-11 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
31 Ғинуар 2020, 19:25

Ҡыйыу-тәүәккәлдәр спорты Район тарихында беренсе тапҡыр автоуҙыш үтте

2020 йылдың 25 ғинуары Ғафури районы тарихына районыбыҙҙа тәүгеһенән автоуҙыш уҙған көн булып яҙыласаҡ.Ҡышҡы автокросс буйынса икенсе республика чемпионаты үтте, ул республика ғына түгел, ә төбәк-араға әүерелде, сөнки Красноусол трассаһына көслө бурандарға ҡарамаҫтан, алыҫтан, 400 саҡрым араны үтеп Ырымбур спортсылары ла килгәйне.

Чемпионатты асыу тантанаһында унда ҡатнашыусыларҙы район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов, Рәсәй ДОСААФ-ының Өфөләге берләшмә техник мәктәбе рәйесе Салауат Яхин, БР автоспорт Федерацияһы рәйесе Владислав Мурзин, Ғафури районы ДОСААФ бүлексәһе рәйесе Василий Калачигов, Красноусол ауылы ветерандар советы рәйесе Валентин Суслов сәләмләне. Фәнзил Фәйез улы үҙ сығышында был көндө Ғафури автоклубының рәсми тыуған көнө тип атарға мөмкин булыуын билдәләне. Ул Ғафури ДОСААФ-ы бүлексәһе базаһында барлыҡҡа килеп, һуңғы ваҡытта район хакимиәте ярҙамында әүҙем йыһазландырыу бара (ғинуарҙа әлеге чемпионатҡа әҙерләнеү сиктәрендә хакимиәт ярҙамы менән “ВАЗ-2108” автомобиле һатып алынған, ул уҙышта ҡатнашҡан, ә күптән түгел бүлексә паркы йәнә бер “ВАЗ-2112” автомобиле менән тулыланған).
Уҙыштарҙа Өфө, Белорет, Октябрьский, Ырымбур, Төйлөгән ҡалаларынан, Ырымбур өлкәһенән һәм беҙҙең райондан барлығы 18 кеше ҡатнашты. Ғафури районы намыҫын ике пилот Алексей Калачигов менән Олег Афанасьев яҡланы. Алексей чемпионаттың бынан алдағы беренсе турында көмөш миҙалсы булған, быныһында иһә тәүге әйләнештә тәжрибәле уҙышсыларҙан ҡалышмайынса финиш һыҙығын икенсе булып үтте. Әммә уға икенсе финал уҙыштың уртаһында, автомобиленең техник торошо һынатыуы сәбәпле, дистанциянан сығырға тура килде. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Красноусол егете йыйған мәрәйҙәре һөҙөмтәһе буйынса тәүге өсәү иҫәбенә инеп, чемпионаттың 22-23 февралдә Өфөлә уҙасаҡ сираттағы турында ҡатнашыу хоҡуғына эйә булды. Районыбыҙҙың икенсе вәкиле Олег Афанасьев уҙышты дүртенсе булып тамамланы.
Ярыш еңеүселәре һәм призерҙары кубоктар, миҙалдар менән бүләкләнде һәм рәхмәт һүҙҙәренә лайыҡ булды. Көн буранлап торғанлыҡтан пилоттарға бик еңелдән булмағандыр, әммә улар был спорт төрө менән ҡыҙыҡһынып, уны тамаша ҡылыусыларға күпме ҡомар һәм дәрт-дарман бүләк иттеләр – шуныһы мөһим. Ысындан да, автоспорт – ҡыйыу кешеләр спорты ул!
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в