-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ғинуар 2020, 22:25

Рус бильярды турнирында

21 декабрҙә “Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көндәренә арнап муниципаль хеҙмәткәрҙәр, депутаттар араһында рус бильярды ярыштары үтте. Бәйге район хакимиәте башлығы ҡарарына ярашлы ойошторолдо. Турнирҙа районыбыҙҙың ауыл биләмәләре хакимиәттәре хеҙмәткәрҙәре, район Советы, территориаль һайлау комиссияһы вәкилдәре һәм депутаттарҙан 15 команда ҡатнашты.

Рус бильярды район бәйгеһендә шәхси беренселектә иң мәргәне булып танылған Имәндәш ауыл биләмәһенән Рәфис Рәшитов 1-се урынға лайыҡ булды. Яңғыҙҡайын ауыл биләмәһенән Илмир Фәйезов – 2-се, Ташлы ауыл биләмәһенән Жәлил Батыршин 3-сө урын яуланы.
Командалар араһында яңғыҙҡайындарға етеүсе булманы, беренселекте лә тап был ауыл биләмәһе яуланы. Имәндәштәргә – 2-се, ташлыларға 3-сө урын бирелде.
Еңеүселәргә район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов имзаһы менән Дипломдарҙы, командаларға күсмә кубоктарҙы тантаналы шарттарҙа район Советы секретары Рәшит Монасипов тапшырҙы.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в