-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
5 Февраль 2020, 11:00

Шахмат ярышы

Нияз Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында “Беренсе класс кубогы – 2020” тип аталған сәмле шахмат ярышы үтте.

Район хакимиәтенең физик культура һәм спорт бүлеге был мауыҡтырғыс уйындың ойоштороусылары булып торҙо. Кешенең интеллектуаль һәләтен үҫтереүгә ярҙам итеүсе был уйында 24 йәш шахматсы ҡатнашты. Ҡыҙҙар араһында 1-се урын Рада Дьяконоваға (Красноусолдағы 2-се мәктәп), 2-се урын Софья Балабонова (1-се мәктәп), 3-сө урын Анастасия Вагановаға (2-се мәктәп) тапшырылһа, малайҙарҙан 1-се урын Тимур Юламановҡа (1-се мәктәп), 2-се урын Даниэль Солтанғоловҡа (1-се мәктәп), 3-сө урын Кирилл Курбатовҡа (3-сө мәктәп) бирелде.Еңеүселәр һәм призерҙар кубоктар, грамоталар һәм миҙалдар менән бүләкләнде.
Читайте нас в