-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар 2020, 12:30

“Күңел тупаҫлығына юл ҡуйырға ярамай...”

“Судья эше – ҡатмарлы һәм психологик йәһәттән ауыр. Был йөктө үҙ елкәһенә һалған судья, дәүләт һәм ғәҙел ҡарар, эшенең тейешенсә сифатлы башҡарылыуына өмөт итеп, үҙенән яҡлау эҙләп килгән граждандар алдында яуаплылыҡ тота”, - тип иҫәпләй Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы буйынса 1-се суд участкаһының мировой судьяһы А.ИВАНОВ.БР-ҙың атҡаҙанған юрисы, күптән түгел үҙенең күркәм юбилейын билдәләгән Александр Евгеньевич менән осрашып, был эштең нескәлектәре менән таныштыҡ.

-Мировой судьялар – универсаль белгестәр булып торалар, - тип һүҙен дауам итте ул, - һәр кемгә ҡағылырҙай эштәрҙе (дело) ҡарай улар. Бында күрше менән ыҙғыштар ҙа, айырылышҡас мөлкәтте бүлеү ҙә, штрафтар, алименттар, ҡулланыусыларҙың дәғүәләре. Мировой судта гражданлыҡ һәм өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү санкцияһын ҡараған ваҡ енәйәт эштәре лә ҡарала.
- Билдәле булыуынса, илдә һәм беҙҙең республикала ла мировой судьялар институты байтаҡтан бирле эшләп килә?
- 1998 йылдың декабрендә уларға талаптар һәм бурыстар ҡуйып, компетенцияһын һәм хоҡуҡтарын билдәләп, илдең суд системаһында мировой судья-лар эшмәкәрлеген булдырыусы Федераль закон ҡабул ителде. Мировой судьялар халыҡ һанынан сығып булдырылған үҙ суд участкалары сиктәрендә эшләйҙәр - беҙҙең республикала бер мировой судьяға 15-тән 23 меңгә тиклем урындағы халыҡ тура килә. Башҡортостан Республикаһының Ғафури районы буйынса 1-се суд участкаһы БР Юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитеты ведомствоһы ҡарамағында 2001 йылда барлыҡҡа килде.
- Александр Евгеньевич, һеҙ нисек судья булып киттегеҙ?
- Үҫмер сағымда был хаҡта уйламағайным да. Мәктәптә уҡығанда летчик булырға хыялландым, был һөнәр минең характерыма ла тап килә һәм күңелемә лә ятышлы ине. Шуға ла 8-се класты тамамлағас, Өфө авиация техникумының “Авиадвигателдәр” факультетына уҡырға индем. Ҡулға диплом алғас, Өфө моторҙар етештереү йәмғиәтендә авиадвигателдәрҙе һынап ҡараусы булып эшләп алырға ла өлгөрҙөм. “Осоусы” булып булманы, сәләмәт булыуға ҡарамаҫтан, медицина һайлап алыуынан үтә алманым.
Пограничник булып әрме хеҙмәтен үтәп ҡайтҡас, Эске эштәр министрлығы системаһына эшкә урынлашып, бер үк ваҡытта БДУ-ның юридик факультетында уҡып, юғары белемгә эйә булдым. Төрлө оператив вазифалар башҡарҙым. Ғафури эске эштәр бүлеге начальнигы булып эшләгәндә Мәскәүҙә Эске эштәр министрлығы Академияһын тамамланым.
Суд эшмәкәрлеге хаҡындағы уйҙар университетты тамамлағас килде, әммә БР Эске эштәр министрлығы етәкселеге бының менән килешмәне. 1998 йылда выслуга буйынса пенсияға сыҡҡас ҡына РФ Юстиция министрлығының яңынан барлыҡҡа килгән суд приставтары хеҙмәтенең Ғафури районы буйынса бүлегенә өлкән суд приставы вазифаһына күсергә тура килде. Ике йылдан һуң, 2001 йылда мировой судҡа күсеп, бөгөнгәсә мировой судья булып эшләйем. Ватанға хеҙмәттәге дөйөм стажым 42 йыл.
- Һеҙгә, ошондай ҙур юридик хеҙмәт тәжрибәһенә эйә булған кешегә, бөтәһе лә еңел биреләлер...
- Күп йылдар буйы тупланған тәжрибәнең ярҙамы, әлбиттә, ҙур. Судья – ул юрист карьераһының үҙенсәлекле бе-йеклеге. Мировой судья, федераль кеүек үк, ғәҙел хөкөм итеп, кешенең яҙмышын хәл итерҙәй һуңғы ҡарар ҡабул итә. Ҡайһы саҡ барыһы ла аңлашылып тороуға ҡарамаҫтан, гражданлыҡ эше буйынса ҡарар сығарыу еңелдән булмай ҡуя. Ҡағиҙә булараҡ, процеста ҡатнашыусы ике яҡта ла йөҙ проценты менән дөрөҫлөк булмай. Һәр ваҡытта ла суд залынан сыҡҡанда икеһенең береһе ҡәнәғәтһеҙлек белдерә. Әммә йәмәғәт мировой тәртип ошондай. Закон ҡаты, әммә был закон!
