-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Февраль 2020, 20:05

Күп мәсьәләләр урында хәл ителде

28 ғинуарҙа район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов БР Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов менән берлектә шәхси һорауҙар буйынса граждандарҙы ҡабул итеү уҙғарҙы. Уның эшендә шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары Гүзәл Байдәүләтова, Рәмил Әхмәтов, Динар Ғәлимов, хакимиәттең эштәргә идара итеүсеһе Нурсилә Хәсәнова һәм башҡалар ҡатнашты.Үҙҙәрен борсоған һорауҙар менән 22 кеше килгәйне.

Тәүге булып Рус Саскүле ауылы старостаһы В.Вязовцев мөрәжәғәт итте. Ул ауылдаштары исеменән модулле фельдшер-акушерлыҡ пунк-ты урынлаштырыу мәсьәләһен хәл итеүҙә һәм Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан ауылдашы - Советтар Союзы Геройы А.Ковальскийға һәм 110 яугир-ветерандың исемен мәңгеләштереү йәһәтенән һәйкәл урынлаштырыуҙа ярҙам һораны. Мөрәжәғәт итеүсе үҙен борсоған мәсьәләләргә яуап алды.
Красноусолдың З.Вәлиди урамында йәшәүсе Р.Рәхмәтуллина менән Л.Ваһапова бындағы 8 йортҡа газ үткәреү мәсьәләһен күтәрҙе. Был тупик урам булғанлыҡтан, газ үткәргестәр һуҙылған мәлдә йорттарға газ үтмәй ҡалған булған. Өлгөрөп еткән мәсьәләне хәл итеү, йәғни был урамға газ үткәреүҙе быйылғы йыл планына индереү өсөн уларҙан яҙма мөрәжәғәт ҡабул итергә ҡушылды.
Социалистик урамындағы 43/1-cе һанлы дүрт фатирлы йортта йәшәүсе Ш.Муллағәлиев йорт ҡыйығын ремонтлауҙа ярҙам һораны. Красноусол быяла заводы ҡарамағындағы был йорт, завод эшмәкәрлеге туҡтатылғас, 2013 йылда “Ғафури коммуналь хужалығы” ЯСЙ-е идарасы компанияһы (етәксеһе – А.Хлескин) балансына күсерелгән, төбәк операторы ла тап был компания булған. Етәксегә ҡыйыҡты йүнәтеү тураһында мөрәжәғәт иткәндәр, әммә уларҙың үтенесе ҡәнәғәтләндерелмәгән. Хәҙер йортто идарасы ла хеҙмәтләндереүҙән баш тартҡан һәм хужаһыҙ тороп ҡалған. Үҙҙәрен борсоған мәсьәләлә ҡайҙа, кемгә мөрәжәғәт итергә белмәгән был йортта йәшәүселәр исеменән килгән вәкил район хакимиәте башлығынан ыңғай яуап алды: быйыл сентябргә тик-лем йорт ҡыйығы яңыртыласаҡ!
Красноусолдан Л.Ипатова Пугачев урамындағы 49-сы һанлы күп фатирлы йортта таяуҙарҙы нығытыу мәсьәләһен күтәрҙе, фатирға төшөп йәшәүсе Р.Ғимранов торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ярҙам һорап мөрәжәғәт итте. Уларҙың һорауҙарына аңлатма-тәҡдимдәр бирелде.
Ҡауарҙы ауылы ветерандар советы рәйесе Р.Насиров ауылда иҫкергән обелискыны (20 йылдан артыҡ ваҡыт үткән) яңыртыу мәсьәләһен күтәреп, ярҙам һораны. Рим Әхтәри улы обелискыла биш тиҫтәгә яҡын фамилия етешмәүен билдәләне, һуғыш яланында 178 кеше ятып ҡалған, 125 ауылдашы ҡайтҡас мәрхүм булған, Афған, Чечен һуғышы, тыл ветерандарын да индерергә ине иҫәп, тине.
