-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
10 Ғинуар 2020, 12:05

Тыуған ер йылыһын биреүсе изге йорт

Мәктәп – тыуған ер йылыһын биреүсе, бала саҡ һәм үҫмер йылдар шатлығын һаҡлаусы, йылдар дауамында үҙенә саҡырып, ололап ҡаршы алыусы изге йорт ул. Үҙенең 80 йыллыҡ юбиле-йын ҡаршылаусы Бурлы урта мәктәбе лә күптәр өсөн шундай изге йорт булып торалыр. 1939 йылдан ғына урта мәктәп булып һаналһа ла, тарихы бик бай һәм боронғо уның.

Юбилейға матур итеп биҙәлгән белем усағы әллә ҡайҙан уҡ үҙенә тартып, ә эсе умарталай гөжләп тора ине. Кемдер коридорҙарға ҡуйылған фотоларҙан күҙен алмаһа, бәғзеләр уҡытыусыларын, клас-таштарын осратып, ҙур шатлыҡ кисерҙе.
Был сарала мәртәбәле ҡунаҡтар: район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район Советы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов, Бурлы мәктәбен 1979 йылда тамамлаған - район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һиҙиәт улы Зәйнетдинов, яҙыусы, йәмәғәт һәм дәүләт эшмәкәре, филология фәндәре кандидаты Ниязбай Булатбай улы Сәлимов, 1989 йылғы сығарылыш уҡыусыһы - район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов, мәғариф ветераны Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин, 1987 йылғы сығарылыш уҡыусыһы – Бурлы ауыл биләмәһе башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов, 1984 йылғы сығарылыш уҡыусыһы – “Урожай” крәҫтиән хужалығы етәксеһе Нәжип Мәжит улы Хисаметдинов ҡатнашты.
Мәктәпте һағынып ҡайтыусылар, ҡунаҡтар иң тәүҙә “Балалар ҡулдары мөғжизә тыуҙыра” тигән күргәҙмәне, тал үреү, Бурлы ауылы моделле китапханаһының “Күңел йылыһы” түңәрәктәрендә шөғөлләнеүселәрҙең, Ерек ауылы ағинәйҙәренең, мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың һәм тәрбиәселәрҙең, Рәзилә Солтанморатованың ҡул эштәрен ҡарап һоҡланды. Стеналарға эленгән фотокүргәҙмәләрҙән һәр кем мәктәптең үткәне һәм бөгөнгөһө менән танышты. Икенсе ҡаттағы 1980 йылда булдырылған бай фондлы тыуған яҡты өйрәнеү музейында бөтә ауыл, мәктәп, колхоз тарихын яҡтыртҡан, күренекле ауылдаштарына, хеҙмәт батырҙарына, тыуған ерен һаҡлап яу юлы үткән яугирҙарға ҡуйылған стендтар, боронғо әйберҙәр һәр кемдә ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Рәсәй Геройы Фәрүәт Яҡупов тураһындағы материалдарҙы күптәр айырыуса ғорурлыҡ хисе менән ҡараны. Уның исемендәге пионер ойошмаһы эшләп килеүе лә маҡтауға лайыҡ. Тантанаға йыйылыусылар, ҡунаҡтар Батырҙар иҫтәлегенә ҡуйылған һәйкәлгә сәскәләр һалды. Һуңынан барыһы ла мәктәп юбилейының тантаналы өлөшөнә мәҙәниәт йортона йыйылды.
Алып барыусылар-район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Рәзилә Хәбибуллина менән Фәнзил Ғәлин сараны асып, һүҙҙе район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтоваға биреп, ул үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов исеменән барыһын да ҡотлап үтте.
- Мәктәп - белем һәм тәрбиә биреүсе усаҡ. Бурлы мәктәбен 80 йыл эсендә 2700 кеше тамамлап, 21 уҡыусы уҡыуҙағы уңыштары өсөн миҙалға лайыҡ булған. Әлеге көндә Бурлы мәктәбе Ҡормантау, Яугилде, Байымбәт, Березовка, Ерек ауылдары өсөн база мәктәбе булып ҡалды. Ошо мәктәпте тамамлаған 400 кеше районыбыҙҙың төрлө тармағында намыҫлы эшләп йөрөй. Алда ла мәктәптең уңыштары, ғорурланырлыҡ уҡыусылары күп булыуын теләп ҡалабыҙ, - тине һәм мәктәпкә район хакимиәтенән 80 меңлек сертификат бүләк итте. Шулай уҡ Ләйсән Хәлилова, Фаил Зәйнетдинов, Фәнүр Нурғәлиев, Галя Вәлиева, Илшат Ғәбдиевҡа Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Район Советы секретары Рәшит Сәйетгәрәй улы Монасипов үҙ сығышында төрлө йылдарҙа эшләгән мәктәп коллективын, уҡыусыларҙы белем усағының юбилейы уңайынан тәбрикләп үтте һәм Резида Ғибаҙуллана, Нурлан Ғәлләмов, Вадим Ғүмәров, Фаира Ғөзәйероваға район Советының Маҡтау грамоталарын бирҙе.
