-14 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Ғинуар 2020, 14:00

Күп эштәр башҡарылды, эшләнәһеләре тағы ла күберәк

Районыбыҙҙа ауыл Советы депутаттарының киңәйтелгән асыҡ ултырыштары бара. Быйыл уның форматы үҙгәртелеп, ултырышты бер көндө бер нисә ауыл биләмәһендә уҙғарыу планлаштырылды. Уның тәүгеһе – 22 ғинуарҙа Имәндәш һәм Ҡауарҙы ауыл биләмәләренән башланды. Йыйылыш эшендә район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Зөфәр ҡыҙы Байдәүләтова, район Советы секретары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Самат Менәүәр улы Ғәлиуллин, район Советы депутаты Фаил Һәҙиәт улы Зәйнетдинов, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһының урындағы бүлексәһе етәксеһе Салауат Мөхәмәт улы Йосопов, ауыл Советы депутаттары, биләмәләргә ҡараған ауылдар халҡы, Ҡауарҙыла шулай уҡ был төбәк буйынса район Советы депутаты Илдар Фәрит улы Иҙрисов ҡатнашты.

Имәндәш ауылы клубында уҙған 28-се саҡырылыш ауыл Советының киңәйтелгән 10-сы ултырышында биләмә башлығы Әхнәф Әхиәр улы Ноғайғолов ауыл хакимиәтенең 2019 йылғы эшмәкәрлегенә отчет доклады менән сығыш яһаны.
Сығышта ауылдарҙың социаль йөҙө, төҙөкләндереү, эшҡыуарлыҡ, ауыл хужалығы, уҙғарылған саралар хаҡында бәйән ителде, килем-сығымдар барланды. Әхнәф Әхиәр улы биләмәлә башҡарылған эштәр хаҡында әйтеп үтте.
Башҡарылған эштәргә килгәндә, Имәндәш ауылына кергән урындағы тыҡрыҡтың кәртәләре, аҫылмалы күперҙең баҫҡысы яңыртылған һәм буялған, клуб биләмәһе ҡоймалары, бағаналары яңыртылған, Тау аҫты (Подгорный) урамында 150 метр арауыҡта кәртә-бағаналар, Тайыш ауылында клуб, башланғыс мәктәп (шулай уҡ эстән ремонтланған), мәсет, фельдшер-акушерлыҡ пункты биләмәһе (380 м) яңыртылып кәртәләнгән, Яңы Тайыш ауылы халҡы өмә ойоштороп, зыяратты кәртәләгәндәр. “Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Ҡарағай ауылында ике һыу башняһы кәртәләп, буяп ҡуйылып, насос урынлаштырылған. Таш-Аҫты – Тайыш ауылдары араһындағы юл (500 м) киңәйтелгән, Ҡарағайҙа - 100 метр, Таш-Аҫтында 1300 метр арауыҡтағы, Тайыш ауылының ике урамы юлына, Имәндәштә ауылдан зыяратҡа тиклемге - 1 километр, Яңы Тайыш – Яңы Ҡауарҙы ауылдары араһындағы юлға ҡырсынташ түшәлгән. Таш-Аҫты ауылы халҡы менән өмә ойоштороп клубҡа (8х8 м) нигеҙ һалып, брустан күтәреп, ҡыйығын ябып ҡуйғандар. Ауыл биләмәһе бу-йынса 14 сүплек булып, 2019 йылда барыһы ла бөтөрөлгән. Суррогат араҡы һатыусылар былтыр йыл башында 18 кеше булһа, йыл аҙағына ундайҙар юҡ тип иғлан ителгән.
Былтыр “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһы” буйынса янғын һүндереү автомашинаһы алғандар. Биләмә башлығы уны дөйөм тырышлыҡ менән алыуҙарын билдәләп, үҙ өлөшөн индереүселәргә, бағыусыларға (өсөнсө йыл рәттән 20-шәр мең һум аҡса биргән Айрат Ҡунафин, Азамат Ибәтуллин, Фаил Зәйнетдинов һәм башҡалар) рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Шулай уҡ грейдерлы булғандар, уны алыуҙа ярҙамы өсөн ра-йон хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙовҡа рәхмәт белдерҙе.
