-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Ғинуар 2020, 11:00

Өр-яңы модулле ФАП үҙ ишектәрен асты

Ауыл ерендә йәшәүселәргә юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү - хөкүмәтебеҙҙең төп маҡсаттарының береһе. Шуға күрә республиканың бәләкәй, төпкөл ауылдарында ла фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылыуы матур күренешкә әйләнә бара. Районыбыҙҙа ла уҙған 2019 йылдың һуңғы көндәрендә Байымбәт һәм Уҫман ауылдарында өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункт-тары сафҡа инде.

Байымбәт ауылы халҡы Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәс, уның тарафынан был мәсьәләгә ҙур иғтибар йүнәлтелә һәм ауылда өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пунктын асыу хәл ителә. Ниһайәт, 26 декабрҙә районыбыҙҙа иң тәүгеләрҙән булып Бурлы ауыл биләмәһенең Байымбәт ауылында яңы төҙөлгән ФАП тантаналы шарттарҙа файҙаланыуға тапшырылды. Байымбәттәрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле, Стәрлетамаҡ медицина округы буйынса баш штаттан тыш белгесе, Стәрлетамаҡ ҡала Балалар дауаханаһының баш табибы Борис Мөхтәр улы Шәрипов, Үҙәк район дауаханаһының баш табибы Алик Рәмил улы Йәнешев, Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов һәм башҡалар килде.
-Ысынлап та, бөгөн һеҙҙең өсөн шатлыҡлы, әһәмиәтле ваҡиға. Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировҡа, БР һаулыҡ һаҡлау минис-тры Максим Васильевич Забелинға районыбыҙға тос ярҙамдары, ФАП-лы итеүҙәре өсөн ҙур рәхмәтлебеҙ. Шулай уҡ үҙ көсөгөҙ менән фельдшер-акушерлыҡ пунктын сафҡа индереүегеҙ (һыу, йылылыҡ, электр утын үткәреү, канализация биләмәһен ҡоймалар менән уратып алыу, урамына плиткалар түшәү һәм башҡалар) өсөн һеҙгә, Байымбәт ауылы халҡына рәхмәт һүҙҙәрен еткерге килә, - тине район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов. – Ауылда 170 кеше йәшәп, балалар һаны - 64, тимәк, балалары булған ауылдың киләсәге бар. Йәштәр ауылда күберәк ҡалһын, һеҙгә киләсәктә ишәйергә яҙһын, сирләмәгеҙ, иҫән-һау булығыҙ, - тине ул. Фельдшерҙың урындан булыуына өлгәшеү теләген дә еткерҙе Фәнзил Фәйез улы.
Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Хәйретдинов белдереүенсә, медпункт бик тиҙ арала төҙөлгән. Төҙөлөш эштәрендә ауыл халҡы ҙур ярҙам күрһәткән, бигерәк тә баштан аҙаҡҡаса эшләгән, бина буласаҡ урынды төҙөкләндереүҙә тос өлөш индергән Ишкиндар, Ғәлиндар, Фәтҡуллиндар ғаиләләренә, Урал Йәғәфәровҡа, депутат Илдар Ғәлинға, медицина хеҙмәткәрҙәренә, айырыуса эштең уртаһында ҡайнап йөрөгән Альбина Вәзир ҡыҙы Ғүмәроваға, ауыл хакимиәте һәм Бурлы мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә лә ҙур рәхмәтле.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкиле Борис Шәрипов, баш табип Алик Йәнешев, Байымбәт ауылы халҡы исеменән Дилбәр Ҡорманғолова ла республика, район, биләмә етәкселегенә рәхмәт һүҙҙәрен, ауыл халҡына изге теләктәрен еткерҙе.
Бына иң тулҡынландырғыс һәм тантаналы мәл етте. Ҡыҙыл таҫма киҫелде һәм барыһы ла бина эсенә үтте.
Ҙур һәм иркен медицина учреждениеһында (дөйөм майҙаны - 72 кв.м.) заманса шарттар булдырылған: пациентты ҡабул итеү, процедуралар эшләү, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн тәғәйенләнгән махсус кабинеттар, дарыуҙар һаҡлау, сисенеү, хужалыҡ бүлмәләре бар, хатта бәҙрәфе лә эстә. ФАП-та үҙ эшенең оҫтаһы булып танылған, 20 йыл ғүмерен был төбәк халҡы сәләмәтлеген һаҡлауға бағышлаған, “БР-ҙың һаулыҡ һаҡлау отличнигы”, Бурлы ауылы фельдшеры Альбина Ғүмәрова аҙнаһына өс тапҡыр төшкә тиклем сирлеләрҙе ҡабул итәсәк. Ул бөтәһе 170 кешене хеҙмәтләндерәсәк, шуларҙың 70-кә яҡыны – балалар, 1 йәшкә тиклемге балалар һаны – 5-әү, йәнә бер сабый тыуасаҡ.
Байымбәт ауылы халҡы өсөн күптән көтөлгән өр-яңы ФАП Яңы йылға ҙур бүләк булды.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в