-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 13:20

Хат-хәбәрҙәр көтөп ҡалабыҙ

Бына һиҙелмәй ҙә Яңы йыл байрамдары, ҡышҡы каникулдар үтеп тә китте. Уҙған йыл һуҙымында мөхәрририәткә гәзит уҡыусыларҙан 450 хат-хәбәр килде. Уларҙың унауһы төрлө сәбәптәр арҡаһында архивҡа һалынды, тағы ла бишәүһен төрлө етешһеҙлектәр буйынса ебәрелгән ялыу-үтенестәр тәшкил итте. Шулай уҡ “Өмөтлө ҡәләм”, “Мағаш тауышы”на килгән илһамлы шиғри хаттар ҙа редакция почтаһын байытты.

Һәр ваҡыттағыса, эргә-тирәләге хәлдәргә битараф булмаған ауыл хәбәрселәренә рәхмәтлебеҙ. Гәзитебеҙ менән тығыҙ хеҙмәттәшлек алып барған, уны уҡымлы итеүгә тос өлөш индергән әүҙем хәбәрселәребеҙ – Красноусолдан Вилдан Шәрипов, Зәйтүнә Зәйнешева, Игенйылғанан Зилә Сәйетбатталова, Еҙем-Ҡарандан Флүрә Хәлилова, Әлфиә Исҡужина, Үзбәктән Фәрғәт Ғәлин, Сәйетбабанан Ғиндулла Шәйәхмәтов, Фәниә Фәйзуллина, Рәйлә Сабитова, Рима Ишмырҙина, Ҡарағайҙан Тәғзимә Салауатова, Һабайҙан Рәсүл Басиров, Родинанан Фәүзиә Ҡотлогилдина, Бурлынан Вәсимә Мөхәрмәтова, Ҡауарҙынан Рим Насиров, Абдулла ауылынан Минзилә Рәхимова, Ҡурғашлынан Хәсән Ҡотовҡа, хеҙмәт коллективтарынан Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернаты, район прокуратураһы, үҙәк район дауаханаһы, ветстанция, Балалар ижады үҙәге (Әлфиә Насирова), "Ғафури мәғлүмәт-консультация үҙәге" (Лиза Хәйретдинова), ветерандар советы (Эльвира Мөлөкова) һәм башҡа ойошмаларға рәхмәт һүҙҙәребеҙ сикһеҙ. Улар киләсәктә лә төп таянысыбыҙ булыр тип ышанабыҙ.
Алда ла бергәләшеп ижад итәйек, хәбәрләшеп торайыҡ, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Быйылғы гәзит һандарында яңы дуҫтарыбыҙҙың мәҡәләләре урын алыр, төрлө тарафтарҙан килгән йәнле лә, йәмле лә хәбәрҙәр районыбыҙ тормошон яҡтыртып торор тип уйлайбыҙ. Күңелдәрегеҙҙе борсоған хәлдәрҙә лә гәзит ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫ. Гәзит битендә күрһәтергә уйлап йөрөгән яҙмаларығыҙ, эшлекле тәҡдимдәрегеҙ, аҡыллы кәңәштәрегеҙ, маҡтар кешеләрегеҙ, уңғандарығыҙ булһа, ваҡытты оҙаҡҡа һуҙмай, тиҙерәк яҙып ебәрегеҙ. Гәзит – районыбыҙ көҙгөһө булып тора бит. Һәр саҡ бергә һәм берҙәм булайыҡ.
ХАТТАР БҮЛЕГЕ.
Читайте нас в