-12 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
1 Март 2020, 11:00

Ветеран менән осрашыу

Жәлил Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбендә төрлө йәнле осрашыуҙар бик күп уҙғарыла. Сираттағы осрашыу Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналды. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вилдан Әйүп улы Шәрипов килде беҙгә ҡунаҡҡа. Мәктәптең тамаша залы уҡыусылар менән шығырым тулы ине.

Осрашыу кисәһен мәктәп директоры Рәмилә Әсҡәт ҡыҙы Ғәзизова асып, барыһын да күркәм сара менән тәбрикләне.
- Ветерандар сафы ла йылдан-йыл һирәгәйә. Әлеге көндә беҙҙең ауыл биләмәһенән ике ветераныбыҙ иҫән-һау, тыныс тормошта балаларының ҡәҙер-хөрмәтендә йәшәй. Береһе Туғай ауылынан Зәки Зөлфәр улы Урманшин булһа, әле Ишембай ҡалаһында, икенсеһе Вилдан Әйүп улы Красноусол ауылында йәшәй. Бөгөнгө осрашыуҙа беҙ һуғыш йылдарына әйләнеп ҡайтып, күпме ауырлыҡтарҙы үҙ елкәһендә татыған олатай-өләсәйҙәребеҙҙе иҫкә алып, һөйләшеү өсөн осрашыуға йыйылғанбыҙ, - тине ул.
Вилдан Шәриповтың бала сағы Сәйетбаба ауы-лында үтеп, үҫмер сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килә. 1942 йылдың 20 февралендә Бөйөк Ватан һуғышына китә һәм Тыуған илебеҙҙе азат итеү өсөн барған һуғыштарҙа ҡатнаша. 1943 йылдың 27 июлендә ҡаты яраланып тыуған ауылына ҡайтып төшә. Ҡанлы һуғыштағы батырлыҡтары өсөн түшен күп һанлы орден-миҙалдар биҙәй.
Сәйетбаба урта мәктәбенең тәүге сығарылыш уҡыусыһы ла ул. 29 йыл буйы төрлө мәктәптәрҙә уҡытыусы булып эшләй, бер нисә белем усағында директор вазифаһын да башҡара. 17 йыл буйы колхоздың партия ойошмаһы етәксеһе булып эшләй. Ниндәй генә мәктәптә эшләһә лә, үҙен уҡытыусы ғына түгел, ә шағир итеп тә күрһәтә. Бөгөн Вилдан Әйүп улы 22 китап авторы, тағы ла 3 китабы ошо көндәрҙә сығырға тейешлеген дә әйтеп үтте ул.
Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Вилдан Әйүп улы Шәрипов менән мәғариф ветераны Хәфиҙә Сәхәүетдин ҡыҙы Мәүлетҡолованың бергә ғүмер итеүҙәренә 75 йыл. Улар 8 балаға ғүмер биргән, әлеге көндә балалары төрлө тарафтарҙа эшләп, ғаиләләре менән бәхетле ғүмер кисерәләр.
Вилдан Әйүп улының уҡыусыларға әйтер һүҙҙәре лә күп ине. “Мин үҙемдең туған мәктәбемдә һеҙҙең алда сығыш яһауым менән бик бәхетле. Минең дә бала сағым һеҙҙең кеүек мәктәптә белем алып үтте, ләкин айырма ҙур. Беҙ уҡыған саҡта бөгөн һеҙ кейгән кейемдәр булманы, ас-яланғас уҡыныҡ, шулай ҙа уҡырға тырыштыҡ. Бынан 72 йыл элек мәктәпте тамамланым. 1-2-се кластарҙа Гөлсөм апай Мансурова, 3-сө класта Ғабделхай ағай Халиҡов, 4-се класта Маһира апай Буранғолова уҡытты. 5-се кластан инде төрлө уҡытыусылар белем бирҙе. 1939-1940 йылда 10-сы класты тамамланыҡ. Беҙ 7 уҡыусы инек, барыбыҙ ҙа аттестат алдыҡ, мәктәптең тәүге ҡарлуғастары булып осоп киттек. Минең класташтарым барыһы ла мәрхүмдәр, бер үҙем ҡалдым. Илебеҙҙең киләсәге һеҙҙә, балалар, бының өсөн һеҙ тырышып уҡырға тейешһегеҙ. ”Үлемһеҙ полк”та һәр берегеҙҙең ҡулында олатай-өләсәйҙәрегеҙҙең фоторәсемдәре булһын, берҙе түгел, ике ҡулығыҙға икене тотоғоҙ, уларҙың да рухтары Еңеү тантанаһында булһын. Уларҙы һөйөндөрөгөҙ, шатландырығыҙ”,- тине ул уҡыусыларға.
Ветераныбыҙҙың һүҙҙәрен уҡыусылар тын да алмай тыңланы. Ул ҡыҫҡаса үҙенең ижадына ла туҡталды, балаларҙы ла яҙышырға, ижад итергә саҡырҙы.
Һуғышта ҡорбан булғандарҙы, хәбәрһеҙ юғалғандарҙы, тылдағы ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә күтәреп арабыҙҙан ваҡытһыҙ киткәндәрҙе, төрлө михнәт-сирҙәрҙән һәләк булғандарҙы иҫкә алып бер минут тын ҡалдыҡ.
Сарала уҡыусылар Вилдан Шәриповтың шиғырҙарын тасуири итеп һөйләне. Ҡурайсыларҙың сығышы, 1-се, 6 “А” класы уҡыусыларының йырҙары, 3-сө класс уҡыусыһы Илһам Рәхимов башҡарыуында “Шайморатов генерал” йыры барыһының да күңеленә хуш килде. Осрашыу барыһының да күңелендә йылы хис-тойғолар ҡалдырҙы. Кисә һуңында һәр класс хөрмәтле ветераныбыҙ менән фотоға төшөргә ашыҡты.
Зилә ИҘРИСОВА,
Ж.Кейекбаев исемендәге Сәйетбаба урта мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.
Читайте нас в