-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Февраль 2020, 11:00

Нимә һорарҙар һәм нисек яуап бирергә?

Районда Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек әүҙемләшә бара.Шуны билдәләргә кәрәк, һуңғы 2010 йылғы йәниҫәп алыуҙан һуң районыбыҙҙа күп кенә ауылдарҙың тышҡы йөҙө үҙгәреш кисерҙе – яңы йорттар, урамдар һәм биҫтәләр барлыҡҡа килде. Шулай уҡ буласаҡ халыҡ иҫәбен алыуға ҡағылышлы яңы һорауҙар ҙа арта.

Ошолар хаҡында һөйләүен һорап Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020 уҙғарыу буйынса Ғафури районындағы уполномоченный Гүзәл Марат ҡыҙы ФӘТҠУЛЛИНАға бер нисә һорау менән мөрәжәғәт иттек.
- Халыҡ иҫәбен алыу ҡасан һәм ҡайҙа үтәсәк?
- Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу-2020-гә ағымдағы йылдың 1 октябрендә старт бирелә. Ул илебеҙҙең бөтөн биләмәләрендә лә 31 көн барасаҡ. Иҫәп алыусылар 4-27 октябргәсә өй беренсә йөрөйәсәк, ә контроль йөрөү 28-31 октябргә планлаштырылған. Йәниҫәп алыу барышында йыйылған күпселек мәғлүмәтте башҡа төрлө сығанаҡтарҙан алып булмай. Буласаҡ йәниҫәп алыу йомғаҡтары ғына йорт-хужалыҡтарҙың һаны һәм структураһы, ил халҡының милли составы, белем кимәле хаҡында уникаль мәғлүмәт бирәсәк.
- Иҫәп алыуҙа кемдәр ҡатнаша?
- Иҫәп алыуҙа РФ-ның даими халҡы, ваҡытлыса ситтә йәшәүселәрҙе лә индереп (бер йылдан әҙерәк); илдән ситтә дәүләт власы органдары йүнәлеше бу-йынса 1 йыл һәм күберәк срокка оҙайлы командировкала булған РФ граждандары; Рәсәй биләмәһенә ваҡытлыса килеүсе даими рәүештә сит илдә йәшәүсе кешеләр.
- Кеше иҫәп алыуҙа ҡатнашыуҙан баш тарта аламы?
- Кешене йәниҫәптә ҡатнашырға йәки теге йәки был һорауға яуап бирергә бер кем дә мәжбүр итә алмай. Шулай уҡ ҡырҡа баш тартҡаны өсөн бер кем дә яза бирмәй. Әммә шуны аңларға кәрәк, йәниҫәп алыуҙа ҡатнашыуҙан баш тартыу - яҡшы ҡарар түгел. Был сара бер ниндәй ҙә уңайһыҙлыҡ йәки хәүеф тыуҙырмай. Бик күп ваҡытты ла алмай, ә һөҙөмтәлә илебеҙ киләсәгенә йоғонто яһаясаҡ, дәүләтебеҙгә йәмғиәттәге аныҡ эштәрҙең хәл-торошон баһаларға ярҙам итәсәк.
- Иҫәп алыусының килгәнен мотлаҡ көтөргәме, йәки йәниҫәп алыуҙа ҡатнашыуҙың башҡа ысулдары ла бармы?
- Йәниҫәп алыусыны көтөп ултырыу мотлаҡ түгел. Һорау алыу ҡағыҙҙарын Интернет аша дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәрҙең Берҙәм порталында ла тултырырға мөмкин. Респонденттың иҫәп алыуҙы үтеүен раҫлап цифрлы код бирелә. Иҫәп алыусы өйгә килгәндә, планшет, смартфон экранындағы йәки баҫтырып алынған штрих-кодты күрһәтеү ҙә етә. Анкеталағы барлыҡ мәғлүмәт йәниҫәп алыусыға биреләсәк планшетҡа индереләсәк. Шулай уҡ иҫәп алыуҙы үтеү мөмкин булған стационар участкалар ҙа эшләйәсәк.
- Иҫәп алыусылар ниндәй һорауҙар бирәсәк?
- Кешеләр алдан әҙерләнгән иҫәп алыу һорауҙарына яуап бирәсәк. Йәниҫәп алыу программаһының төп темалары: йәш, ғаилә хәле, белем, балалар һаны, милләт, телдәрҙе белеү, йәшәү урыны, тормош шарттары, торлаҡ төҙөклөгө, мәшғүллек, миграция.
- Өйгә кеше алдаусы түгел, йәниҫәп алыусы килеүе хаҡында нисек белергә?
- Йәниҫәп алыусының кейеме (экипировка) – 2020 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы хәүефһеҙ үткәреү факторы. Иҫәп алыусыла Росстат логотибы менән бейсболка һәм шарф буласаҡ, капюшонлы һәм яҡтылыҡ сағылдырыусы һыҙатлы жилет, Росстат логотиплы портфель буласаҡ. Шулай уҡ иҫәп алыусы талап ителгән осраҡта мотлаҡ паспорты менән танытмаһын күрһәтергә бурыслы.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в