-21 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
6 Март 2020, 14:20

Йырлап-бейеп, күңел асып ҡышты оҙаттылар Район үҙәгендә Масленица байрамы үтте

Красноусолда район хакимиәте бинаһы алдындағы майҙан байрам төҫө алған. Күңелле йыр-моңдар барыһын да үҙенә саҡырып тора. Масленица йәме булған ҡоймаҡтар һәм тәмлекәстәрҙән һығылып торған өҫтәлдәр теҙелеп киткән. Майҙан уртаһында Ҡыш ҡарасҡыһы урын алған. Ошо уҡ көндө ауыл хужалығы йәрминкәһе лә ойошторолдо, етештереүселәр үҙҙәренең продукцияһын халыҡҡа тәҡдим итте.

Сарала ҡатнашыусылар тәмле ҡоймаҡтарҙан ауыҙ итеп кенә ҡалманы, төрлө ҡыҙыҡлы конкурс-уйындарҙа ҡатнашып, күңел асты, концерт ҡараны һәм күмәкләшеп яндырылған Ҡыш ҡарасҡыһы янында ҡышты оҙатыу йолаһын башҡарҙы.
Байрамға төрлө конкурстар иғлан ителгәйне. Бер-бер артлы йырсылар, таҡмаҡсылар үҙ һәләттәрен күрһәтте. “Рус мунсаһы”нда миндек менән сабыныу, гер күтәреү кеүек бәйгеләрҙә көс һынашырға теләүселәр ҙә табылды. Герҙе 45 тапҡыр күтәргән Аҡкүл ауылынан Игорь Йәнешев еңеүсе булды. Китапхана хеҙмәткәрҙәре балалар араһында төрлө ҡыҙыҡлы ярыш-бәйгеләр ойошторҙо. Уларҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла үҙҙәренә тәғәйен бүләктәрен алып, ҙур ҡыуаныс кисерҙе.
Ниндәй Масленица байрамы “Иң шәп ҡоймаҡлы өҫтәл” конкурсынан башҡа үтһен инде? Район хакимиәте һәм мәҙәниәт белгестәренән торған баһалама ағзаларына иң-иңдәрҙе билдәләүе бик еңелдән булмағандыр. Ҡоймаҡлы өҫтәлдәрҙең һәр ҡайһыһы үҙенсәлекле биҙәлеше менән хайран ҡалдырҙы. Районыбыҙҙың төрлө ойошмаларынан, ауыл биләмәләренән аш-һыу оҫталары төрлө рәүешле, төрлө эслекле һәм ҡатнашмалы ҡоймаҡтарын тәҡдим итте, шулай уҡ башҡа төрлө ҡамыр ризыҡтары өҫтәлдәрҙе йәмләне. Һәр ваҡыттағыса, шәхси эшҡыуар “Фомин Н.Т.” мини-пекарняһының үҙенсәлекле биҙәлешле өҫтәле ҡунаҡтарҙы күп төрлө ҡоймаҡтары һәм башҡа тәмлекәстәре менән ҡаршы алды, ҡоймаҡтан торттар ҙа әҙерләгәндәр. Ризыҡ бешереү оҫталары асыҡ һауала ут өҫтөндә шундуҡ ҡоймаҡ ҡойоп, майлап, байрамда ҡатнашыусыларҙы һыйланы. “Иң шәп ҡоймаҡлы өҫтәл” конкурсында Гран-приҙы ла тап “ШЭ Фомин” ойошмаһы яуланы.
Еҙем-Ҡаран ауыл биләмәһе ҡатнашыусыларының күплеге, өҫтәлдәренең (30-лап төр ҡоймаҡ әҙерләгәндәр), үҙенсәлекле биҙәлеше, байрам рухын сағылдырып кейенеүҙәре менән айырылып торҙо. Конкурста 1-се урын еҙемҡарандарға бирелде.
Бик күп төрлө ҡоймаҡтар әҙерләп килтергән Ташлы ауыл биләмәһе – 2-се, Родина ауыл мәҙәниәт йорто менән үҙәк район китапханаһы 3-сө урынға лайыҡ булды. Еңеүселәргә Дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Бельский ауыл биләмәһе ҡоймаҡ оҫталарының өҫтәле бер нисә төр ҡоймаҡ һәм башҡа ҡамыр ризыҡтары менән биҙәлгән, итле эслекле ҡоймаҡ шешлектәре лә әҙерләгәндәр, ул бик тә үтемле булды. Красноусолдағы “Әкиәт” кафеһы (“ШЭ Ҡаҙаҡҡолова”), “Ағинәйҙәр” ойошмаһы, Үтәк, Яңғыҙҡайын, Бурлы, Толпар, Мораҡ, Антоновка, Аҡкүл һәм башҡа ауыл мәҙәниәт йорттары үҙҙәренең мул өҫтәлдәре янында халыҡты ихлас ҡаршыланы. Барыһы ла дәртләндереү приздары менән бүләкләнде.
Ҡыш ҡарасҡылары ла эшләп килтергәндәр. Улар араһындағы конкурс еңеүселәре булып родиналар танылды, ташлыларға – 2-се, аҡкүлдәргә 3-сө урын бирелде.
Район ҡатын-ҡыҙҙар советы Красноусол ауылының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән берлектә “Изгелек кәрзине” Хәйриә акцияһы ойошторҙо.
Байрамдың иң күңелле, мауыҡтырғыс йомғаҡлау өлөшө - ҡышты оҙатыу мәле. Ҡыш ҡарасҡыһы яндырып ебәрелеүгә сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла ҡулға-ҡул тотоношоп, уның тирәләй әйлән-бәйлән уйнап, ҡыш менән хушлашты.
И.ӘЛИБАЕВА.
Читайте нас в