-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
21 Февраль 2020, 12:15

Үҙ телемдә һөйләшәм, Үҙ илемдә көн күрәм

Белеүебеҙсә, быйылғы 2020 йыл – “Башҡорт теле йылы” тип иғлан ителде. Беҙ “Әкиәт” балалар баҡсаһының башҡорт төркөмө балалары үҙ телебеҙҙе бик яҡшы беләбеҙ, һөйләшәбеҙ, яҙабыҙ, туған телдә уйлайбыҙ, аралашабыҙ. Шуның өсөн бик тә телебеҙҙе ҡәҙерләйбеҙ, яратабыҙ. Сөнки беҙ башҡорт балалары бит. Әсәһен, атаһын хөрмәт итмәгән кеше туған телендә һөйләшмәй. Туған телендә һөйләшмәгәндәрҙе халыҡ юҡҡа ғына “Ҡара наҙан” тип атамаған. Эйе, балаларыбыҙ русса ла яҡшы белһен, кәрәк икән сит телде лә өйрәнһен. Әммә үҙ телен һис тә онотмаһын.

Башҡорт төркөмдәрендә бик яҡшы, белемле тәрбиәселәр эшләй. Башҡорт телен өйрәнеүҙе нисек тә модалы итергә тырыша улар, балаларға бик күп башҡорт халыҡ әкиәттәре уҡыйҙар. Ҡапма-ҡаршы мәғәнәле һүҙҙәр, телтөҙәйткестәр, йомаҡтар, таҡмаҡтарҙы үҙ эштәрендә йыш ҡулланалар. Башҡорт теленә тәржемә ителгән әкиәттәрҙе лә балалар яратып тыңлай. Ата-әсәләр менән бик күп әңгәмәләр уҙғаралар. “Тамыр” балалар телеканалын, башҡорт телендә йәнһүрәттәрҙе йышыраҡ ҡарарға ла тәҡдим итәләр. Балалар менән “Бәпескә исем ҡушыу”, “Ҡаҙ өмәһе”, “Ҡар һыуына барыу” һәм башҡа йола байрамдарын йыш үткәрәбеҙ. Барлыҡ тәрбиәселәр, балалар менән Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейына ҙур сара уҙғарҙыҡ. Байрамды балаларыбыҙ көтөп ала. Туған телдә шиғырҙар уҡыу, йырҙар йырлау үҙе бер бәхет түгелме ни!
Үткән 2019 йыл “Театр йылы” ине. Унда ла ситтә ҡалманыҡ. Район, республика кимәлендә уҙғарылған сараларҙа тәрбиәселәребеҙ ҙә, балаларыбыҙ ҙа әүҙем ҡатнаштыҡ һәм призлы урындар яуланыҡ.
Луиза МӘҮЛЕТҠОЛОВА,
тәрбиәсе.
Читайте нас в