Ҡормантау ауылынан Афған һуғышы ветераны, 25 йыл колхозда эшләп, хеҙмәт ветераны исеменә эйә М.Кәримов хәрби бәрелештәр ветерандарына льготалар, фатир һәм шифаханаға путевка мәсьәләһен күтәрҙе.
Мораҙ ауылынан М. Шәрипова ауылға газ үткәреү (24 йорттоң 15-енә үткәреү мөмкинлеге бар, күп балалы дүрт ғаилә бар, газ үткәрелһә, йәштәр ҙә ауылда ҡалыр ине, тине), Ҡолҡан ауылынан Р.Ҡырымбаев да газ, һыу үткәргестәр һуҙыу мәсьәләһен күтәрҙе. Сәйетбаба ауыл Советы депутаты М.Фәйзуллин ике тиҫтәләп йортта йәшәгән ҡырҡлап кешенең һыуһыҙ интегеүен белдереп, йорттарҙы үҙәк һыу үткәргескә тоташтырыу мәсьәләһен еткерҙе һәм шундуҡ яуап та алды. Игенйылға ауылынан инвалид балалар тәрбиәләүсе Г.Ғәйнуллина йортона газ үткәреүҙә ярҙам һораны.
Ташлы ауылында 2017 йылда йорт һатып алып йәшәгән күҙ буйынса I төркөм инвалиды А.Старостин (кеше оҙатыуында йөрөй) өйгә газ үткән тип үҙен төп башына ултыртыуҙарын (өйгә газ торбалары һуҙылған, әммә үҙәккә тоташмаған), утын әҙерләй алмауын, ике ҡышты һыуыҡта үткәреүен белдереп, газ үткәргесте үҙәк трассаға тоташтырыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итте.
Ибраһим ауылынан шәхси һорау менән мөрәжәғәт иткән Ф.Рәхмәтуллина балалар баҡсаһындағы карауаттарҙы яңыртыу мәсьәләһен дә күтәрҙе.
Йөҙимән ауылынан килгән вәкилдәр өс ауылға (Имәнлек, Уҫман, Йөҙимән) бер клуб булһа ла төҙөү, шулай уҡ Йөҙимән мәктәбенең тәҙрәләрен яңыртыу, компьютерҙар менән тулыландырыу мәсьәләһен дә күтәрҙеләр. Ауылда ауыр тормош хәлендә ҡалып, электр энергияһы өсөн түләй алмағанлыҡтан бурыстары йыйылып уттан өҙөлгән һәм 6 ай утһыҙ ултырған күмәк балалы ғаиләнең йортона электр утын тоташтырыу үтенесен еткерҙеләр.
Красноусолдан В.Маркисов Полянский быуаһы янындағы баҡса ер участкаһын рәсмиләштерә алмауынан (ундайҙар 11 кеше) ярҙамға өмөтләнеп килгән. Ул күтәргән мәсьәлә асыҡ килеш ҡалды. Ағалы-энеле Саттаровтар күршеләренең алдаҡ юл менән ер участкаһын үҙләштереү мәсьәләһенә яуап эҙләп килгән. Был мәсьәләгә юрист асыҡлыҡ индерәсәге билдәләнде.
Ҡабул итеүгә килгән күптәр үҙҙәренә генә ҡағылышлы һорауҙарына яуап тапты.
Граждандарҙы ҡабул итеүсе Ф.Ф.Сыңғыҙов менән Р.Р.Ишмөхәмәтов үҙҙәренә күҙ төбәп килеүселәр күтәргән һәр бер һорауҙы иғтибар менән тыңлағандан һуң, һәр ҡайһыһына аныҡ яуап бирҙеләр, мәсьәләләрҙең ҡайһы берҙәрен уртаға һалып тикшереп, асыҡлыҡ индерҙеләр, артабан ентекләп өйрәнеүҙе, хәл итеүҙе талап ителгәндәрен яҙып алып, ныҡлы контролгә алдылар. Дөйөм алғанда, йәмәғәт ҡабул итеүе эшлекле шарттарҙа үтте, һәр кем ҡәнәғәт ҡалды.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в