-9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Ғинуар 2020, 11:00

Тап Усолка артында барҙыр бер ауыл...

Ғәҙәттә ҙур ауылдар эргәһендә урынлашҡан бәләкәй ауылдар тыныс ҡына үҙ ағышына йәшәй бирә. Бында һиллек, тыныслыҡ яратҡан кешеләр төбәк итә кеүек. Улар иғтибарҙан ситләтелеп, етемһерәп тә ҡалған һымаҡ тойола ҡайсаҡ. Был ысынында ла шулаймы?! Ошо һорауға яуап эҙләп һәм ауыл халҡы менән аралашып, нисек йәшәп ятыуҙарын күреү маҡсатында беҙ Заречье ауылына юлландыҡ.

Заречье Красноусолдан дүрт саҡрым алыҫлыҡта, уға етмәҫтән уң яҡҡа инеп китеүсе юлдан күренеп торған ҙур булмаған 38 йортло ауыл. 2013 йылда ауылға һыу үткән, “зәңгәр яғыулыҡ” та килеп етеп, 22 йорт бөгөнгө көндә газ менән йылытыла. Халыҡ күпселек Красноусолға йөрөп хеҙмәт бурысын үтәһә, күп ир-ат шәхси эшҡыуар (ИП) Шамил Мусиндың пилорамаһында эшләй. Былтыр август аҙаҡтарында Красноусол ауылы биләмәһе хакимиәте ярҙамы менән Заречье ауылы халҡы төрлө тарафҡа таралған ауылдаштарын, ҡунаҡтар саҡырып, гөрләтеп “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы ла үткәргән. Ауыл да төҙөкләндерелеп, юлға ҡырсынташ түшәлгән, бағаналарға яҡтыртҡыстар ҡуйылған, балалар өсөн уйын майҙансығы төҙөлгән.
Ауыл ҡалҡыу ғына матур ерҙә урынлашҡан. Туп-тура ауыл старостаһы Мәрйәм Әхмәтйәнованың йортона килеп туҡтаныҡ. Бар уңайлыҡтар булған өй, ҡала кешеләренән һис тә кәм йәшәмәйҙәр, хатта артыҡтыр ҙа. Ул беҙгә бер аҙ ауыл тормошо тураһында һөйләгәндән һуң, Зифа Юламанова менән Фирҙәүес Дигтяр янына алып барҙы. Улар хәтерләүҙәре буйынса бер аҙ тарихҡа ла туҡталып китәйек. Ауылдың исеменә ҡарап бында күпселек башҡорттар йәшәйҙер тип уйламағайныҡ та.
Башта был ауылда землянка ҡаҙып йәшәгәндәр. Ауылға нигеҙ 1948 йылда һалына. Ике-өс хәрби әсирҙәр ғаиләһе лә була. Йылға аръяғындағы фермала төлкө үрсетәләр, 1964 йылда Алтынбаевтар ҡуян тота башлай. Кәзә, сусҡа фермаһы ла була. Халыҡ нигеҙҙә тирә-яҡ ауылдар халҡынан мал йыйып, Стәрлетамаҡ әҙерләү идараһына тапшырыу менән шөғөлләнгән. Һуңынан “Мариинский” совхозы бүлексәһе итеп үҙгәртелеп, ялансылыҡ менән дә шөғөлләнә башлайҙар. Аҙағыраҡ хужалыҡ “Родина” совхозына ҡушылып, уның "Фазенда" исемле бүлексәһе була. Тора-бара был совхоз да тарҡалып, булған техника юҡҡа сыға.
- Элек магазин, башланғыс кластар өсөн мәктәп, тирмән бар ине. 80-се йылдар аҙағына тиклем кирбес заводы ла эшләне. Уҡытыусылар алышынып торҙо, Гөлшат Әхмәтова оҙаҡ уҡытты. 4-се кластан Усолкаға йөрөп уҡыныҡ. Зоя Николаевна Суслова шәп ойоштороусы булды. Ғилманов, Баймөхәмәтов, Ғәлин, Йомағолов, Сатлыҡов, Юламанов, Әбелғәйеров, Петров, Вязовцев, Лукин, Ғәббәсов, Дәүләтҡолов һәм башҡа фамилиялы кешеләр был ауылда йәшәп киттеләр. Хәҙер ауылда ер участкалары ҡалманы тиһәң дә була, үҫеү, ҙурайыу өҫтөндә. Бында емеш-еләк, йәшелсә үҫтереү өсөн ер уңдырышлы, мал, умарта тотоу өсөн уңайлы. Алыҫ түгел Көгөш йылғаһы ағып ята. Һуңғы йылдарҙа ҙур-ҙур күркәм йорттар ҙа ҡалҡып сыҡты, төҙөлөш башлағандары ла күп.
Ауылдың иң оло кешеһе 84 йәшлек Зифа Юламанова 1962 йылдан бирле ошонда йәшәй. Әле лә бер ҙә тик тормай, улы ярҙамы менән мал тота. Унан һуң ололарҙан Шәйҙулла Әбелғәйеров, Раҡия Йомағолова, Сәүиә Ильясова, Зәйнәп Насирова килә. Сиратлап көтөү көтәбеҙ. Йыл һайын асыҡ һауала Яңы йыл байрамы үткәрәбеҙ, - тип һөйләп үтте ауыл старостаһы йөгөн тартҡан Мәрйәм Әхмәтйәнова.
Эйе, ысынлап та бында үҫеш, үҙгәреш күҙәтелә. Ауыл бәләкәй булһа ла 9 бала Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәптәргә автобус менән йөрөп уҡый. Мал һаны ла байтаҡ. Йома көнө Фомин икмәкханаһы икмәк һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары килтереп һатһа, Табын икмәкханаһы көн аралаш килтерә. Юл өҙөлгәне юҡ, юлсылар даими таҙартып тора. Ауылда Интернет тотмауы, магазин, медпункт, йыйылыр урын булмауы, транспорты булмағандарға Красноусолға күпселек такси менән йөрөү ҙә ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, әлбиттә. Заречье
кешеләренең: “Ауылда йәшәүе рәхәт”, тип оҙатып ҡалыуына, киләсәктә барыһы ла булыр, өмөт һүнмәһен һәм йәшәү генә туҡталмаһын бында, тип ҡайтыу яғына йүнәлдек.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.

