-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль 2020, 11:25

Килешеүҙәр төҙөшөү мотлаҡ

Донъяла сүп-сарҙан да күп нәмә юҡ. Уны ҡайҙа ҡуйып бөтөргә лә белмәҫһең. Әле бөтә илдә, шул иҫәптән Башҡортостанда көнкүреш ҡалдыҡтарын утилләштереү буйынса реформа бара. Уның маҡсаты – илебеҙҙең экологик торошон яҡшыртыу, тәбиғәткә зыянды кәметеү һәм рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙе бөтөрөү.

Республикала ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эш итеү буйынса төбәк операторҙары барлыҡҡа килде. Шуның иң ҙур майҙанды – 3-сө зоналағы 22 муниципаль берәмекте (4 ҡала, 18 район, шул иҫәптән Ғафури районын да) үҙ эсенә алған Стәрлетамаҡ ҡалаһы “Эко-Сити” ЯСЙ-е төбәк операторы сүп-сарҙы йыйып алып китеп, сорттарға айырыу һәм ҡалдыҡтарҙы утилләштереү менән шөғөлләнә. “Эко-Сити” төбәк операторы барлыҡ муниципаль берәмектәр, шулай уҡ транспорт ойошмалары менән килешеүҙәр төҙөшкән. Сүп-сар йыйыу график буйынса ойошторолған.
Закон буйынса һәр бер юридик шәхес (эшҡыуарҙар) көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға мотлаҡ килешеүҙәр төҙөшөргә бурыслы. 31 ғинуарҙа килешеүҙәр төҙөшөү мәсьәләһе буйынса “Эко-Сити” ЯСЙ-е төбәк операторы начальнигының абонент хеҙмәте буйынса урынбаҫары Светлана Сазонова Красноусолда Калмыков урамы, 6 (“Эко-Сити” ЯСЙ-е офисы) адресы буйынса юридик шәхестәрҙе күсмә ҡабул итеү уҙғарҙы. Уның барышында тиҫтәнән ашыу эшҡыуар мөрәжәғәт итеп, 8-е килешеү төҙөштө. Белгес түләү нисек иҫәпләнгәнен аңлатты, “Сүп-сар реформаһы”н бойомға ашырыу мөһимлеген иҫкәртте. Ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыуға килешеү төҙөшмәгән осраҡта Башҡортостан Республикаһы Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы тарафынан штраф санкциялары ҡулланыласағы билдәле булды.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в