-18 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Февраль 2020, 11:10

Уҙғандарҙан матур эҙ ҡалған...

Йөҙимән ауылынан 35 йыл ғүмерен уҡыусыларға белем биреүгә арнаған Әминә Мөхәмәт ҡыҙы Мәхмүтова (Әбсәләмова) 1 февралдә үҙенең тыуған көнөн билдәләй.

Үтәк ауылында Мәрйәм менән Мөхәмәт Мәхмүтовтар ғаиләһендә донъяға килә Әминә. Әммә иркәләнеп кенә, әсәһенең наҙлы ҡосағында үҫергә насип булмай, йәш ярымлыҡ сағында әсәһе гүр эйәһе булып, етем ҡала. Үгәй әсәй ҡулында, өләсәйҙәре тәрбиәһендә үҫеп буй еткерә. 1952 йылда Үтәк мәктәбен тамамлаған тырыш, отҡор, яҡшы уҡыған ҡыҙ оҙаҡ уйлап тормай Стәрлетамаҡ ике йыллыҡ уҡытыусылар институтына уҡырға инә. Ҡулына диплом алған йәш мөғәллимә Ҡурған өлкәһенең Сафакүл ете йыллыҡ мәктәбенә уҡытырға ебәрелә. Бында өс йыл эшләгәндән һуң, тыуған районына ҡайтырға насип була. Артабан яратҡан эшен Йөҙимән мәктәбендә дауам итеп, уҡыусыларға география, химия, биология фәндәре серҙәрен аса. Ситтән тороп Ырымбур пединститутының география факультетын тамамлап, ике юғары белемгә эйә була.
Бер ҡасан да ваҡыт менән иҫәпләшмәгән, тынғыһыҙ, көслө рухлы, көн-төн мәктәп тип янып йөрөгән, өйөндә лә өлгөргән, бар күңелен һалып, эшенең һөҙөмтәһенә өлгәшеп эшләгән уҡытыусы була ул. Әминә Мөхәмәт ҡыҙы уҡыусылары менән колхоз баҫыуҙарында, малсылыҡ фермаларында, мәктәп яны участкаһында әүҙем эшләй. Уҡыусыларын турслеттарға, походтарға, экскурсияларға, йөрөтөүҙе лә үҙенең бурысы һанай. Дәрестәрен ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп уҙғарып, үҙ фәненә ҡыҙыҡһыныу уятҡан. Уҡыусылары әле булһа география дәрестәрендә картала булһа ла төрлө илдәргә-ҡитғаларға “сәйәхәткә” сығыуҙарын, химия дәрестәрендә тәжрибәләр үткәреп, асыштар яһауҙарын һағынып иҫкә ала. Мөғәллимәгә уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары ла булып эшләргә тура килә, өҫтәүенә, күп тапҡыр ауыл Советына депутат итеп тә һайлап ҡуялар.
- Ул замандарҙа партия, дирекция тарафынан уҡытыусыларға талап ҡаты булды: политуҡыуҙар ойоштороу, сараларҙа доклад менән сығыш яһау булһынмы, мәктәптә икешәр смена уҡытып, кистән иһә ваҡытында уҡырға мөмкинлеге булмаған йәштәргә, өлкәндәргә киске уҡыуҙар уҙғарһынмы, өлгәшмәгән балаларҙы алып ҡалып дәрес аңлатыу, өйҙәренә йөрөүҙәр, бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәктәп һәм йәмәғәт эштәренә башкөллө сумып эшләнек, - ти Әминә Мөхәмәт ҡыҙы хәтирәләрен яңыртып. - Мәктәп баҡсаһын йәшелләндереп, ылыҫлы ағастар, Стәрлетамаҡ питомнигынан күп төрлө сортлы алмағастар, Яугилде мәктәбенән емеш-еләк ҡыуаҡтары алып ҡайтып ултырттыҡ, - ти ул. Мөғәллимәнең уҡыусылары менән мәктәп тирәләй ултыртҡан ҡайындарҙы ауыл халҡы “Әминә ҡайындары” тип йөрөтә.
Әминә Мәхмүтованың тырышлығы менән фән кабинеттары йыһазландырыла, күпме балаға ул тормошта үҙ юлын табырға ярҙам иткән. Уҡыусылары араһында яратҡан уҡытыусыларының юлын дауам итеп уҡытыусы һөнәрен һайлаусылар бихисап, шулай уҡ табиптар, агрономдар ҙа күп. Хөкүмәт педагогтың тырышлығын, намыҫлы хеҙмәтен күп һанлы Маҡтау грамоталары, “Халыҡ мәғарифы отличнигы” маҡтаулы исеме менән баһалаған.
Бәхетен дә Йөҙимәндә таба Әминә апай. Ошо ауыл егете Фәрит Сәләхетдин улы менән яҙмышын бәйләй. Өйләнешкәс, Фәрит ағай Ауыл хужалығы институтының көндөҙгө бүлегендә уҡығанда ла, һуңынан ике тиҫтә йылдан ашыу Салауат исемендәге колхоз рәйесе, оҙаҡ ваҡыт агроном булып эшләгәндә донъя йөгөн тартыу, ишле балаларҙы тәрбиәләү башлыса Әминә апайҙың нескә иңдәренә төшә. Әбсәләмовтар өс ҡыҙ, ике улға ғүмер биргән. Ҡыҙҙары – Резеда менән Вәкилә әсәйҙәренең юлын дауам итеп, тәүгеһе – рус теле, икенсеһе башҡорт теле уҡытыусылары булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡандар, ғаиләләре менән Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалаларында йәшәйҙәр. Ғаиләһе менән Красноусолда төпләнгән ҡыҙы Әҡлимә медицинаны һайлаған, Балалар шифаханаһында шәфҡәт туташы. Район үҙәгендә йәшәгән улдары Фәһим мал табибы һөнәренә эйә. Улдары Риф - водитель, атаһы мәрхүм булғас, төп йортҡа йәшәргә ҡайтҡан. Әминә апай биш ейән-ейәнсәрҙең яратҡан өләсәһе лә.
Уҡытыусы-ветеран, ауылдың хөрмәтле кешеһе Әминә Мәхмүтова мәктәп менән бәйләнеште өҙмәй, уҡыусылары ла онотмай, хәлен белешә, яратҡан уҡытыусыларына ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә, балалары ла ярҙамынан ташламай. Оло кеше өсөн шунан да ҙур бәхет юҡ.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в