Бер аҙ ғына тарих


Заготскот хәҙер Заречье тип атала

1936 йылда СССР Совнаркомы рәйесе В.М.Молотов ҡарары нигеҙендә "Заготскот” базалары ойошторола. Республикала ла Заготскот базалары үҙ эшен башлай. Шуларҙың береһе беҙҙең Ғафуриҙа, район үҙәге Красноусолдан 4 километр алыҫлыҡта барлыҡҡа килә. Контораһы һәм етәкселеге Стәрлетамаҡ ҡалаһында урынлашҡан, “Мариинский” мал һимертеү совхозының мал әҙерләү бүлексәһе була. Хәҙерге ваҡытта ул Заречье тип аталып йөрөтөлә.
Май айынан, беренсе үлән күренеү менән колхоз, совхоздар Заготскотҡа тапшырыу өсөн мал килтерә башлай. Ә көҙөнә һимертелгән һәм кәрәкле ауырлыҡ йыйған мал Стәрлетамаҡ йәиһә Өфө ит комбинаттарына ебәрелә. Сусҡалар ғына өс һарайҙа йыл буйына һимертелеп тотола. Заготскоттың “Родина” совхозы сигенән башланған үҙ ерҙәре лә була. Ошо баҫыуҙарға малдарҙы ашатыу өсөн арыш, бойҙай, һоло, борсаҡ, сөгөлдөр, бәрәңге, кукуруз үҫтерелә. Шулай уҡ Телевышканан Сахалин ауылына тиклем һуҙылған бесәнлек ерҙәре лә була.
Шуныһы һөйөнөслө, ауыл һаҡланып, әле лә үҫеү өҫтөндә. Бында йәшәү өсөн дә урын уңайлы. Яҙ көндәре гөрләп йүкә, муйыл, баландары сәскә ата торғайны. Башланғыс мәктәптә 20-ләп бала белем алды. Аҙыҡ-түлек магазины эшләне. М.С.Горбачев ваҡытындағы үҙгәртеп ҡороуҙар башланғас, Заготскот та һүнә барып, эшмәкәрлеген туҡтатты.
Был ауылдың ҡасан барлыҡҡа килеү йылын дөрөҫ кенә әйтә алмайым. Һуғыштан һуң атайымды Краснодарға мал ҡабул итеүсегә уҡырға ебәрҙеләр. Ә Кубандан ҡайтҡас 10 йыл Еҙем-Ҡаранда “Мариинский” мал һимертеү совхозының мал ҡабул итеү пунктында эшләне. 1957 йылда уны Заготскотҡа мал ҡабул итеүсе итеп күсерҙеләр һәм ғаиләһен дә унда алып китте. 1979 йылда Павловка ауылына умартасы булып күсеп, 2001 йылда 78 йәшендә вафат булды.
Ришат ЙОМАҒОЛОВ,
отставкалағы подполковник,
РФ һәм БР Журналистар союзы ағзаһы.

Читайте нас в