-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Ғинуар 2020, 13:30

“Хәтерләйбеҙ, ғорурланабыҙ!” Ошондай девиз аҫтында районда “Йәш армия” хәрәкәтенең X республика уйындары үтте

“Еҙем” физкультура-һауыҡтырыу комплексында Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Хәтер һәм дан йылы сиктәрендә уҙғарылған X республика “Йәш армия” уйындары үтте. Өфө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Ишембай, Белорет, Дәүләкән ҡалаларынан, Ҡырмыҫҡалы һәм башҡа райондарҙан килгән, шулай уҡ районыбыҙҙың “Батыр” клубынан бөтәһе 15 команда – 8-15 йәшлек 200-гә яҡын ҡатнашыусы ҡул һуғышында көс һынашып ҡына ҡалманы, теләүселәр ГТО комплексы нормативтарын да тапшырҙы.

“Йәш армия” уйындарын тантаналы асыуҙа район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, БР “Йәш армия” хәрби-патриотик хәрәкәте төбәк бүлексәһе начальнигы Арсен Зиннәтуллин, “Любизар” хәрби-тарихи клубы етәксеһе Илдар Шәйәхмәтов, мәғариф бүлеге начальнигы Рауил Солтанморатов, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Фаил Зәйнетдинов, “Берҙәм Рәсәй” партияһының район бүлексәһе етәксеһе Салауат Йосопов, райондың хәрби хәрәкәттәр, сик һағы ғәскәрҙәре ветерандары ҡатнашты.
Тигеҙ сафтарға теҙелгән йәшармеецтар алдынан легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының, “Йәш армия” хәрәкәтенең, Сик һағы ғәскәрҙәренең байраҡтары индерелгәс, командаларҙы район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов, БР “Йәш армия” хәрби-патриотик хәрәкәте төбәк бүлексәһе начальнигы А.А.Зиннәтуллин һәм башҡа ҡунаҡтар тәбрикләп, ярышта еңеүҙәр теләне, ойоштороусыларға Маҡтау грамоталары һәм Рәхмәт хаттары тапшырылды.
Ҡатнашыусылар ике майҙансыҡта көс һынашты. Ярыш бик сәмле, көсөргәнешле барҙы. Спортсылар, уларҙың көйәрмәндәре һәр көрәшсене дәртләндереп торҙо. Өфөнән килгән тренерҙар һуғышсыларҙың юғары кимәлдәге әҙерлектәрен билдәләп үтте. “Йәш армия” клубтары араһында еңеүгә райондың “Батыр” клубы (етәксеһе – Флорид Ғибаҙуллин), икенсе урынға Өфө ҡалаһынан “Venom” клубы, өсөнсө урынға Дәүләкәндән “Купол” хәрби-патриотик клубы лайыҡ булды.
Сараны Ғафури районы буйынса “Граница” ойошмаһының ветерандар советы (етәксеһе – Р. Шаймарҙанов), “Батыр” көрәш клубы (Ф.Ғибаҙуллин), район хакимиәте, БР “Йәш армия” хәрби-патриотик хәрәкәте төбәк бүлексәһе ойошторҙо. Республика әһәмиәтендәге мөһим ярышты ойош-
тороу эштәрендә һәм бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа, “Красноусол” шифаханаһы директоры Ф.Х.Мәжитовҡа, “Берҙәм Рәсәй” партияһының район бүлексәһе етәксеһе С.М.Йосоповҡа, шәхси эшҡыуарҙар Н.Т.Хисмәтуллинаға, А.А.Фәхретдиновҡа, “Батыр” клубының баш тренеры Р.Йәнбирҙинға (Стәрлетамаҡ) һәм башҡаларға рәхмәт һүҙҙәре еткерелде.
Гөлдәр КИНЙӘБАЕВА.
Читайте нас в