-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Ғинуар 2020, 16:05

Комиссия ултырышында

17 ғинуарҙа район хакимиәтенең ултырыштар залында видеоконференц бәйләнеш режимында быйыл уҙасаҡ Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу буйынса Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы комиссияның ултырышы уҙҙы. Республика Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин алып барған муниципаль район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтары ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек мәсьәләләре ҡаралды.

Урындағы ултырышта район хакимиәте башлығы урынбаҫары Р.Әхмәтов, районыбыҙҙа Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу бу-йынса уполномоченный Г.Фәтҡуллина, район статистика бүлегенең баш белгесе А.Латипова, район хакимиәтенән, Красноусол ауыл биләмәһенән, миграция хеҙмәтенән вәкилдәр һәм район гәзиттәренән был әһәмиәтле, тарихи сараны яҡтыртыуға яуаплы хәбәрселәр ҡатнашты.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в