-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Ғинуар 2020, 16:30

Ҡунаҡтарҙан - бүләктәр

Түҙемһеҙлек менән ҡаршы алған Яңы йыл байрамынан һәр кем мөғжизә, ә балалар Ҡыш бабайҙың килеүен һәм унан бүләктәр көтә. Ошоно күҙҙә тотоп, районыбыҙ эшҡыуарҙары Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙы алып, Табын ауылындағы балалар приютында тәрбиәләнеүсе 21 балаға бүләктәр таратып шатландырҙы.

Бында Аҡкүлдән шәхси эшҡыуар Илдар Мәхмүт улы Ғилуанов (“Ял итеү өсөн йорттар” туристик базаһы), Светлана һәм Динар Шәриповтар (“Беби-шоп” балалар магазины), Пастуховтар (“Лабиринт” балалар күңел асыу үҙәге) балаларға төрлө-төрлө уйынсыҡтар, китаптар, тәмлекәстәр алып килгәйне. Ә инде Өфө ҡалаһындағы шәхси “Жемчужина” балалар баҡсаһы етәксеһе Алина Рияз ҡыҙы Абрамова ата-әсәләр ярҙамы менән балаларға әҙерләгән әйберҙәр һәм “Ириска” байрам үҙәгенән саҡырған белгестәр байрам иҫтә ҡалырлыҡ булһын өсөн бейетеп, йырлатып, уйындар уйнатып балаларҙың күңелдәрен асты. Улар Ҡыш бабайға кемуҙарҙан шиғырҙар һөйләне, Ҡарһылыу һәр береһенә бүләктәр таратты. Байрам матур һәм күңелле булһын өсөн эшҡыуарҙар тарафынан бар яҡлап уйланылып эшләнгән сара бик йәнле үтте. Ике яҡлы аралашыу ҙа балаларҙың күңелендә онотолмаҫлыҡ булып ҡалғандыр. Балалар ҙа бүләктәр таратҡан ағай-апайҙарға рәхмәт әйтеп, эшҡыуарҙарҙы байрам шатлығынан балҡып торған нурлы күҙҙәр менән оҙатып ҡалды.
“Изгелек ерҙә ятып ҡалмай”, - тигәндәй, Илдар Мәхмүт улы балалар приюты директоры Ольга Викторовна Ғәниева исеменән барлыҡ эшҡыуарҙарға Рәхмәт хаттары тапшырҙы. Киләсәктә лә ошондай изге эшкә ваҡыт һәм аҡса йәлләмәй, күберәк иғтибар бүләйек, тип саҡырҙы ул.
Ә.РАМАЗАНОВА.
Читайте нас в