Кешеләргә яҡшы мөнәсәбәт күрһәтеү бик мөһим, уларға хоҡуҡтарын һәм бурыстарын аңлайышлы итеп аңлатырға кәрәк. Һәр бер эште күңелгә яҡын алып ҡайғырыу мөмкин түгел, шул уҡ ваҡытта күңел тупаҫлығына юл ҡуйырға, йәғни ҡаты бәғерле булырға ярамай. Судьяға үҙенең законға ярашлы һәм дөрөҫ эш итеүендә эске инаныу булдырыуға өлгәшергә кәрәк.
Судья – ул һөнәр ҙә түгел, һәм, моғайын, булмыш та түгелдер, барыһынан элек ул - йәшәү рәүеше. Беҙҙә барыһы ла эшкә буйһонған. Һөнәри этика хатта ғәҙәти тормошта ла
судья статусы хаҡында оноторға ирек бирмәй.
- Судта ике яҡты яраштырыу осраҡтары йыш буламы?
- Дәғүәләшеүҙәрҙең 30 проценттан ашыуы ошолай тамамлана. Мәҫәлән, ҙур булмаған һәм урта ауырлыҡтағы енәйәт эштәре буйынса ике яҡтың ярашыуы һөҙөмтәһендә эште туҡтатыу мөмкинлеге ҡаралған. Нигеҙҙә был мировой судьялар ҡараған барлыҡ енәйәт составтарына ҡағыла (элек хөкөм ителгән кешеләргә был ҡағылмай). Ә бына алимент бурыстары буйынса дәғүәләрҙә яраштырыу мөмкин түгел, тип иҫәпләйем. Әгәр ҙә кеше үҙенең балаларын, күп осраҡта бәләкәс сабыйҙарҙы аҫрауға үҙ бурысын үтәмәй икән, ниндәй яраштырыу булһын инде?!
Башҡа эштәрҙе, мөмкинлек булғанда, шулай уҡ яраштырыу менән тамамларға тырышабыҙ. Шуныһы ҡыҙыҡ, судҡа килгән кешеләр үҙҙәрен бүтән төрлө тота. Процесс енәйәтиме ул йәки гражданлыҡмы, ҡәтғи закон менән регламентланған. Бындағы шарттар үҙе үк кешене тәртипкә өндәй. Ҡайһы берәүҙәр судта ғына бер-береһен тәүгеһенән күргәндәй һөйләшә башлайҙар. Уларҙан: өйҙә һөйләшеп-аңлашып булманымы ни, тип һорағы килә ҡай саҡ.
- Александр Евгеньевич, мировая юстиция район һәм ҡала судтарын эшкә күмеү өсөн кәрәкме?
-Был мировой судтарҙы тергеҙеүҙең икенсел бурысы. Иң мөһиме – кешеләрҙең ғәҙел хөкөмгә өлгәшеүен еңелләштереү. Мин, мәҫәлән, элек федераль судтарҙың нисек эштәре күп булыуын иҫләйем. Уларға әле лә еңел түгел. Айырым участка өсөн яуап биргән мировой судьяның бурысы шунан ғибарәт: бында йәшәүселәрҙең судҡа мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге һәм уларҙың проблемаларын хәл итеүҙә ярҙам итерлек булһын.
- Һеҙҙең эш дәүерегеҙҙә күберәк ниндәй эштәрҙе ҡарарға тура килде?
- Нигеҙҙә гражданлыҡ эштәре булғандыр – улар иҫәбенә идарасы компанияларҙың граждандарҙан коммуналь түләүҙәр буйынса бурыстарын түләттереү, шулай уҡ транспорт һәм мөлкәт һалымдары, кредит йөкләмәләре буйынса бурыстар, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау, милеккә хоҡуҡты билдәләү тураһында.
Йәнә даимиҙары – никахты өҙөү, алимент түләттереү, уның күләмен үҙгәртеү, ғаилә ыҙғыштары тураһындағы эштәр.
Уларҙың һаны артҡандан-арта ғына бара: 2016-2017 йылдарҙа гражданлыҡ эштәре буйынса йыл буйына ике участканың һәр ҡайһыһында 1800-гә яҡын материал ҡаралһа, 2018-2019 йылда иһә эштәрҙең һаны 2000 тирәһе булды.
