-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2020, 14:15

«Хәләл-Еҙем» кубогына хоккей турниры

Бер нисә йыл рәттән Юлыҡ, Ҡауарҙы, Сәйетбаба, Красноусол ауылдары хоккей һөйөүселәр командалары шайбалы хоккей буйынса көс һынаша. Быйыл да ғинуар аҙағында Юлыҡ ауылындағы боҙ майҙансығында «Хәләл - Еҙем» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы кубогына сираттағы хоккей ярышы үтте. Быйыл башлап Юрмаш ауылы спортсылары ла ҡушылып, 6 команда ҡатнашты.

Турнирҙы Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов асып ебәрҙе. Ул спортсыларға уңыштар теләне һәм спорт майҙансығын эшләгән «Юлыҡ» ТОС-ына һәм катокты әҙерләгән өсөн Рим Ильясовҡа рәхмәт белдерҙе. Уйынды ойоштороусы «Юлыҡ» ТОС-ы рәйесе Рәхимйән Шәкирйән улы ҡатнашыусыларҙы уйындың маҡсаты, ҡағиҙәләре менән таныштырҙы.
Хоккей - ысын ирҙәр уйыны, тигәндәре хаҡтыр. Алдан дәртләнеп килгән уйынсыларға буран һәм көслө ел дә ҡамасаулай алманы. Ярыш бик көсөргәнешле, сәмле барҙы. Һәр ауыл командаһы ла әҙерлекле килгән ине һәм бик яҡшы уйын күрһәтте. Уйын һөҙөмтәләре буйынса Сәйетбаба ауыл биләмәһе командаһы – беренсе, Красноусол командаһы - икенсе, Юлыҡ ауылы командаһы өсөнсө урынға сыҡты. Иң һөҙөмтәле һөжүмсе Ҡауарҙы ауылы егете Азамат Әбелғужин булһа, Красноусолдан Камил Шаймарҙанов иң һәйбәт һөжүмсе, Юлыҡ егете Данир Абдрахманов иң һәйбәт һаҡсы, Сәйетбабанан Инсаф Фәхретдинов иң яҡшы ҡапҡасы тип танылдылар.
Уйындар тамамланғас, «Хәләл-Еҙем» кооперативы рәйесе Фәнил Миңлеғәле улы Басиров еңеүселәргә кубок һәм миҙалдар тапшырҙы. Беренсе урынды яулаған сәйетбабалар үҙҙәренең кубогын команда етәксеһе Рәйес Юлбарисовҡа тыуған көнөнә бүләк итте.
Турнирҙы ойоштороусылар Юлыҡ мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Миңлеғәле Юлмөхәмәтов, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе тренеры Кәрим Кәримов, Ҡауарҙы егеттәре исеменән приздар әҙерләгән шәхси эшҡыуар Салауат Баязитов, уйынсыларҙы үҙҙәренең тәмле аштары, билмәндәре менән һыйлаған кооператив хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтле. Фәнил Миңлеғәле улына һаулыҡ һәм ул етәкләгән кооперативтың эшендә уңыштар теләйбеҙ!
Суфия Юлыҡова.
Юлыҡ ауылы.
Читайте нас в