-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
11 Февраль 2020, 20:05

Яугилделә ағинәйҙәр йыйыны

Ябалаҡлап ергә ап-аҡ ҡарҙар яуа. Күңелгә шундай рәхәт. Сихри кистәрҙән, илаһи тойғоларҙан, матур уйҙарҙан йырлағы, ниндәй ҙә булһа изге ғәмәл ҡылаһы килә. Нилектән шулай һуң? Юҡ, ҡарҙар яуғанға ғына түгел икән. Ошо ҡарҙарҙан да ағыраҡ, сафыраҡ күңелле, йәшәйешебеҙгә йәм, ҡот биреүсе, йөрәктәргә изгелек орлоғо һалыусы районыбыҙҙың төрлө ауылдарынан килгән ағинәйҙәр йыйылған Яугилде мәктәбенә. Юл буйында ғына урынлашып, күркәмлеге менән үҙенә тартып торған мәктәп алдында Яугилде-Ерек ағинәйҙәре, уҡыусы балалар ҡунаҡтарҙы ихлас ҡаршы алды.

Эйе, районыбыҙҙың һәр ауылында хәҙер ағинәйҙәр ойошмаһы эшләп килә. Эшмәкәрлектәрен бер нисә йыл элек кенә башлаһалар ҙа, улар үҙҙәрен районда ғына түгел, республикала, хатта унан ситтә лә танытып өлгөрҙөләр. Башҡа ауылдарҙағы кеүек Яугилде, Ерек ауылдарында ла үткән һәр төрлө саралар, кисәләр, йәмәғәт эштәре ағинәйҙәр ҡатнашлығынан тыш уҙмай. Улай ғына ла түгел, улар ошо сараларҙы башлап, ойоштороп йөрөүсе лә. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеү, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау, яҡлау, балаларҙы тәрбиәле, тәүфиҡлы, эшһөйәр итеп тәрбиәләү, хәҙерге заманда ауылдарҙа киң таралған эскелек сиренән ауылдаштарҙы ҡотҡарыу маҡсатында арымай-талмай эш алып бара ағинәйҙәребеҙ. Ауылда туй барамы, һалдат әрме хеҙмәтенән ҡайтамы – ағинәйҙәр ихлас ҡотлай, шатлыҡ уртаҡлаша.
Районда ағинәйҙәр йыйыны үткәреү ҙә матур йолаға әйләнде. Бер осрашыу – бер ғүмер, тиҙәр бит. Бына әле лә осрашып күрешеү, башҡаларҙан фәһем алыу, үҙҙәре менән таныштырыу маҡсатында ҡунаҡтар ҡаршылай Яугилде, Ерек ағинәйҙәре бергәләп. Ағинәйҙәр мәктәптә балалар менән оҫталыҡ дәрестәре лә алып бара икән. Мәҫәлән, ҡорама тегеү, ҡурсаҡтар яһау (етәкселәре Рәзилә Мөхәррәм ҡыҙы Солтанморатова), балаҫ, япма һуғыу (Зилә Рәсүл ҡыҙы Солтанморатова), япма эшләү (Клара Зиннур ҡыҙы Ишмөхәмәтова), туҡыманан сәскәләр эшләү (Лилиә Әхмәтгәрәй ҡыҙы Миниязова), түшелдерек эшләү (Әминә Әмир ҡыҙы Сәйфуллина). Сараның беренсе өлөшөндә ҡунаҡтар дәрестәргә инеп, балаларҙың ҡорама тегеүен, ҡурсаҡ яһауҙарын, икенсе бүлмәлә балаҫ һуғыуҙарын ҡыҙыҡһынып ҡараны. Яугилде ағинәйҙәре үҙ ҡулдары менән оҫталап балаҫ һуғыу станогы эшләгән. Зилә Абдуллинаның сигеп эшләгән картинаһын да һоҡланып ҡаранылар.
Яугилде ауылы имамы Нәғим хәҙрәт Дәүләтбаев фатихаһынан һуң мәктәптең спорт залында сараның төп өлөшө башланды. Ағинәйҙәр йыйынын “Ағинәйҙәр гимны” менән башлап ебәреү матур йолаға әйләнгән. Был юлы ла Родина-Ватан ауылы ағинәйе, шағирә-сәсәниә Фәүзиә Ҡотлогилдина һүҙҙәренә Мәрйәм Солтанова яҙған йырҙы баҫып тыңланылар. Яугилде һәм Ерек ауылы ағинәйҙәренең мөнәжәте лә сараға фатиха кеүек яңғыраны. Яугилде һәм Ерек ауылы ағинәйҙәре етәкселәре Рәзилә Әхтәм ҡыҙы Зәйнетдинова, Клара Хажиәхмәт ҡыҙы Сәлихова үҙҙәренең эшмәкәрлектәре менән таныштырып сығыш яһағандан һуң, ағинәйҙәр һәм уҡыусы балаларҙың Нардуған байрамын сәхнәләштереп күрһәтеүен мауығып ҡараны ҡунаҡтар. Сара концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Балалар ҙа, ололар ҙа күңелдәргә үтерлек итеп йырланы, шиғыр һөйләне, елкендереп бейене. Лилиә Миниязова сараны килешле итеп алып барҙы, үҙе лә йырланы. Килгән ҡунаҡтарға ла һүҙ бирелде. Район ағинәйҙәре етәксеһе Рәмзиә Ғайса ҡыҙы Монасипова фәһемле, әһәмиәтле сараны тәбрикләп үткәндән һуң, сығышында үткән йылғы эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһаны, киләсәккә пландар билдәләне. Әүҙем ағинәйҙәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы. Родинанан Фәүзиә Ҡотлогилдина, Сәйетбабанан әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Закир Ишмырҙиндың йөкмәткеле, мәғәнәле телмәрҙәре лә иғтибар менән тыңланды. Осрашыу мул ризыҡтан һығылып торған өҫтәл артында дауам итте. Күңелдәргә йылы тойғолар алып, матур уйҙар менән хушлашты ағинәйҙәр. Ә тышта ап-аҡ ҡарҙар яуа ине.
Фәрғәт ҒӘЛИН.
Читайте нас в