-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Февраль 2020, 19:05

Тормош һуҡмағынан 60 йыл бергә

Яҙ айының сағыу ҡояшлы май көнөндә Красноусолда йәшәгән Мира һәм Владимир ғаиләһендә донъяға килгән Альбина, атаһы үлгәс, әсәһе менән уның тыуған ауылы Ташбүкәнгә ҡайтып төпләнәләр. Мира Хажи ҡыҙы 7 йыллыҡ мәктәптә уҡыта, ҡыҙы ла ошонда уҡырға төшә.

Артабан Ишембай районының Маҡар 10 йыллыҡ мәктәбендә уҡып сыҡҡас, Альбина Стәрлетамаҡ ҡалаһында шәфҡәт туташы курсын тамамлап, тыуған ауылына эшкә ҡайта һәм Үрге Ташбүкән ауылында эш башлай. Ошо ауыл егете Вафир Зәбир улы менән өйләнешәләр. Был матур ваҡиға 1960 йылдың ғинуар айында була. Мөхәббәт емештәре булып ҡыҙҙары Әлфиә, һуңынан улдары Зимфир, Руслан, Марат донъяларын тулыландыра. Бөгөнгө көндә һәр береһе тормошта үҙ урындарын табып, татыу ғаилә ҡороп, эшләп йөрөйҙәр, хәҙер үҙҙәре олатай-өләсәй булдылар.
Егәрле ҡатын Альбина Владимир ҡыҙы бер эш менән генә сикләнмәй, Ташбүкән 8 йыллыҡ мәктәбенә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшкә төшә. Дөрөҫөн генә әйткәндә, мәктәптең бөтә йәмәғәт эштәренең уртаһында ҡайнай ул. Ябай, бай йөкмәткеле, юморға тартым һүҙҙәре менән бер кемде лә тыныс ҡалдырмай, кинәйәләп кенә етешһеҙлегеңде лә асып һала, уйландыра, көлдөрә. “Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла” тигән һымаҡ. Хаҡлы ялға сыҡҡансы мәктәптә оҙайтылған көн төркөмөндә тәрбиәсе булып эшләне. Ул халыҡ медицинаһына ла битараф түгел, үҙенең кәңәштәре һәм дарыу үләндәре, бал ҡорто продукцияһынан эшләгән төнәтмәләре менән ауырыуҙарға ярҙам итә.
Хәҙер Мөхәмәтшиндар икеһе лә хаҡлы ялда, балалары йыш ҡына ҡайтып хәл белешеп торалар. Таҙа, иркен йортта йәшәйҙәр. Тәҙрә төптәрендә гөлдәр, йәй көндәрендә баҡса тулы емеш-еләк, йәшелсә үҫә, бал ҡорттары гөжләп оса.
2020 йылдың ғинуар айында уларҙың бергә йәшәүҙәренә 60 йыл тулды. Йәшлек һәм ғаилә дуҫтарыбыҙ булған Альбина Владимир ҡыҙын һәм Вафир Зәбир улын ошо матур, оло юбилейҙары менән ҡотлап, ҡаҡшамаҫ һаулыҡ, балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә оҙон-оҙаҡ йәшәүҙәрен теләп ҡалам.
Мәҙинә КЕЙЕКБАЕВА,
хеҙмәт ветераны.
Читайте нас в