-23 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
12 Февраль 2020, 11:00

Гәзит дуҫтарын йыйҙы

Ғинуар аҙағында гәзитебеҙҙең әүҙем хәбәрселәрен, йәмәғәтселәрен үткән йыл йомғаҡтары, гәзиттең йәшәйеше менән таныштырыу, фекер алышыу маҡсатында редакцияға хәбәрселәр ҡорона йыйҙыҡ. Гәзиттең даими яҙышып тороусы тоғро дуҫтары күпселек ауылдарҙан булғанлыҡтан, көндөң матур булыуын да теләп торҙоҡ.

Был көндөң алдағыларына ҡарағанда тыныс, йылы тороуы һәм үткер ҡәләмле дуҫтарыбыҙҙың башҡа ваҡыттағы менән сағыштырғанда күберәк килеүе һөйөндөрҙө. Шулай уҡ был йыйында район хакимиәтенән вәкил - социаль бүлек етәксеһе Эльвира Нурислам ҡыҙы Насированың ҡатнашыуы ла ҙур мәртәбә булды.
Гәзитебеҙҙең баш мөхәррире Гөлдәр Барый ҡыҙы Кинйәбаева ҡорҙо асып, әүҙем хәбәрселәребеҙҙең гәзиткә тоғро булыуҙарын, иң олоһо тип һаналған авторыбыҙҙың да бындай сарала ҡатнашырға кәрәк тип табыуын хупланы, барыһына ла килгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
- Гәзит редакцияһы алдына ҡуйылған бурыстарҙы үтәп килә. Һуңғы йылдарҙа хәбәрселәр штаты ла кәметелде. Элек дүрт журналист булһа, әле – ике. Шуға урындарҙағы хәбәрселәр беҙҙең ҙур көс булып тора, һеҙгә таянып эшләйбеҙ. Тираж буйынса планды үтәнек. Сайтыбыҙҙы, социаль селтәрҙәрҙәге төркөмдәребеҙҙе үҫтерергә тырышабыҙ. Гәзиттең дизайнына ла үҙгәреш кереттек. Быйыл Еңеүҙең 75 йыллығы. Уны лайыҡлы яҡтыртыуҙа һеҙгә лә иҫәп тотабыҙ. Ошо маҡсатта “Бөйөк Еңеү хаҡы” тигән шиғри акция башланыҡ. Ҡатнашырға тырышығыҙ. 2020 йыл – Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы тип иғлан ителде. Ул нисек бара, нимәләр эшләнә – шул хаҡта яҙырға мөмкин. 2021 йыл башы – гәзитебеҙгә 30 йыл тула. Уға әҙерлекте әленән башларға тейешбеҙ. Быйыл үҙебеҙгә финанс ярҙамы алыу өсөн грантҡа заявка ебәрҙек. “Ғафури ере – таланттар төйәге” тигән теманы һайланыҡ. Унда райондың таланттарын сағылдырырға, ҡул эше оҫталарын яҡтыртырға ниәтләйбеҙ, - тип һөйләп үтте Гөлдәр Барый ҡыҙы.
Икенсе көн тәртибендә мөхәрририәт тарафынан “Табын” гәзитенең Нәжметдин Фәрхшатов исемендәге премияһының 2019 йылғы лауреаты тип билдәләнгән Ҡурғашлы ауылынан Хәсән Абдулла улы Ҡотовҡа махсус диплом һәм премия тапшырылды. Шулай уҡ тағы бер йолабыҙ: район тормошоноң төрлө өлкәләренән ҡаҙаныштары булғандарҙы “Афарин!” рубрикаһында “Йыл кешеләре” тип билдәләйбеҙ. 75 йыл бергә ғүмер иткән Хәфиҙә һәм Вилдан Шәриповтар, “Театр йылы” уңайынан Рәзилә Рәйес ҡыҙы Хәбибуллина, мәҙәниәтебеҙҙе, йолаларыбыҙҙы, тарихыбыҙҙы үҫтереүгә һәм һаҡлауға етди ҡараған Фәниә Әкрәм ҡыҙы Фәйзуллина, районыбыҙҙың бик күп ауылдары тураһында мәғлүмәт туплаған Һаҙый Исмәғил улы Юлмөхәмәтов, алдынғы йәш механизатор Сергей Владимирович Михайлов “Йыл кешеһе - 2019” тип билдәләнеп, тантаналы шарттарҙа улар махсус грамоталар менән бүләкләнде. Юбилярҙарыбыҙ - Яңғыҙҡайын ауылынан Иҙрис Сафа улы Вәлишин - 95 йәше, Һабай ауылынан Рәсүл Солтангәрәй улы Басиров 80 йәшлек юбилейҙары уңайынан ҡотлап үтелде. “Коллектив менән “Табын”ға” конкурсында әүҙем ҡатнашҡан ойошмаларҙың был сарала булған вәкилдәренә махсус эшләтелгән календарҙар тапшырылды.
Район хакимиәте вәкиле Эльвира Нурислам ҡыҙы үткән йылда районда бик күп саралар үткәрелеүе тураһында һөйләп үтте. Шул йәһәттән йыл аҙағында “Башҡортостандың 100 йыллығына – Ғафури районының 100 шәхесе” сараһы үткәрелеүе, артабан китап әҙерләргә йыйыныуҙарын да аңлатты. Быйылғы йыл илебеҙҙә Хәтер һәм Дан йылы тип тип иғлан ителеп, ошо маҡсатта “Еңеү” фестивале 31 ғинуарҙа Сәйетбабала башланыуын, республикала Тораҡ пункттар эстетикаһы йылы булғанлыҡтан йорт-ихаталарыбыҙҙы таҙа һәм төҙөк тотоу, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты тарафынан 2020 йылдың “Башҡорт теле йылы” тип иғлан ителеүе, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу эше тороуы, Бөтә донъя фольклориадаһы уңайынан районға делегаттар килеүе көтөлөүе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр менән бүлеште.
Йыйын фекер алышыуҙарға ла бай булды. Рәсүл Басиров гәзиттең тиражы кәмеүгә тәьҫир итеүсе бик күп факторҙар, йома көн бер бит тултырып телевидение программаһын биреүгә ҡаршы булыуын, милли асылыбыҙ тураһында, Вилдан Шәрипов гәзиттең йөҙө үҙгәреш кисереүен хуплап, шулай уҡ Фәүзиә Ҡотлогилдина, Зилә Сәйетбатталова, Вәсимә Мөхәрмәтова, Флүрә Хәлилова, Фәрғәт Ғәлин, Рим Насиров үҙҙәрен борсоған мәсьәләләр, донъяуи хәлдәр тураһында һөйләп үттеләр.
Хәбәрселәр ҡороноң сираттағыһы йышыраҡ осрашып торорға кәрәк, тигән тәҡдимдәр менән тамамланды. Бергә һөйләшеп, фекерләшеп алыу ҙа һәр беребеҙҙе илһамландырып, уйландырып, ҡулға ҡәләм алырға әйҙәй. Һәр саҡ шулай бергә булайыҡ, гәзиттең тоғро дуҫтары.
Әлфиә ВӘЛИЕВА.
Читайте нас в