-13 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
7 Февраль 2020, 16:57

Ҡулынан гөлдәр тама

Уңған-булған кешеләр тураһында: “Ҡулынан гөлдәр тама,” – тиҙәр. Кемдәрҙер гөлдәрҙе баҡсаһында, йортонда үҫтерә, кемдер матур гөл-сәскәләрҙе һүрәткә төшөрә, тимерҙән ҡоя, йә таштан уйып яһай.

Ә бына беҙҙең Игенйылға ауылында Зилә Фәнис ҡыҙы Йәркәева гөлдәрҙе ябай ептәрҙән кирге энәһе менән бәйләп балаҫтарға, кофталарға, ултырғыс япмаларына һ.б. әйберҙәргә төшөрә. Кирге энәһе (крючок) менән бәйләнгән әйберҙәр менән кемделер шаҡ ҡатырып булмайҙыр ҙа кеүек, ә бына Зиләнең ҡул эштәрен күреп, ысындан да хайран ҡалаһың. Уларҙы күрмәйенсә, матурлыҡтарын, нәфислектәрен һүҙ менән яҙып ҡына аңлатып булмай. “Йөҙ тапҡыр ишеткәнсе, бер тапҡыр барып күр”, - тигәнде иҫтә тотоп, хужабикәнең рөхсәтен алып, Йәркәевтарға юл тоттоҡ.
Ауыл осондағы бик күркәм йорт үҙенең тышҡы матурлығы менән үк иғтибарҙы йәлеп итә. Селтәрләп эшләнгән матур ҡапҡаны асып, ихатаға керәбеҙ. Һәр ерҙә бөхтәлек, күҙ яуын алырлыҡ гөлдәр сәскәләре менән ихатаны йәмләп ултыра.
Йорт эсенә уҙабыҙ. Беҙҙе ҡышҡы баҡса ҡаршы ала. Заманса, зауыҡ менән йыһазландырылған йорттоң һәр ерендәге тәртип, бөхтәлек бында бик уңған, тырыш хужалар йәшәүе тураһында әйтеп тора. Йорт хужаһы Ринат менән Зилә икеһе лә Игенйылғала тыуып, матур ғаилә ҡороп, 80-се йылдарҙа Себер тарафтарына сығып киткән. Ерһеп йәшәгәнсе тип, тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайталар, үҙ көстәре менән йорт төҙөп керәләр. Уңған ғаиләлә ике ул тәрбиәләп үҫтерәләр. Бөгөнгө көндә улар ҡартәти менән ҡартәни ҙә.
Ҡасандыр Стәрлетамаҡ ҡалаһында уҡып итексе һөнәре алған Зилә бәйләү эштәренә шул тиклем мөкиббән китермен тип уйламағандыр ҙа. Ябай ғына ҡыҙыҡһыныуҙан башланған эш уны шул тиклем йәлеп итә. Хәҙер инде энәләр менән ысын мәғәнәһендә, сәнғәт әҫәрҙәре тыуҙыра ул. Яратҡан шөғөлөн Зилә 25 йыллап башҡара. Ул бәйләгән әйберҙәрҙең иҫәбе-хисабын да белмәй инде. Шул тиклем матур сәскәләр, һүрәттәр менән бәйләнгән карауат, диван япмалары, килешле кофта-күлдәктәр, тапочкалар, итексәләр, иҙәндәге балаҫтар, һ.б. береһенән-береһе матур, зауыҡлы. Күпме хеҙмәт, күпме күҙ нурҙары түгелгән! Ныҡышмаллыҡ та, тырышлыҡ та, сабырлыҡ та кәрәк был эштәрҙе башҡарырға.
Йорттоң һәр мөйөшөндә Зиләнең матур эштәрен күреп һоҡланаһың. Бәйләнгән әйберҙәрен дуҫтарына, туғандарына бүләк итергә ярата ул. Карауат, диван япмаларын, күлдәк-кофталарын заказ биреп бәйләтеп тә алалар. Ептәрҙең дә сифатлыһын ғына ҡуллана ул. Ауылдаштар ҙа ул бәйләгән матур кәрзиндәрҙе, тапочка, итексәләрҙе теләп ала.
Ринат та тормош иптәше кеүек матурлыҡҡа ғашиҡ. Өй эсендәге күп әйберҙәрҙә уның уңған ҡулдарының хеҙмәттәре күренә. Ул да гөлдәрҙе бик ярата икән. Икеһенең дә ҡулдарына күҙ теймәһен. Хоҙай Тәғәлә сәләмәтлектәрен бирһен, илһам шишмәләре һайыҡмаһын.
Зилә СӘЙЕТБАТТАЛОВА.
Игенйылға ауылы.
Читайте нас в