-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Ғинуар 2020, 16:05

Берҙәм тауыш бирҙек

Уҙған йылда республика программаларының береһе – “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡат-нашып, Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе “МТЗ-82” тракторын алыуға өлгәште.

Йәшәйе-шебеҙҙе яҡшыртырға мөмкинселек биргән был проектта тағы ла ҡатнашыу маҡсаты менән 19 ноябрҙә Еҙем-Ҡаран ауылында “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау- 2020” программаһы буйынса йомғаҡлау йыйылышы үт-кәрелде.
Көн тәртибендә Мәжит Ғафури паркын төҙөкләндереү һәм яңы тракторға тағылма инвентарҙар алыу мәсьәләләре ҡаралды. Биләмәгә ҡараған ауылдар халҡы тракторға кун, ҡартаҙартҡыс ротор, арба алыу өсөн “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” программаһында ҡатнашырға, тип берҙәм тауыш бирҙе.
Йыйылыш һуңында Еҙем-Ҡаран ауыл мәҙәниәт йортоноң “Ҡараншишмә” халыҡ театры Мостай Кәримдең “Ай тотолған төндә” спектакленән өҙөк күрһәтте.
Рита Шаһиева,
ауыл хакимиәтенең эштәргә идара
итеүсе вазифаһын башҡарыусы.
Читайте нас в