-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль 2020, 18:00

Ил инәһе менән осрашыу

Күптән түгел Н.А.Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатында яҙыусы, мәғрифәтсе, йәмәғәт эшмәкәре, Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаева менән фәһемле осрашыу булды. Был йәнле һөйләшеү-осрашыуҙа гимназия уҡыусылары, уҡытыусылар, тәрбиәселәр һәм башҡа мәктәптәрҙең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты.

М.Бураҡаева хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ башлай, аҙаҡ төрлө йылдарҙа журналист, милли мәктәптәр инс-пекторы булып эшләй. Артабан үҙен профессиональ яҙыусы һәм йәмәғәт эшмәкәре булараҡ таныта. 1975 йылда “Һүнмәҫ нурҙар” исемле тәүге китабы донъя күрһә, аҙаҡ “Шишмә”, “Йәнтөйәк”, “Һылыуҡай”, “Илмәнтау легендаһы”, “Арғымаҡ” китаптары баҫтырыла. Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы “Тормош һабаҡтары” дәреслеге авторы, шулай уҡ балалар өсөн “Йәйләү” йәйге лагерын ойоштороусы ла булып тора. Йәш быуынға яҡшы тәрбиә биреү өсөн ул бик күп проекттарға нигеҙ һалған шәхес. Үҙенең балаларын да башҡорт халҡына хас булған сифаттар нигеҙендә тәрбиә биреп үҫтергән.
Халҡыбыҙҙың рухын күтәреп, йәшәүгә дәрт, илһам уятыусы, туған тел тип яныусы Мәрйәм Бураҡаева менән осрашыу бик йылы, йәнле барҙы, ихлас фекер алышыу ойошторолдо. Осрашыу ваҡытында яҙыусы үҙе менән булған төрлө ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғаларҙы ла иҫенә төшөрҙө, туған телгә булған һөйөүҙең ни тиклем ҡәҙерле һәм яҡын булыуын төшөндөрҙө, “Урал батыр” эпосының тәрбиәүи әһәмиәтен аңлатып үтте. Уҡыусылар яҙыусының ҡайҙан ижади инеш, көс, илһам алыуы менән ҡыҙыҡһындылар һәм үҙҙәрен борсоған, мауыҡтырған бик күп һорауҙарға фәһемле яуаптар ишеттеләр.
- Мәрйәм Сабирйән ҡыҙы менән күҙгә-күҙ ҡарашып һөйләшеү һәммәбеҙҙең дә күңел түрендәге нескә тойғоларыбыҙҙы көсәйтеп, рухыбыҙҙы байытып ебәргәндер. Ошондай рухи байлыҡ алыу осрашыуы һәр ваҡыт кәрәк. Балалар үҙҙәренә фәһем алып, һоҡланып, йүнәлеш тә билдәләйҙәр, - тине үҙенең сығышында гимназия директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы.
М.Бураҡаева менән килгән ҡунаҡ Мәрүә Мирсәйет ҡыҙы Ғилметдинова “Йәйләү” профилле йәйге лагерында балаларҙы ял иттереү тураһында һөйләп: “Йәйләү”ҙең төп маҡсаты - балаларҙы физик һәм рухи яҡтан сыныҡтырыу, уҡыусының һәр яҡлап һәләтен асыу өсөн йүнәлеш биреү, артабан үҙтәрбиә менән шөғөлләнеүгә нигеҙ һалыу, бала булмышында, аңында тәбиғәттән бирелгән, быуындан-быуынға күсә килгән һәләтен уятыу”, - тине.
Район Ағинәйҙәр ойошмаһы исеменән уның етәксеһе Рәмзиә Монасипова һоҡланғыс ил инәһенә күңел түрендәге һүҙҙәрен еткереп, Рәхмәт хаты тапшырҙы, сәскәләр гөлләмәһе бүләк итте.
Сараны гимназия уҡыусыларының “Төлкәҫ” (етәксеһе А.Ф.Буранова), “Быҙыбыт” (етәксеһе И.Х.Хәбибуллин) өлгөлө бейеү ансамблдәренең, “Айҙарман”, “Наҙ”, “Рух” вокаль төркөмдәренең (етәксеһе Д.Ғ.Абдуллина) сығыштары биҙәне. Кисәне 9-сы класс уҡыусыһы Лилиә Саттарова һәм 10-сы кластан Денис Шәмсетдинов йәнле итеп алып барҙы.
Осрашыуҙы ойоштороусы район мәғариф бүлеге методисы Әлфиә Әхмәтша ҡыҙы Шаһиеваға, Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры Гөлсөм Мөбәрәк ҡыҙы Монасиповаға күптәр рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе. Осрашыу барыбыҙ өсөн дә һоҡланырлыҡ, фәһем алырлыҡ булды.
Һәр кем бай йөкмәткеле китаптар, һүрәттәр күргәҙмәһен ҡыҙыҡһынып ҡараны. Теләүселәргә яҙыусының китаптарын, буклеттарын һатып алыу мөмкинлеге лә булды.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в