.
Сәйетбаба ауылына кергән урамда күңелле туй барыуын ҡарап, күркәм мәсет тәңгәлендә кешеләрҙең йома намаҙына күпләп килеүен, ә инде ауыл үҙәгендә йола байрамын ҙурлап – тирмә, сәхнә ҡороп үткәреүҙәрен күреп, бында динебеҙгә, милли асылыбыҙға, киләсәккә бәйләнеш булыуына күңел шатланды. Ауыл хакимиәте башлығы Айрат Әхиәт улы Сәйфуллиндың: “Беҙҙә матур йәшәүсе, ишле балалар үҫтергән йәш ғаиләләр күп”, - тиеүе лә, башҡорт ауылының тамырлы, тарихыбыҙ, мәҙәниәтебеҙ иғтибар үҙәгендә булыуын, йола байрамдарының киләсәктә лә үтеп торасағын, өҫтәлдәребеҙ ошо байрамдағы кеүек милли ризыҡтарҙан һығылып тороуын әйтеп тора. Теләктәребеҙ ҡабул булып, барыбыҙ ҙа һау-сәләмәт, тормошобоҙ бәрәкәтле, кәйефтәребеҙ һәр саҡ көр булһын.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в