-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
30 Ғинуар 2020, 10:30

Ғаилә уйынында бурандай осоп

Шәмбе көнө буран да, Красноусолдың 1-се мәктәп майҙансығында “Ғаилә” район-ара үҙәгенең Ғафури районындағы бүлексәһе ойошторған ғаилә ялында үҙемде күрһәтеп ҡалайым тигәндәй, ҡарҙарҙы өйөрөлдөрөп-өйөрөлдөрҙө. Көн яманы бында йыйылыусыларҙы ҡурҡытманы, киреһенсә, ҡышҡы матурлыҡты тойорға, күрергә, рәхәтләнеп ҡарҙа уйнарға үҙе бер мөмкинселек бирҙе кеүек.

“Ғаилә” үҙәге етәксеһе Альбина Ғәзизова йыйылыусыларҙы был сараның маҡсаты менән таныштырып, беренсе һүҙҙе Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы начальнигы Альберт Борхановҡа бирҙе. Ул үҙ сығышында балаларға бигерәк тә ҡышҡы осорҙа юлда үҙеңде тотоу ҡағиҙәһен, юл аша сыҡҡанда телефон һәм наушниктар ҡулланыуҙың хәүефле булыуын, шулай уҡ ҡараңғы осорҙа кейемдәрҙә яҡтылыҡ сағылдырыусы элементтарҙың мөһимлеген аңлатты һәм был сарала ҡатнашыусы балаларҙың һәммәһенә лә кейемдәргә, рюкзактарға тағыу өсөн яҡтыртҡыс наклейкалар таратты.
Сараның икенсе өлөшөндә Красноусолдың 1-се мәктәбе директоры Галина Викторовна Петрова барыһын да бурандан ышығыраҡ урынға, мәктәп артындағы майҙансыҡҡа әйҙәне. Бында балалар ике командаға бүленеп, уйындар донъяһына сумды. Улар кемуҙарҙан ҡар бәреп тә, ҡулса менән тәғәйен ерҙән урап килеү, хоккей таяғы менән тупты йөрөтөү, атта йөрөү һәм башҡа төрлө уйындарҙа ярышып уйнаны. Һөҙөмтәлә, ике команда ла тигеҙ мәрәй йыйып, уйындарҙа дуҫлыҡ еңде. Ҡыҙыҡлы уйындар көндөң көйһөҙлөгөн дә онотторҙо. Ойоштороусылар уйындарҙа ҡатнашыусыларға тәмлекәстәр таратты. Күңелле уйындарҙан дәрт-дарман алып, биттәре алһыуланып, йөҙҙәрендә йылмайыу балҡыған балалар ҙа, уларҙың атай-әсәйҙәре лә ҡайтырға ашыҡманы, күмәкләшеп иҫтәлеккә фотоға төшөп, уйынлы-буранлы көн иҫтәлеге итеп уны Интернетҡа ла ебәрҙе. Был фотоларҙы күреп, бурандан ҡурҡып өйҙә ятҡандар “эх” тип көрһөнөп тә ҡуйғандыр әле.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в