-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 12:05

Гимназиям – туған тел бишеге

Һәр халыҡтың тыуып үҫкән ере, иле булған кеүек, ғәзиз хазинаhы - әсә теле бар. Халыҡ-ара туған тел көнөнөң маҡсаты изге – донъяла телдәр һәм милләттәр төрлөлөгөн һаҡлауға ярҙам итеү.

21 февраль көнө лә осраҡлы дата түгел. 1952 йылдың нәҡ шул көнөндә көнсығыш Пакистан студенттары, хәҙерге Бангладеш дәүләте баш ҡалаһы Дакка ҡалаһында урду теле менән йәнәш бенгаль теленең дә рәсми тел итеп танылыуын талап итеп, демонстрацияға сыға. Тыныс акция булһа ла, демонстранттарға ҡаршы ҡорал ҡулланыла, бер-нисә йәш кеше полиция пуляларынан һәләк була. Ошо ваҡиғалар нигеҙендә Берләшкән милләттәр ойошмаһының Генераль Ассамблеяһы резолюция ҡабул итеп, тап ошо көндө Халыҡ-ара туған тел көнө итеп белдерә һәм донъя илдәренә туған телдәрҙе һаҡларға өндәп мөрәжәғәт итә.
Ошо мәғлүмәткә байҡау яһағанда ла туған тел тирәһендә булған ҡатмарлы проблемаларҙы төҫмөрләргә мөмкин.
Ә беҙҙә хәлдәр нисек?
Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов исемендәге Красноусол башҡорт гимназия-интернатының исеме-нән үк бында уҡытыу һәм тәрбиә башҡорт телендә алып барылыуы аңлашылып тора. Гимназияға нигеҙ һалыусы халҡыбыҙ зыя-лылары шуны маҡсат итеп ҡуйған һәм бөгөн бында эшләгән уҡытыусылар һәм тәрбиәселәр коллективы ошо йүнәлештә арымай-талмай эшләй.
Гимназиябыҙҙа тәрбиә тик башҡорт телендә алып барыла - аҙна башында үткән линейкалар, класс сәғәттәре, кластан тыш саралар, концерттар, осрашыуҙар тик туған телдә үтә. Унан тыш, бында “Белем” гәзите, үҙебеҙҙең “НөктәТV” телестудияһы тапшырыуҙары саф башҡорт телендә сыға. Уҡыу йортонда диуар ҙа тәрбиәләргә тейеш, шунан сығып иғлан таҡтаһындағы мәғлүмәттәр, стендтар, баннерҙар, белдереүҙәр, дәрестәр теҙмәһе лә башҡорт телендә.
Әлбиттә, кемдер, бында башҡорттар ғына уҡымай бит, тип әйтер. Әммә, бында уҡырға килгәндәр икән, тимәк башҡа милләт вәкилдәрен беҙҙең телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу алып килгән тип уйларға кәрәк. Улар беҙҙең ҡанундарға күнеп, башҡорт телендә һөйләшә, аралаша башлағандар икән – быға ҡыуанырға ғына кәрәк.
Телле көйө телһеҙлеккә йән әсей
Үкенескә ҡаршы, беренсе класҡа уҡыусыларҙы ҡабул иткәндә, күпселек кескәй балаларҙың туған телен бөтөнләй белмәүен асыҡлайбыҙ. Бер нисәүһе туған телен аңлай, тик теле русса асылғас, көндәлек ихтыяж һүҙҙәрен дә ҡуллана белмәй. Туған башҡорт телендә тәтелдәп торған балаларҙың булыуы шатландыра - ихтыярһыҙҙан, кескәй телһөйәрҙең ата-әсәһенә, өләсәй-олатаһына ихтирам һәм хөрмәт менән ҡарай башлайһың. Был балалар күп тә үтмәй, тыуғандан алып икенсе телдә аралашҡан балаларҙы уҙҙырып ышаныслы һәм дөрөҫ итеп русса шартлатып уҡый һәм һөйләй ҙә башлаясаҡ. Уҡыуҙа ла уларҙың алдынғы булыуы ғәжәп түгел, сөнки ғалимдар, медицина белгестәре иҫбатлауынса, әгәр кеше бер нисә тел белһә, уның баш мейеһенең ике ярымшары ла яҡшы эшләй. Йәғни башҡорт, урыҫ һәм тағы ла бер сит ил телен белгән кешенең фекерләү һәләте көслөрәк була. Туған телендә яҡшы һөйләшә белгәндә генә, бала үҙенең фекерен асыҡ, аныҡ һәм дөрөҫ итеп әйтеп бирә ала. Үҙҙәренең һәләттәрен бар тулылығында аса алған, олимпиада һәм конкурстарҙа юғары уңыштарға өлгәшкән гимназистарҙың уңыш сере лә ябай – уларҙы көн дә бында туған телендә сәләмләйҙәр, туған телендә хыялға әйҙәйҙәр, туған телендә маҡсатҡа ынтылышлы итеп үҫтерәләр. Ә бына туған телен белмәй килгән балаға бик ауырға төшә – күп төрлө фәндәрҙе өйрәнеү менән бергә уға инде ят булып өлгөргән телде лә үҙләштерә башларға кәрәк була. Күптәрҙең быға ныҡышмалылығы етмәй һәм уларҙа төрлө комплекс-тар барлыҡҡа килә башлай, уҡыуҙары һүлпәнәйә, мәктәпкә барғылары килмәй һәм ахырҙа ата-әсәһе был балаларҙы улар өсөн яҡын мөхиткә – икенсе мәктәптәргә урынлаштырырға мәжбүр була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай миҫалдар ҙа күп.
