-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
4 Март 2020, 11:00

Башҡорт теле йылын уҙғарыуға арналды

13 февралдә Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының сираттағы ултырышы үтте.

Уның эшендә район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова, Ғафури Табындары ойошмаһы идараһы рәйесе Ғәлинур Ҡалмырҙин, Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең милли көрәш буйынса тренеры Динар Ноғайғолов, ҡоролтай ағзалары ҡатнашты.
Ултырышта Бөтә Донъя башҡорттары ҡоролтайы конгресы тарафынан быйыл иғлан ителгән Башҡорт теле йылын уҙғарыу, "Еҙем" физкультура-һауыҡтырыу комплексында Ғафури районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты призына милли көрәш бәйгеһе үткәреү, Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек мәсьәләләре уртаға һалып тикшерелде.
Тәүге мәсьәлә буйынса Фаил Зәйнетдинов һүҙ алып, Башҡорт теле йылын үткәреүҙең төп маҡсаты – башҡорт телен популярлаштырыу, республикала һәм башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәрҙә башҡорт телен уҡытыу шарттарын төрлө кимәлдә яҡшыртыу, республикала башҡорт телен дәүләт теле булараҡ ҡулланыу даирәһен киңәйтеү, тине. Йылды уҙғарыу положениеһы менән таныштырҙы. “Бәйләнештә” социаль селтәрендә ра-
йон ҡоролтайының үҙ төркөмө асылыуын белдереп, унда инеп аралашырға, мәғлүмәт урынлаштырырға саҡырҙы. Был йыл тап телебеҙҙе яҡлау, һаҡлау, башҡорт телен үҫтереүгә арналған сараларға йүнәлтелергә тейеш. Фаил Һәҙиәт улы районда ай һайын башҡорт телендә уҙасаҡ саралар планы менән таныштырҙы. Йылға 14 декабрҙә - Башҡорт теле көнөндә йомғаҡ яһалыуын билдәләне.
Артабан Гүзәл Байдәүләтоваға һүҙ бирелеп, ул Башҡорт теле йылын уҙғарыу буйынса район хакимиәтендә хакимиәт башлығы Ф.Ф.Сыңғыҙов исеменән ҡарар ҡабул ителеүен һәм уға ярашлы, алға ҙур пландар ҡуйылыуын билдәләп үтте. Гүзәл Зөфәр ҡыҙы районда һәр ай һайын башҡорт телендә үтәсәк сараларҙың бер тематикаға арналыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ошо йыл сиктәрендә планда ҡаралған иң беренсе эштәрҙең береһе – ра-
йон үҙәгендә саф башҡорт телендә бик матур концерт, Йәштәр форумы үтеүен билдәләне. Район балалар баҡсаларында башҡорт төркөмдәре булдырыу мәсьәләһенә туҡталды.
Ҡоролтай призына милли көрәш бәйгеһен уҙғарыу уртаға һалып һөйләшелде, Г.Байдәүләтова районда милли көрәште үҫтереү, матди базаһын тулыландырыу мәсьәләһен һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Район башҡорттары ҡоролтайы ағзаһы – район Советы белгесе Самат Ғәлиуллин Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек мәсьәләһенә туҡталды.
- 2010 йылғы йәниҫәп йомғаҡтары буйынса Ғафури халҡының 49 проценты ғына башҡорт яҙылған. Борай ра-йонында халыҡтың 60 проценттан ашыуын, Тәтешлелә лә 70 процентҡа яҡынын башҡорттар тәшкил итә. Илештә лә башҡорттар һаны – 64%,- тине миҫалдар килтереп Самат Менәүәр улы һәм был тәңгәлдә беҙгә лә эшләргә кәрәклеген билдәләне. Ул шулай уҡ яҙғы баҫыу эштәре башланғанға тиклем Яңғыҙҡайын, Үтәк, Игенйылға ауылдарында Салауат Хәмиҙуллиндың Юрматы ырыуҙары тураһында китабының (автор ҡатнашлығында) презентацияһын үткәреү тәҡдимен дә еткерҙе.
Ғәлинур Зиннур улы Ҡалмырҙин үҙенең фекерҙәрен, тәҡдимдәрен еткерҙе. Ҡоролтай ҡарарына ярашлы, районға Аҡкүл ауылы яғынан ингән урында башҡортса алтаҡта урынлаштырыу буйынса күптәнге мәсьәләгә лә әйләнеп ҡайтты һәм Башҡорт теле йылында мотлаҡ ҡуйырға кәрәклеген белдерҙе.
Йыйылышта шулай уҡ башҡа мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Индира ИШКИНА.
Читайте нас в