Ә.Ноғайғолов шулай уҡ алда торған пландарға ла туҡталды. Шуларҙан тәү сиратта Тайыш ауылында үҙәк урамға һәм зыяратҡа тиклемге юлға ҡырсынташ түшәү, ауыл клубын ремонтлау, Таш-Аҫты ауы-лы зыяратын кәртәләү, Юрмашта ике урамға ҡырсынташ түшәү, ауылда модулле ФАП урынлаштырыуҙы, Ҡарағайҙа клуб төҙөүҙе хәстәрләү, Юрмаш, Тайыш, Яңы Тайыш, Таш-Аҫты, Мораҙ, Некрасовка, Яңы Ҡауарҙы ауылдары урамдарына яҡтыртҡыстар урынлаштырыу, Имәндәш һәм Тайыш ауылдары клубына бильярд алыу, Ҡарағай – Имәндәш ауылдары араһындағы юлға асфальт түшәүҙе, Еҙем йылғаһы аша күпер төҙөүҙе хәстәрләү, Ҡарағай, Юрмаш, Тайыш ауылдарындағы обелискыларҙы капиталь ремонтлау, Имәндәштә мәсет асыуҙы тиҙләтеү, быйылғы Зауыҡлы биләмәләр йылында ауылдарҙа йорт тирәләрен тәртипкә килтереү һәм башҡа мәсьәләләргә иғтибарҙы көсәйтеүҙе төп бурыс итеп ҡуйҙы сығыш яһаусы.
Артабан төп доклад буйынса фекер алышыуҙа 3-сө һайлау округы депутаты – Ҡарағай урта мәктәбе директоры Ләйсән Әхтәмова , 8-се округ депутаты – Имәндәш мәктәбе директоры Рәсих Муллашев, Имәндәш ауылының ветерандар советы рәйесе һәм “Ағинәйҙәр ойошмаһы” етәксеһеРәмилә Мәхмүтова, ауылдың имам-хатибы Салауат Түзбәков, Ҡарағай ауылы старостаһы Фаил Байшөгөров, 1-се һайлау округы депутаты, Ҡарағай ветучасткаһы ветеринары Әхмәт Әхтәмов, был төбәк буйынса район Советы депутаты Фаил Зәйнетдинов сығыш яһаны. Урындағы халыҡ тарафынан Имәндәш ауылы мәктәбендә тәҙрәләрҙе яңыртыу буйынса башланған эште дауам итеү, ошо уҡ ауылдағы Новоселка урамына юл, шишмә аша бәләкәй күпер һалыу, Юрмашта мәсет төҙөү, фельдшер-акушерлыҡ пунктын яңыртыу, Юрмаш, Мораҙ ауылдарына газ үткәргестәр һуҙыу, Еҙем йылғаһы аша аҫылмалы күперҙе еңел автомашиналар сығырлыҡ итеп үҙгәртеп ҡороу, Имәндәштә “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!” байрамы уҙғарыу, төбәктә мал һуйыу цехы булдырыу, “Әсәлек даны” миҙалын юллап алыу һәм башҡа мәсьәләләр күтәрелде.
Ҡауарҙы ауылы мәҙәниәт йортонда уҙған 28-се саҡырылыш Ҡауарҙы ауыл Советының сираттағы 22-се асыҡ ултырышында яңы эш башлаған ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов 2019 йылғы эшмәкәрлектәренә йомғаҡ яһаны.
Биләмә халҡы нисәмә йылдар инде үҙ көнөн үҙе күреп йәшәй, нигеҙҙә малсылыҡ һәм умартасылыҡ менән шөғөлләнәләр, ағас эшен үҙ итеүселәр ҙә, эшҡыуарлыҡ, фермерлыҡ менән мәшғүл булыусылар ҙа бар.
-Ауылдарыбыҙҙа күпләп мал тотоусылар иркен йәшәй. Шәхси хужалыҡтарҙа мал аҫраусыларҙы айырым әйтеп үтке килә: Юлыҡтан Мөхәмәтгәрәй Кинйәғоловтың хужалығында 24 баш һыйыр малы булып, шуның 14-е һыйыр, Ғаян Ҡужин (10 һыйыр), Илһам Шаһиев (40 баш ат, 6 баш һыйыр малы), Вәкил Юлмөхәмәтов - 15 (8 һыйыр), Иршат Кәримов - 14 (7 һыйыр), Һабайҙан Вәрис Ғафаров – 18, Ҡауарҙынан Гөлнара Хужаева – 20 (10 һыйыр), Радик Муллагилдин – 22, Миңнияр Вәлитов - 20, Винер Вәлитов 10 баш һыйыр, Наил Таһиров – 12, Ирек Йәнешев 15 баш ат, Аҡташтан Фәррәх Иҙрисов 10 баш мал тәрбиәләй. Биләмәлә күпләп йылҡы малы аҫрауҙарын иҫәпкә алып, ҡымыҙ етештереүҙе ойоштороу өлгөрөп еткән мәсьәлә, - тине Рәфис Ғәлинур улы.
Сығыш яһаусы шулай уҡ күпләп, хатта 100-әр баш умарта тотоп, ошо шөғөлдәренән ҙур табыш алыусыларҙы ла телгә алды. Юлыҡтан Мөнир Дәүләтбаевтың – 60, Рәйес Абдрахмановтың – 100, Ҡауарҙынан Азат Исмәғилевтың – 150, Азат Әлмөхәмәтовтың – 70, Азамат Әлмөхәмәтовтың – 37, Нәжибә Абдуллинаның 30 баш бал ҡорто күсе иҫәпләнә.
