-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Февраль 2020, 11:20

Мәғарифҡа арналған ғүмер

Файҙалы һәм ҡәнәғәт йәшәлгән ғүмер – бәхетле ғүмер. Тормошоноң һәр миҙгелен лайыҡлы үткәргән, халҡы өсөн намыҫлы хеҙмәт иткән кешеләр биҙәй ерҙе. Һабай ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Рәсүл Солтангәрәй улы Басиров тап ошондай заттарҙың береһе.

Һабай ауылынан Ғәбиҙә менән Солтангәрәй Басировтарҙың ғаиләһендә өсөнсө бала булып донъяға килә Рәсүл. Сабый, үҫмер сағы ауыр һуғыш осорона тура килгәнлектән, бала ғына көйөнә, өҫтәүенә, атайһыҙ ҡалғас, өлкәндәр менән бер рәттән эшкә егелеп, бар эштең дә рәтен белеп үҫә. Һуғыштың икенсе йылына атаһы һуғышҡа алынғас, инәһе береһенән-икенсеһе бәләкәйерәк балалары менән тороп ҡала. Апаһы Зәбиҙәгә - 10, ағаһы Зөлфәргә 7 йәш, ә бәләкәс Рәсүл 1 йәш тә 9 айлыҡ ҡына булып ҡала. Шул киткәндән атаһына яҡындары янына әйләнеп ҡайтыу насип булмай, хәбәрһеҙ юғала, инәләре 29 ғына йәшендә тол ҡала.
1948 йылда Һабай башланғыс мәктәбенең 1-се класына уҡырға төшә, артабан Юлыҡ ете йыллыҡ мәктәбендә белем ала. 1956 йылда 8-се класты Ҡауарҙы урта мәктәбендә дауам итеп, 10-сыны уңышлы тамамлай Рәсүл. Тырыш, ҙур маҡсаттар, уй-хыялдар менән янған егеттең ниндәй ҙә булһа уҡыу йортона уҡырға инергә мөмкинлеге булмай, шуға ла колхозда төрлө эштәр башҡарырға тура килә, бында хеҙмәт сынығыуы ала. Йылдар үткәс, белемгә ынтылышы уны Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетына килтерә. 1968 йылда 3-сө курстан һуң, тамамланмаған юғары белемгә эйә белгес Ҡауарҙы мәктәбенә эшкә килә. Тап ошо йылда Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлап, ауылға йүнәлтмә буйынса зоотехник булып эшкә килгән Ҡормантау ауылы ҡыҙы Сәкинә Шәйәхмәт ҡыҙы менән сәстәрен-сәскә бәйләй. 1971 йылда БДУ-ны тамамлап, ҡулына диплом алыуға өлгәшә. Ул эш башлаған осорҙа уҡытыусы төп эшенән тыш әүҙем йәмәғәтсе-пропагандист, агитатор, лектор ҙа була. Күп тә үтмәй үҙ эшенең нескәлектәрен төплө белгән, йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнап, үҙен оҫта ойоштороу-сы итеп танытҡан, алдынғы ҡарашлы, заман менән бергә атлаған, кешеләр менән аралаша белгән, коллегаларының мәнфәғәтен ҡайғыртыусан педагогты директор вазифаһына тәғәйенләйҙәр. Әлбиттә, һәр эштең үҙ ауырлығы бар. Ә директор вазифаһы айырыуса ҙур яуаплылыҡ талап итә.
Яҙмышын педагогик эшмәкәрлеккә бағышлаған Рәсүл Солтангәрәй улы ҡайҙа эшкә ебәрһәләр, ғаиләһе менән шунда юллана. 1980 йылда бай тәжрибәгә эйә булған етәксене Юлыҡ урта мәктәбенә директор итеп күсерәләр. Бында ла ең һыҙғанып эшләй. Тормош иптәше Сәкинә Шәйәхмәт ҡыҙы ла мәктәпкә эшкә килә, балаларға биологиянан белем бирә, хеҙмәт дәрестәрен алып бара, юғары кластарға зоотехник белем нигеҙҙәрен аса. Рәсүл Солтангәрәй улы етәкселек иткән осорҙа алдынғылар иҫәбендә булған белем биреү учреждениеһының ирешелгән ҡаҙаныштарын һанап сығыу мөмкин дә түгел, әлбиттә. Әммә шуны әйтеп китергә кәрәк, етәксе эшен күңелен биреп, намыҫ менән башҡарҙы. Талапсан етәксе, ихтирамлы педагог булды.
Рәсүл Басировтың артабанғы тормош һәм хеҙмәт юлы тыуған ауылы менән бәйле. Һабайға күсеп ҡайтып төпләнгәс, ҙур, матур йорт һалып инәләр, бында башланғыс мәктәпте туғыҙ йыллыҡ итеп астырыуға күп көс һала. Төҙөлөп бөтөп, 1989 йылдың 1 сентябрендә 9 йыллыҡ булып эшләй башлаған мәктәптә Рәсүл Солтангәрәй улы хаҡлы ялға туҡтағансы лайыҡлы хеҙмәт итә. 35 йыл ғүмерен мәғарифҡа арнаған ир-уҙаман бөгөн ауылдың хөрмәтле кешеләренең береһе. Рәсүл Солтангәрәй улы район гәзитенең әүҙем ауыл хәбәрсеһе лә. Уҡымлы мәҡәләләре менән райондаштарын һөйөндөрә.
Басировтар ике ул һәм өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтереп, оло тормош юлына сығарғандар. 50 йылдан артыҡ бер-береһенә терәк-таяныс булып, татыулыҡта ғүмер йомғағын тағаталар, 13 ейән-ейәнсәрҙәре бар. Балаларының барыһы ла тиерлек юғары белем алған: өлкән улдары Ғайса ике юғары уҡыу йортон – БДУ, БАГСУ-ны тамамлаған, Өфөлә Уҡыу үҙәге директоры, кесеһе Фәйзи – нефть колледжын бөткән, Себер тарафтарында эшләй. Ҡыҙҙарының барыһы ла – Шәүрә - БДУ, Рәйсә, Зөлфиә – БДПУ-ны тамамлап, атай-инәйҙәре юлынан китеп, уҡытыусы һөнәрен һайлаған.
8 февралдә Басировтарҙың ҙур һәм татыу ғаиләһе Рәсүл Солтангәрәй улының 80 йәшен билдәләргә йыйыласаҡ. Гәзитебеҙҙең тоғро дуҫын олпат юбилейы менән ҡотлайбыҙ, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, тиң-тигеҙ, бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в