-13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Февраль 2020, 22:40

“Еҙем” паркында – оло ҡунаҡтар

“Еҙем” тәбиғәт паркында эш сәфәре менән республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Рим Миңнеәхмәтов булып китте.

Сәфәр барышында кешенең тәбиғәткә йоғонтоһо, “Еҙем” паркында туризмды үҫтереү юлдары, тейешле инфраструктура: юл-һуҡмаҡтар, турист туҡталҡалары булдырыу һәм башҡа мәсьәләләр ентекле өйрәнелде.
Министр урынбаҫары Уҡлыҡая, Еҙем йылғаһы, Киндерле мәмерйәһе биләмәләрен ҡараны. Таш-Аҫты ауылынан төньяҡ-көнбайышҡа табан 5 километр алыҫлыҡта урынлашҡан мәмерйә тәбиғи, фәнни, тарихи-мәҙәни яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә булыуы билдәләп үтелде. Мәмерйәлә булғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә оноторға ярамай, сөнки боҙлоҡтоң һул яғында 12 метр тәрәнлектәге ҡойо бар. “Еҙем” паркы начальнигы Азамат Ибәтуллин әйтеүенсә, мәмерйәгә туристарҙың контролһеҙ үтеүе, палаткаларын мәмерйәгә инеү урыны алдына яҡын ҡуйыуы, үҙҙәренән һуң сүп-сар ҡалдырыуҙары мәмерйәнең микроклиматы боҙолоуға килтерә. Әлеге ваҡытта Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы район хакимиәте менән берлектә был хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөү, туристарҙың хәүефһеҙлеген тәьмин итеү һәм мәмерйәгә инеүҙе контролдә тотоу өсөн Киндерлене һаҡлау һәм спелео-
туризмды үҫтереү буйынса юл картаһы төҙөй.
Бынан тыш, парктың сигендә туристик хеҙмәттәр күрһәтеү буйынса уңайлыҡтар – мәмерйәгә инеү, атта йөрөү маршруттары, йылға буйлап кәмәлә, һалда ағып төшөү, туристар күпләп йөрөгән урындарға экологик һуҡмаҡтар булдырыу күҙ уңында тотола.
Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас в