-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
15 Ғинуар 2020, 20:45

Оҙаҡ хеҙмәт итһен!

Яңы 2020 йыл алдынан ғына районыбыҙҙың тағы бер ауылында - Уҫманда өр-яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Бөтә уңайлыҡтары булған, кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған йылы, яҡты өр-яңы бина хәҙерге замандың барлыҡ талаптарына тап килә.

Ауыл халҡының шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Сәйетбаба ауыл биләмәһе башлығы Айрат Сәйфуллин, Үҙәк район дауаханаһы баш табибы Алик Йәнешев килгәйне. Улар, ошо көндәрҙә генә Байымбәт ауылында ла модулле ФАП асылып, эшләй башлауын әйтеп, медицина бинаһы халыҡҡа оҙаҡ хеҙмәт итеүен, кешеләр һаулығын һаҡлауға ҙур өлөш индереүен теләнеләр.
Уҫманда медпункт, ысынлап та, бик иҫке, авария хәлендә ине. Шулай булһа ла фельдшер Әхәт Заһиҙуллин ауыл халҡына сифатлы медицина хеҙмәте күрһәтергә тырышып эшләне. Ул ошо вазифала 2009 йылда эш башлағайны. Ауылдаштары уның хеҙмәтенән ҡәнәғәт. “Фельдшерыбыҙҙан уңдыҡ, эшенә яуаплы ҡарай, ҡулы еңел”, - тиҙәр уның хаҡында. Ял, көн-төн тип тормай, һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер булыуы, ауырыуҙарҙы күңел йылыһы менән дауалауы хөрмәт уята. Йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Ике саҡырылыш рәттән һайлауҙа Уҫман ауылынан Сәйетбаба ауыл Советына депутат итеп һайланды. Кешеләр менән ипле һөйләшә, бер һорауҙы ла яуапһыҙ ҡалдырмай. Ауыл юлына ҡом түшәтеү, һыу юлдарын йүнәтеү, урамдарҙы яҡтыртыу бу-йынса ла, медпункт астырыуҙы юллау ҙа уның инициативаһы менән ойошторолдо тиһәң дә була. Уға эшендә уңыштар, һаулыҡ, ғаилә бәхете теләйбеҙ.
Мәрүә ҒӘҘЕЛШИНА.
Уҫман ауылы.
Читайте нас в