-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
29 Февраль 2020, 13:05

Уңайлы һәм матур йәшәйек!

Район ауылдарының, тотош биләмәһенең төҙөклөгө, санитар торошо – ошонда йәшәүселәр һәм хакимиәт өсөн иң мөһим, көнүҙәк мәсьәлә.

Төҙөкләндереүгә дөйөм файҙаланыуҙағы ауыл эстәрендәге юлдар, йәйәүлеләр өсөн һуҡмаҡтар, урамдарҙы яҡтыртыу торошо, тышҡы төҙөкләндереү объекттарының ниндәй хәлдә булыуы, үҙәк урамдарҙың даими таҙартылыуы, урамдарҙың һәм йорт яны биләмәләренең санитар торошо инә. Был мәсьәләләрҙе урындағы власть халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә хәл итә, бының өсөн район һәм ауыл Советтары ултырыштары, граждандар йыйылыштары, ауыл биләмәһе башлығының, белгестәренең, депутаттарҙың шәхсән осрашыуҙары һәм ҡабул итеүҙәре, ойошмалар һәм кешеләрҙең башланғыстарын ҡабул итеү һ.б. кеүек төрлө эш ысулдарын ҡуллана.
Хәҙер йәмәғәт башланғысында эшләргә теләүсе энтузиастар күп булмаһа ла, ауыл биләмәләрендә тыуған ауылының тышҡы йөҙө өсөн янған кешеләр ҙә байтаҡ. Тап ошо йүнәлештә ауыл Советы депутаттарының һөҙөмтәле эшен ойошторорға кәрәк тә инде. Бүтән граждандарҙың уңайлы йәшәүенә, норма-ҡағиҙәләргә ҡаршы килмәгән һәммә башланғыс район хакимиәте тарафынан хуплана.
Полицияның участка уполномоченныйҙары һәм хакимиәт хеҙмәткәрҙәре, район хакимиәтенең админис-тратив комиссияһы ағзалары, ауылдарҙың абруйлы кешеләре менән берлектә быйыл да йорт алды биләмәләре, күп фатирлы йорттарҙың эргә-тирәһе, хужалыҡ кәрәге өсөн үтеп йөрөү урындарын тикшереү буйынса рейд саралары үтәсәк.
Граждандар иғтибарын Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһында кодекстың түбәндәге статьяларына йүнәлтке килә: 6.3-сө статья – Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоу, 6.4-се статья –
Күп фатирлы йорттарҙың йорт яны биләмәләрендә төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙоу, 6.11 – Урамдарҙы яҡтыртыуҙы ойоштороу ҡағиҙәләрен боҙоу, 7.3 –
Ауыл хужалығы малдарын көтөү һәм ҡыуыу тәртибен боҙоу. Төҙөкләндереү ҡағиҙәләрен боҙған өсөн административ яуаплылыҡ ҡаралған. Кодекс статьяларының һәр ҡайһыһы буйынса граждандарға 300-ҙән 3000 һумғаса, вазифалы кешеләргә – 5000-дән 15000 һумғаса, юридик берәмектәргә 15000-дән 100000 һумға тиклем штраф һалыныуы ихтимал.
Беҙҙең маҡсат - үҙебеҙҙең граждандарға протокол төҙөү, штраф һалыу түгел, ә уларға матур, төҙөк тораҡ пунктта йәшәргә, үҙ ҡулдары менән йорттарын һәм йорт тирә-яғын тәртипкә килтерергә ярҙам итеү. Райондың административ комиссияһы административ хоҡуҡ боҙоу тураһындағы һәр материалды иғтибар менән ҡарай, кәрәк икән, протокол төҙөгән вазифалы кеше һәм тәртип боҙоусы менән әңгәмә үткәрә. Беҙ тәү сиратта иҫкәртеү менән сикләнергә тырышабыҙ, тейешле юридик процедуралар үткәс кенә административ штраф һалына.
Бөгөнгө ҡануниәткә ярашлы, билдәләнгән ваҡытта (ҡарар законлы көсөнә ингәндән башлап 60 көн эсендә) гражданин штрафты түләмәй икән, ул 500 һумдан 5000 һумғаса артыуы ихтимал (ҡарар Суд приставтары Федераль хеҙмәтенә тапшырылған осраҡта, бурыслы билдәләнгән ваҡытында штрафты түләмәһә, башҡарыу йыйымы түләттереү тураһында ҡарар сығарыла, ә ул физик шәхестәргә 1000 һум тәшкил итә, түләргә тигән һәр талаптан һуң суд приставы-башҡарыусы бурыслыға 1000-дән 2000 һумғаса штраф һала ала).
Төҙөкләндереү йүнәлешендә беҙгә емешле эшләргә кәрәк, бигерәк тә Зауыҡлы биләмәләр йылында. Ауылдарҙа старосталар, депутаттар ҙа был эш менән ныҡлап шөғөлләнһә, бик яҡшы булыр ине. Респуб-лика Башлығы Радий Хәбиров әйткәнсә, тораҡ пункттарыбыҙ унда йәшәүселәрҙең үҙҙәренең ҡатнашлығында ғына яҡшыраҡ буласаҡ.
Һәр йыл төҙөкләндереү планында апрелдән октябрь аҙағына тиклем шәмбе өмәләре уҙғарыу ҡаралған. Өмәне күптәр ваҡ сүптәрҙе йыйып алыу тип кенә аңлай. Ә йорт яны биләмәләренә ултыртып ҡуйылған ауыл хужалығы техникаһы, ағас материалдар, буралар, шлакоблок, кирбес, тауҙай ҡом өйөмө кеүек төҙөлөш материалдары йылдар буйы тора бирә. Шуға күрә 2020 йылдың 1 майы-на тиклем бөтәһен дә йорт алды биләмәләрен тәртипкә килтереүҙәрен һорайым.
Һәр ҡайһыбыҙ үҙе лә сүпләмәһә, тәртип боҙоусыларға шелтә яһаһа, матур, төҙөк ауылдарҙа йәшәрбеҙ. Әйҙәгеҙ, эшләнгәнде һаҡлайыҡ һәм тормошобоҙҙо уңайлы итеүҙе дауам итәйек. Һәр кемдең ҡатнашлығы менән генә дөйөм йортобоҙҙоң матурлығын һаҡлай алырбыҙ!
Юлай НӘЗИРОВ,
район хакимиәтенең
административ комиссияһы яуаплы секретары.
Читайте нас в