Үҙенсәлекле код
Ғалимдар фекеренсә, бала туған телендә алған белемде бер ҡасан да онотмай. Ҡайһы бер ата-әсәләр гимназияға бик ҙур талап ҡуя: “Ярай, русса һөйләшһә ни, гимназияла уны башҡортсаға өйрәтәләр ул!”. Ата-әсәләр телдең тышҡы күренешенә генә иғтибар итә, асылда, тел – ул ҡатмарлы күренеш, ул халҡыбыҙҙың үҙенсәлекле коды. Хатта башҡорт телендә теле асылған балаларҙың иммунитеты ныҡ, замана ауырыуҙарына бирешә һалып бармауын да иҫбат итеүҙе маҡсат итеп ҡуя беҙҙең ғалимдарыбыҙ. Башҡорт теле 41 тел менән бәйләнгән, был ысынлап та шулай - барлыҡ төрки телдәр менән дә тамырҙаш туған телебеҙ. Үҙенсәлекле өндәрҙең булыуы уны Ҡөрьән яҙылған ғәрәп теле менән дә яҡынайта, туған телебеҙ аша инглиз телендә һөйләшеү ҙә еңелләшә. Шуға өҫтәп, ҡурай уйнаған баланың тыны иркен, ҡумыҙ уйнаған баланың теше һау, башҡортса тыпырлаған баланың умыртҡа һөйәге төҙ, тәне сәләмәт, “ҙ”, “ҫ”, “һ”, “ғ”, “ҡ” өндәрен әйтеп үҫкән баланың рухы ныҡ, ҡымыҙ, буҙа, айран эскән, ҡорот ашап үҫкән баланың йәне ныҡ икәнен әйтһәң, башҡорт булып тыуыуың да хоҙайҙың бүләге булыуын таныйһың. Шундай ҙур бүләктән мәхрүм итә ғәзиз балаларын беҙҙең маңҡортҡа әйләнгән ата-әсәләребеҙ. Һулар һауа, эсәр һыу кеүек тәбиғи булһын ине ул – туған телде өйрәнеү!
Милли рух бары әсә теле аша ғына тәрбиәләнә
Гимназияла бала ғаиләлә алған белемде һәм тәрбиәне киңәйтә, тәрәнәйтә, нығыта ғына. Бында төрлө диалекттарҙа аралашҡан, телдәре буталған балаларҙы әҙәби тел нормаларында аралашырға һәм яҙырға өйрәтәбеҙ. Буласаҡ уҡыусыларыбыҙҙың ата-әсәләре, олатай-өләсәйҙәре балаларына теләктәрҙе, юрауҙарҙы, имләүҙәрҙе, таҡмазаларҙы, балаларҙы әүрәткәндәге һүҙҙәрҙе саф туған телдәрендә әйтеп, кескәйҙәренең тап-таҙа күңеленә телгә һөйөүҙе бәләкәйҙән һеңдерһә ине. Мәктәпкә тиклем үк кескәйҙәр өндәрҙе дөрөҫ итеп әйтергә, 3-5 һүҙ менән һөйләмдәр төҙөргә, 4-8 юллыҡ шиғырҙар ятларға, әкиәттәр һөйләргә өйрәнһәләр, башланғыс кластарҙа башҡорт телен өйрәнеү бер ниндәй ҙә ауырлыҡтар килтермәйәсәк.
Тормош фәлсәфәһенә бай Әүхәт ағайыбыҙҙың тәжрибәһен таратыу зарур - ейәнем миңә русса өндәшһә, аңламағанға һалышам, ти торғайны. Шунан кескәй ейәне һүҙҙәр табып үҙ телендә яуап бирергә мәжбүр. Бик дөрөҫ алым был.
Телдә бөтә халыҡ сағыла
Шуныһы ҡыуаныслы, бөгөн туған телебеҙгә иғтибар бермә-бер арта. Башҡорттарым алдында ишектәр киң итеп асылған – күҙҙең яуын алып торған милли баҫмаларыбыҙ, заманса мәктәптәр һәм мәҙәниәт үҙәктәре, хатта күп миллионлы дәүләт программалары, гранттар, байрамдар, бәйгеләр, театр-йыр тамашалары, телевизор, радио тапшырыуҙары гөрләп тора, башҡорт телендә яңы каналдар асыла, шәп шәхестәребеҙгә арналған проекттар тормошҡа ашырыла, рухты үҫтереүсе китаптар, сәнғәт әҫәрҙәре ижад ителә, башҡортса йәнһүрәттәр, фильмдар донъя күрә, милли форумдар үтеп тора. Туған телендә матур итеп һөйләшкән, үҙ халҡының милли кейемдәрен кейгән балалар, йәштәр, ағинәйҙәр районыбыҙ һәм республикабыҙ сәхнәләрен яулай. Бөгөн тел өйрәнеү, туған телдә аралашыу, балалар үҫтереү һәм ижад итеү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырылған.
Балаларын башҡорт гимназияһында уҡытырға теләүсе атай-әсәйҙәренән уҡыу йортоноң ишеге ябылмай ҙа хатта. Улар – беҙҙең рухлы замандаштарыбыҙ. Улар булғанда туған тел тип аталған һәм өҙөлөргә торған нескә еп нығыныр, быуындан-быуынға килгән тел менән бәйләнеш өҙөлмәҫ.
Гөлсөм МОНАСИПОВА,
Нияз Мәжитов исемендәге
Красноусол башҡорт гимназия-интернаты директоры.
Читайте нас в