Район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов мәктәп йылдарын иҫкә төшөрөп, шул йылдарҙағы уҡытыусыларҙы һоҡланып иҫкә алды һәм мәктәпкә үҙ бүләген, бер нисә кешегә ра-йон башҡорттары ҡоролтайының Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы.
Бурлы мәктәбе үҙендә белем алған, РФ-ның һәм БР Яҙыусылар һәм Журналистар союзы ағзалары Нияз Сәлимов һәм Кәрим Булат менән хаҡлы рәүештә ғорурлана. 1976 йылда ошо белем усағын тамамлаған Нияз Сәлимов музей өсөн витриналар, Бурлы һәм Яугилде мәктәптәренә китаптар бүләк иткән, ауыл һәм мәктәп тарихы буйынса архив документтары йыйып биргән. Был сараға ла ул мәктәп өсөн ҡәҙерле булған китаптар алып килгән.
Район мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Ғәбдрәшит улы Солтанморатов мәктәп коллективының йәш, берҙәм булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм 20 мең һумлыҡ сертификат, бер төркөм хеҙмәткәрҙәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы.
Бурлы ауыл хакимиәте башлығы Азат Кәшәфетдин улы Хәйретдинов мәктәптең ауыл хакимиәте менән берлектә эшләүенә рәхмәт белдерҙе һәм ауыл хакимиәте исеменән мәктәп, ауыл тормошонда ярҙамдарынан ташламаған әүҙемселәргә Рәхмәт хаттары бирҙе.
Бурлы мәктәбе директоры Марат Басиров сығышында ошо тантананы үткәреүҙә ярҙам итеүселәргә рәхмәт әйтте һәм яңы булдырылған мәктәп премияһын яҡшы уҡыусы, әүҙем 8-се класс уҡыусыһы Руслана Тоҡомбәтоваға тапшырҙы. Шулай уҡ уға, башҡа алдынғы уҡыусыларға Маҡтау ҡағыҙҙары һәм Стәрлетамаҡ “Йәйғор” балалар шифаханаһына путевкалар тапшырып шатландырҙы.
- Бөгөнгө көндә Бурлы мәктәбендә 209 бала уҡый. Уларға 28 юғары белемле уҡытыусы белем һәм тәрбиә бирә. Үткән уҡыу йылында мәктәпкә капиталь ремонт үткәрелде. Йыл һайын олимпиадаларҙа, конкурстарҙа ҡатнашып, уҡыусылар призлы урындар ала, – тип тамамланы сығышын Марат Раил улы.
1976 йылдан 2002 йылға тик-лем Бурлы мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытҡан, директор ҙа булып эшләгән мәғариф отличнигы Земфира Асҡар ҡыҙы Сәлимйәнованың һөйләгәндәре ҡыҙыҡлы ла, фәһемле лә булды. Ул да белем усағына үҙе һәм балалары исеменән иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.
Был көндө сығыш яһарға теләүселәрҙең иҫәбе-һаны юҡ ине. Ҡайһы бер сығарылыш уҡыусылары элекке уҡытыусыларын ҡотланы, күптәрен телгә алып үттеләр, мәктәпте лә бүләкһеҙ ҡалдырманылар. Ветеран уҡытыусылар сәхнәгә саҡырылып, уларға сәскәләр гөлләмәһе бүләк ителде.
Үҙҙәре ҡайта алмаһа ла сәхнәнән, мәктәп тарихында иң оҙаҡ йылдар директор булып эшләгән Марат Шәйәхмәт улы һәм уҡытыусы Зөлфиә Тимерғәли ҡыҙы Абдрахмановтарҙың, Марат Хәлил улы Шаймарҙановтың ҡайнар ҡотлау сәләмдәре лә яңғыраны.
Район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре Ҡадир Ишбулдин, Гөлфирә Бәширова, Фәнзил Ғәлиндың йыр, Рәми Ғимраниҙың шиғри күстәнәсе, мәктәптең ҡатын-ҡыҙҙар йыр ансамбле, шулай уҡ уларҙың өҙә баҫып бейеүҙәре, 9, 10, 11-се класс уҡыусыларының вальс әйләнеүе, бәләкәй ҡыҙҙарҙың “Йыйҙым еләк” йыры, Камилла Мөхәрмәтованың “Кадриль” бейеүе, “Әхирәттәр” йыр ансамбленең сығыштары юбилей кисәһен биҙәне.
Был көндө мәктәп рәхмәт һүҙҙәренә, хәтирәләргә, моңға тулды. Киләсәктә лә мәктәп тулы тормошта йәшәһен, балаларҙың шат тауыштарынан гөрләп торһон, ҡыңғырау тауышы тынмаһын тигән теләктәр һәр кемдең күңеленән урғылды.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в