-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
17 Ғинуар 2020, 17:00

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу цифрлы буласаҡ

2020 йылдың 1-нән 31 октябренә тиклем Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу үтәсәк. Ошо уңайҙан район статистика бүлегендә кәңәшмә үтте. Уны Ғафури районында халыҡ иҫәбен алыу буйынса уполномоченный Гүзәл Фәтҡуллина үткәрҙе. Сарала ауыл биләмәләренең халыҡ иҫәбен алыу буйынса яуаплы вәкилдәре ҡатнашты.

Кәңәшмәлә һүҙ уға әҙерлек эштәре хаҡында барҙы. Гүзәл Марат ҡыҙы башланғыс этапта беҙҙең төп бурысыбыҙ булып халыҡ иҫәбен алыуҙы уҙғарыу буйынса ойошма-предприятиеларҙа, халыҡ араһында мәғлүмәти-аңлатыу эше алып барыу тора, кешеләр унан ҡурҡмаһындар, ә ыңғай ҡабул итһендәр, унда әүҙем ҡатнашһындар, тине. Был халыҡ иҫәбен алыуҙың сираттағыһы цифрлы иҫәп алыу буласағын, иҫәп алыусы ла йорттар буйынса йөрөйәсәген, шулай уҡ кешеләр үҙ аллы коммуникацион системалар (Дәүләт хеҙмәттәре сайты һ.б.) аша мәғлүмәт биреү мөмкинлеге буласағын һәм иҫәп алыуҙы үтеүе хаҡында талон алып, килгән иҫәп алыусыға тәҡдим итә алыуын аңлатып үтте.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в