-9 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
28 Февраль 2020, 13:55

Нәҫел тамырҙарын барлап...

15 февралдә Юлыҡ ауылы мәҙәниәт йортонда Шәжәрә конкурсы булды. Билдәле булыуынса, "Юлыҡ" территориаль йәмәғәт үҙидаралығы (ТОС) тарафынан "Үҙ тамырҙарыңды бел" проекты сиктәрендә Республика Башлығы гранты яуланып, “Юлыҡ тарихы” китабын нәшер итеү планлаштырыла. Ошо проектты тормошҡа ашырыу йәһәтенән ауылда төрлө конкурстар уҙғарыу күҙаллана. “Минең ғаиләм тарихы” тигән эҙләнеү эштәре бара, март айында “Тыуған яғымды данлайым” тип исемләнгән йырҙар һәм шиғырҙар конкурсы планға ингән, туған-нәҫелдәрҙе барлау буйынса уҙған “Шәжәрә” конкурсы ла тап ошо проектҡа нигеҙләнгән.

Юлыҡ ауыл мәҙәниәт йорто фойеһы стенаһында һәр нәҫелдең шәжәрәләре урын алған. Шәжәрәләр төрлө формала: берәүҙәр ватман ҡағыҙға схема, кемдер һүрәт (ағас) формаһында эшләп килтергән. 23 нәҫел баннерҙар, презентациялар рәүешендә төҙөлгән үҙ шәжәрәләрен тәҡдим итте. Ҡағыҙ форматында 12 нәҫелдең шәжәрәһен күрергә була ине.
Мәҙәниәт йортонда Шәжәрә байрамы тантаналы шарттарҙа башланып китте. Ҡауарҙы ауыл биләмәһе башлығы Рәфис Ғәлинур улы Абдрахманов барыһын да байрам айҡанлы ҡотланы, уңыштар теләне. Ғафури район Советының баш белгесе Самат Менәүәр улы Ғәлиуллин Шәжәрә байрамының тарихи һәм бөгөнгө сәйәси әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алып, үҙ тамырҙарын белергә ынтылыусыларға рәхмәт әйтеп, сараның Башҡорт теле йылында уҙыуын һәм иң тәүгеләрҙән булып юлыҡтарҙың күтәреп алыуы мәртәбәле тип билдәләне. Һәүәҫкәр тарихсы Һаҙый Исмәғил улы Юлмөхәмәтов та үҙенең изге теләктәрен еткерҙе. Ошо сараны башлап ойоштороп йөрөүсе "Юлыҡ" ТОС-ы етәксеһе Рәхимйән Шакирйән улы Юлыҡов конкурс шарттары менән таныштырып үтте.
Артабан сәхнә түренә бер-бер артлы үҙ шәжәрәләрен өйрәнеүселәр күтәрелеп, экранда презентация формаһында нәҫел ептәрен барланы. Һәр береһе был сараға ентекле әҙерләнгән. Сарала ҡатнашыусы нәҫел аралары бик күп ине. Абдрахмановтар, Әбделмәновтар, Әлибаевтар, Вахитовтар, Вәлиевтар, Дәүләтбаевтар, Кәримовтар, Ҡужиндар, Мәмәтҡоловтар, Мөхөтдиновтар, Исиргаковтар, Юлбарисовтар, Рәшитовтар, Сәфәрғоловтар, Юлмөхәмәтовтар, Юлыҡовтар, Ибәтуллиндар, Яҡуповтар, Хисмәтовтар, Масковтар, Яҡшыбаевтар, Хәлиловтар үҙ шәжәрәләрен тәҡдим итте.
Сараны ойоштороусылар төрлө номинациялар булдырған ине. Шулай итеп, "Шәжәрәне ентекле өйрәнгән өсөн" номинацияһында Һаҙый Юлмөхәмәтов менән Лилиә Дәүләтбаева (мәғлүмәтте Ғәлимйән Дәүләтбаевтан алған), "Иң күп тармаҡлы шәжәрә" номинацияһында - Нурсилә Кәримова (Красно-
усолда йәшәүсе Ирғәле Кәримов тамырҙарын барлауҙа ярҙам иткән), Рәхимйән Юлыҡов, Салауат Юлыҡов, "Шәжәрә төҙөүгә ижади ҡараш өсөн" - Рәфис Абдрахманов, Заһиҙә менән Заһира Юлбарисовалар, Зөһрә һәм Индира Әлибаевалар, Ғәзинур Исиргаков, "Шәжәрә төҙөүҙә һәм уны күрһәтеүҙә заманса мультимедия прог-раммалары ҡулланған өсөн" - Минзилә Мәмәтҡолова, Эльвира Ғафарова (тамырҙары менән Юлыҡтан, Хәлиловтар шәжәрәһе менән таныштырҙы), Әлфиә Йосопова (Ибәтуллиндар нәҫелен барланы), "Шәжәрәне төҙөү барышында ныҡышмалылыҡ өсөн" номинацияһында Мәрйәм Яҡупова, Нурзилә Әбделмәнова, Резида Ҡужина, Зифа Рәшитова-Аҫылбәкова, "Шәжәрә төҙөүҙә тәүге аҙымдар" номинацияһында Фәнзил Сәфәрғолов, Илһам Яҡшыбаев, Суфия Ҡормашева-Аҙналина (Вахитовтар шәжәрәһен барланы), "Йәш шәжәрә төҙөүселәр" номинацияһында Ильяс Вәлиев менән Батыр Масков еңеүсе тип табылды.
Конкурстар дауам итә. Сараны клуб мөдире Нурсилә Ҡасҡынова матур итеп алып барҙы.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в