-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2020, 17:05

Үҙҙәрен дә һынанылар, мәктәп абруйын да күтәрҙеләр

24 ғинуарҙа “Йыл уҡытыусыһы-2020” район конкурсы тамамланды. Һөнәри бәйгенең иң тулҡынландырғыс мәле - Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов ҡатнашлығында мәғариф өлкәһе хеҙмәткәрҙәре менән тулы байрамса биҙәлгән тамаша залында тантаналы шарттарҙа бәйгегә йомғаҡ яһалды.

Н.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында 21-нән 24 ғинуарға тиклем барған һөнәри оҫталыҡ конкурсында районыбыҙҙың 11 мәктәбенән 13 мөғәллим үҙен һынап ҡараны. Бәйгенең тәүге көнөндә улар үҙҙәре менән таныштырҙы, “Мин – уҡытыусы” эссеһен яҙып, уны яҡланы. Икенсе-өсөнсө көндәрҙә уҡытыусылар бөтөнләй таныш булмаған уҡыусыларға дәрестәр бирҙе, уларҙы анализлаусы методик семинарҙа ҡатнашты, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтте. Конкурстың һуңғы көнөндә финалға сығыусылар “түңәрәк өҫтәл”дә ҡатнашып, фекер уртаҡлашты. Мөғәллимдәр һәр һынауға ентекле әҙерләнгән, уларҙың һәр береһе үҙ фәнен бар нескәлегендә белеүен, дәрестәрен методик яҡтан дөрөҫ ҡороп, уҡыусыларҙы дәрескә әүҙем йәлеп итеп, ҡыҙыҡһындырып, заманса технологиялар менән эш итә алыуын тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы.
Йомғаҡлау тантанаһында сараны алып барыусылар - мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре Гөлназ Мирхәйҙәрова менән Фәнзил Ғәлин бәйгелә ҡатнашҡан 13 уҡытыусыны сәхнә түренә саҡырғас, зал көслө алҡыштарға күмелде. Мөғәллимдәр үҙҙәренең тәьҫораттары менән уртаҡлашты, коллегаларына, уҡыусыларға рәхмәт әйтте.
Ниһайәт, барыһы ла түҙемһеҙлек менән көткән мәл етте. Еңеүселәрҙе, лауреаттарҙы, номинанттарҙы бүләкләү өсөн сәхнә түренә район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов саҡырылды. Конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткән берҙән-бер ир-егет – Красноусолдағы 1-се урта мәктәптең 11 йыллыҡ педагогик стажға эйә инглиз һәм немец теле уҡытыусыһы Айрат Хөрмәт улы Сөләймәнов “Иң ижади мөғәллим”, Ҡарағай мәктәбенең химия уҡытыусыһы (стажы – 19 йыл) Эльвира Ғаяз ҡыҙы Ломовцева “Белемде һаҡлаусы”, Буруновка мәктәбенең башланғыс кластар уҡытыусыһы (стажы – 10 йыл) Риннэта Ринат ҡыҙы Лукина “Алтын йөрәкле”, Бурлы мәктәбенең инглиз теле уҡытыусыһы (стажы – 17 йыл) Резеда Рәмил ҡыҙы Ишмөхәмәтова “Отҡорлоҡ”, Табын урта мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып бер йыл эшләүсе Айгөл Илһам ҡыҙы Йомағолова “Перспективалы”, Үзбәк мәктәбенән конкурсанттар араһында иң ҙур – 25 йыллыҡ педагогик хеҙмәт стажлы, тәжрибәле рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ирина Тимерғәле ҡыҙы Рафиҡова “Үҙ һөнәреңә тоғролоҡ” номинацияларында билдәләнеп, Дипломдар һәм бүләк сертификаттарына лайыҡ булдылар.
Конкурс лауреаттары район хакимиәте башлығы тарафынан 5 мең һумлыҡ аҡсалата премиялар һәм Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Улар: Красноусол башҡорт гимназия-интернатының химия уҡытыусыһы (стажы – 15 йыл) Эльмира Сәлих ҡыҙы Ғәзизова, Аҡкүл һәм Табын мәктәптәренең башланғыс клас-тар уҡытыусылары Светлана Николаевна Кулагина (стажы - 6 йыл) менән Татьяна Павловна Теплова (стажы – 14 йыл).
Красноусол башҡорт гимназия-интернатында ике һәм биш йыл уҡыусыларға рус теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән Алина Айҙар ҡыҙы Садиҡова “Йәш йыл уҡытыусыһы”, ә Альбина Абдулла ҡыҙы Ғәзизова “Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” исемен яуланы. “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы” булып Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең 19 йыл хеҙмәт стажлы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Зилә Хөрмәтулла ҡыҙы Иҙрисова танылды. Барыһы ла Фәнзил Сыңғыҙов ҡулынан 25 мең һумлыҡ аҡсалата бүләктәр, Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле сувенирҙар алды.
“Йыл уҡытыусыһы-2020” конкурсы еңеүсеһе - Красноусолдағы 3-сө мәктәптең башланғыс клас-тар уҡытыусыһы (стажы – 7 йыл) Екатерина Васильевна Матвеева булды, ул 50 мең һумлыҡ аҡсалата премия, Маҡтау грамотаһы һәм иҫтәлекле статуэтка менән бүләкләнде.
Үҙ сығышында Фәнзил Сыңғыҙов конкурста ҡатнашырға йөрьәт иткән бөтөн конкурсанттарҙы “Хеҙмәт геройҙары” тип атаны. Башҡорт районында йәшәүебеҙҙе иҫәпкә алып, бындай һөнәри оҫталыҡ бәйгеләрен һәр бер мәктәптә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, шулай уҡ рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында уҙғарып, унда еңеүселәр артабан район кимәлендә ҡатнашыуына өлгәшеү теләген еткерҙе. Ошолай иткәндә ҡатнашыусылар ҙа күберәк булыр ине, тине. Фәнзил Фәйез улы конкурсант-педагогтарға рәхмәтен белдерҙе һәм артабан да һөнәри үҫеш, уңыштар теләне, шулай уҡ районыбыҙ мәктәптәрендә 435 уҡытыусы эшләүен иҫәпкә алғанда киләһе конкурстарҙа кәм тигәндә 50 уҡытыусы ҡатнашырға теләк белдерһен, тигән теләктә ҡалды.
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты коллективы уҡыусыларҙың дәртле йыр-бейеүҙәренән торған бай йөкмәткеле, сағыу тамаша әҙерләгәйне, сығыштарҙың конкурсанттарҙың һәр береһенә арналыуы үҙенсәлекле биҙәк өҫтәне.
Еңеүсе педагогтар алдында тағы ла яуаплыраҡ һынау - конкурстың республика этабында район намыҫын яҡлау тора. Уңыштар юлдаш булһын һеҙгә, “Йыл уҡытыусылары!”
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в