-2019 йылда Ҡауарҙы ауылы биләмәһендә биш йортҡа газ үткәрелде. Барлығы 235 йорт "зәңгәр яғыулыҡ"ҡа тоташтырылған (34 процент), Ҡауарҙыла – 96, Юлыҡта – 110, Һабайҙа – 29. Хәҙер газ үткәреүгә бик һәйбәт программа эшләй, сертификат юллап алып йортҡа газ үткәреү мөмкинлеге бирә. 2020 йылда Башҡортостанда был программаға 200 миллион һум аҡса бүленә. Сертификат алыуға инвалидтар, инвалид бала тәрбиәләүселәр һәм күп балалы ғаиләләр дәғүә итә ала. Ошо категорияға ҡараусылар - 100 мең һум, был категорияға кермәгәндәр 60 мең һумлыҡ сертификатҡа эйә була алалар. Сертификатты ҡулланыу ваҡыты - ике йыл. Был эштәр менән ра-йонда “Газпром” предприятиеһы һәм Күп функциялы үҙәк (МФЦ) шөғөлләнә. Сертификатҡа дәғүә итеүсе йорттоң милек эйәһе булырға тейеш, - тип аңлатма ла бирҙе биләмә башлығы.
Р.Абдрахманов артабан үҙ сығышында мәғариф, мәҙәниәт, һаулыҡ һаҡлау, демографик хәл, физик культура һәм спорт, янғын һағы, почта, йәмәғәт ойошмаларының эше, социаль өлкә, ауыл биләмәһе һәм урындағы совет эшмәкәрлеге хаҡында һөйләне, бюджет үтәлеше менән дә таныштырҙы.
Биләмә башлығы шулай уҡ ҡайһы бер проблемаларға ла туҡталды: Юлыҡ мәктәбенә капиталь ремонт, Һабай ауылы медпунктының ҡыйығын һәм ҡоймаһын яңыртыу, Аҡташ ауылындағыһының да ҡоймаһына ремонт талап ителә, Ҡауарҙы мәктәбе базаһында милли көрәш түңәрәге асыу – өлгөрөп еткән мәсьәлә. Былтыр республика бюджетынан бүленгән аҡсаға өс майҙансыҡ эшләнгән, зыяраттарҙы (Юлыҡ, Һабай, Аҡташ) кәртәләүгә материалдар һатып алынған һәм эштәр башҡарылған, яңы асылған “Хәләл-Еҙем” кооперативы биләмәһе ҡоймалап алынған.
Фекер алышыуҙарҙа 4-се һайлау округы депутаты – Ҡауарҙы ауылы фермер хужалығы етәксеһе Фуат Латипов, Ҡауарҙы һәм Юлыҡ мәктәптәре директорҙары Фәймә Зөлҡәрнәйева менән Эльвера Ғафарова, “Юлыҡ” территориаль үҙидаралыҡ ойошмаһы етәксеһе Рәхимйән Юлыҡов, Ҡауарҙы ауылы ветерандар советы рәйесе Рим Насиров, ра-йон ветстанцияһы начальнигы, район башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе Фаил Зәйнетдинов сығыш яһаны.
Йыйылыштар һуңында йомғаҡлау һүҙе менән район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов сығыш яһаны. Фәнзил Фәйез улы райондағы хәл-торошҡа ҡыҫҡаса байҡау яһаны, бик күп эштәр эшләнеүен, башҡарыласағы тағы ла күберәк булыуын билдәләне. Шулай уҡ илебеҙҙә Дан һәм хәтер йылы булараҡ иғлан ителгән йылда оло байрамдарҙың береһе - Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына ныҡлы әҙерләнергә кәрәклеген, районда 6 ғына Бөйөк Ватан һуғышы ветераны ҡалыуын, уларҙың барыһының да йорттарына йөрөп сығып, хәлдәрен белешеүен билдәләне, яңыртыу талап ителгән обелискыларҙы төҙөкләндереү сараһын күреү, Мәжит Ғафуриҙың 140 йыллығына әҙерлек, республикала иғлан ителгән Эстетика йылында биләмәләрҙе, ауылдарҙы матурлауға, төҙөкләндереүгә, йәшелләндереүгә күп көс һалырға кәрәклеген һыҙыҡ өҫтөнә алды, юлдар мәсьәләһенә, сүп-сар реформаһына ла туҡталды. Ҡауарҙы ауыл клубына килгәндә, әле проект эштәре барыуын билдәләне. Район башлығы халыҡты борсоған һорауҙарға яуап бирҙе, ә өйрәнеүҙе талап ителгәндәре контролгә алынды.
Ауыл биләмәләренең эшмәкәрлеге буйынса ҡарарҙар ҡабул ителгәндән һуң, ауыл Советы депутаттарының асыҡ ултырыштары үҙ эшен тамамланы.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в