Ыңғай мәлдәрҙән 2019 йылда эскән килеш транспорт сараһына идара итеүсе водителдәргә төҙөлгән административ материалдар һаны кәмеүен билдәләргә кәрәк. Бынан тыш, күп кенә граждандар административ штрафтарын үҙ ваҡытында түләмәгәне өсөн яуапҡа тарттырыла. Законда ҡаралғанса, гражданин штрафты билдәләнгән срокта түләргә те-
йеш. Беҙҙә нишләптер кешеләр үҙ ваҡытында түләүҙе хуп күрмәй, һөҙөмтәлә – икеләтә түләйҙәр йәки 50 сәғәткәсә мәжбүри эштәргә, йәки 15 тәүлеккәсә административ ҡулға алыналар.
Күптән түгел РФ Админис-
тратив кодексына законһыҙ спиртлы продукция һатҡан өсөн үҙгәрештәр индерелде. Әгәр ҙә элек санкция 2500 һум күләмендә штрафты күҙаллаһа, хәҙер 30-50 мең һум тәшкил итә. 2017-19 йылдарҙа бындай хоҡуҡ боҙоу өсөн мировой судта 144 кешенең эше ҡаралды. Уларҙың бер нисәүһе йыл эсендә спиртлы эсемлекте ҡабатлап һатҡаны өсөн енәйәт яуаплылығына тарттырылды.
Ғафури районының мировой судьялары өс йылға тиклем иректән мәхрүм итеү санкцияһы ҡаралған енәйәт эштәрен дә ҡарай. Алимент түләүҙән баш тартыу, эскән килеш ҡайтанан транспортҡа идара итеү кеүек эштәр йыш осрай. Мировой судьялар шулай уҡ үлтереү менән янау, ҙур булмаған һәм уртаса ауырлыҡта тән йәрәхәте һалыу, сит кеше мөлкәтен урлау, торлаҡҡа законһыҙ үтеп инеү, законһыҙ балыҡ тотоу, һунар итеү, ағас үҫентеләрен ҡырҡыу, уҫал ниәт менән сит кешенең мөлкәтен юҡ итеү йәки ватыу кеүек ҡылынған енәйәтсел эштәрҙе ҡарай.
- Һандарҙан күренеүенсә, һеҙҙең эшегеҙ бик етди...
- Ғафури районында һәр бер мировой судья үҙ участкаһында йылына уртаса 800 тирәһе административ, 200 гражданлыҡ һәм 70-80 енәйәт эштәрен ҡарай, йәғни көн һайын төрлө категориялағы 13-15 эш тигән һүҙ.
Әйткәндәй, ҡабул ителгән ҡарарҙарҙың законлылығы һәм нигеҙле булыуы юғары инстанция (апелляцион) булып торған район (ҡала) суды тарафынан контролләнә. Шуны билдәләп үтергә кәрәк, граждандар вәкилдәр хеҙмәттәренән дә йышыраҡ файҙалана башланы. Һәр кем дәғүә ғаризаһын төҙөп яҙа алмай, өҫтәүенә, уны суд ултырышында яҡлай ҙа алмай. Бер тапҡыр ҙа юридик эшмәкәрлек йәки суд менән осрашмаған кеше, минең күҙаллауымса, суд эшендә компетентһыҙ.
- Эшмәкәрлек алып барыуҙың һуңғы йылдарында мировой судьялар тейешле шарттары булған бина, ҡорамалдар һәм башҡалар менән тәьмин ителделәр...
- Бөгөн шарттар һәйбәт. Бинабыҙҙың Красноусолдың үҙәгендә урынлашыуы граждандар һәм ойошмалар өсөн бик тә уңайлы. Һәр бер судьяның үҙ эш бүлмәһе кәңәшләшеү бүлмәһе лә булып тора, суд ултырыштары өсөн уңайлы зал да бар. Ошо уңайлы бинаны ҡуртымға алып, беҙҙе урынлаштырған БР Юстиция эштәре буйынса Дәүләт комитетына рәхмәтлебеҙ. Шарттар тағы ла яҡшырасаҡ – әле етди ремонт бара. Мировой судья-лар аппаратының суд участкалары юридик йәһәттән грамоталы һәм яуаплы хеҙмәткәрҙәр менән комплектланды.
Дөйөм алғанда, үҙебеҙгә һалынған функцияларҙы тулы кимәлдә башҡарырға тырышабыҙ. Йылдан-йыл эш күләме лә арта бара, әммә уның ыңғай яғы ла бар – халыҡтың хоҡуҡи грамоталылығы ла үҫә. Беҙҙең бурыстарыбыҙ шуныһы менән үҙгәрешһеҙ ҡала: һәр бер ҡылыҡтың эҙемтәһе булыуының хаҡлығын граждандар аңына еткереү.
- Фәһемле әңгәмә өсөн рәхмәт, Александр Евгеньевич.
Индира ИШКИНА
әҙерләне.
Читайте нас в