-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
25 Февраль 2020, 18:45

Батырҙар исеме юғалмай, уларҙың ғүмере мәңгелек

21 февралдә Красноусолда Геройҙар Аллеяһы алдындағы майҙанда Ватанды һаҡлаусылар көнөнә арналған тантаналы митингыла район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов, Ауырғазы һәм Ғафури райондары хәрби комиссары, полковник Файруз Арыҫлан улы Ғимаҙиев, ойошма-предприятиеларҙан вәкилдәр, мәктәп коллективтары, ауыл биләмәләре башлыҡтары, яугир-интернационалистар һәм район үҙәге кешеләре ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығының мобилизацион әҙерлек буйынса ярҙамсыһы Владимир Ильич Герасимов байрам менән ҡотлап, тәүге һүҙҙе район хакимиәте башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙовҡа бирҙе.
- Хөрмәтле ғафуриҙар! Беҙ йыл һайын 23 февралдә тантаналы шарттарҙа Ватанды һаҡлаусылар көнөн билдәләйбеҙ. Был байрам көнө һәр кем, һәр бер ғаилә өсөн ҡәҙерле, сөнки атай-олатайҙарыбыҙ, районыбыҙ улдары Тыуған илебеҙҙе, тыныс күк йөҙөн фашист илбаҫарҙарынан һаҡланылар, бөгөнгө матур тормошобоҙ өсөн баштарын һалдылар. Ғафуриҙан һуғыш йылдарында хәрби хеҙмәткә 13 меңдән ашыу кеше саҡырылып, уларҙың 4861-енә яу яланынан әйләнеп ҡайтырға насип булмаған. Бөгөн районыбыҙҙа 6 ғына ветеран йәшәй, уларға Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын иҫән-һау ҡаршыларға яҙһын, - тине Фәнзил Фәйез улы. - Беҙҙең егеттәребеҙ Афған, Чечен һуғышында, локаль бәрелештәрҙә ҡатнашып, үҙҙәрен ысын, лайыҡлы илебеҙ һаҡсылары итеп танытты. Иң ҡыҙғанысы шул, уларҙың 9-ы һәләк булды. Һәр ғаиләлә хәрби хеҙмәттә булған йәки әлеге көндә ил һағында торғандар бар. Районыбыҙ йыл һайын хәрби хеҙмәткә 150 егетте оҙата. Улар хаҡында тик яҡшы хәбәрҙәр килә, Рәхмәт хаттары алабыҙ. Барығыҙҙы ла Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайым, уңыштар, иҫәнлек-һаулыҡ теләйем.
Хәрби комиссар Файруз Ғимаҙиев та тантанала ҡатнашыусыларға байрам уңайынан тәбрик һүҙҙәрен еткерҙе.
Яу яландарында һәләк булғандарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, Геройҙар Аллеяһына ҡыҙыл ҡәнәферҙәр, сәскә гөлләмәләре һалынды. Митинг тамамланғас, Красноусолдағы 1-се мәктәптә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән байрам концерты булды.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в