-17 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Март 2020, 17:00

Беҙ бәхетле ерҙә һеҙ барҙа

Юлыҡ ауылында йәшәүсе иң күркәм ғаиләләрҙең береһе – ҡәҙерлеләребеҙ Рәшиҙә Әхмәтғәли ҡыҙы һәм Әсҡәт Мөхәмәтгәрәй улы Әбделмәновтар гәүһәр туйҙарын – иңгә-иң терәп 60 йыл татыу ғүмер итеүҙәрен билдәләй.60 йыл бергә!Һай, был ғүмер,Яҙғы ташҡынмы ни,Һиҙелмәй ҙә ҡалған ағышы...

Һиҙелгәндер... 60 йыл ғүмер һиҙелмәй үтмәҫ! Икеһенең дә бала сағы ауыр һуғыш йылдарына тура килеп, аслыҡты ла, яланғаслыҡты ла үткәргән улар.
Инәйебеҙ 1938 йылдың 5 июлендә тыуған. Ауыр яҙмыш уны 14 кенә йәшенән фермаға эшкә сығырға мәжбүр итә, быҙауҙар көтә ул. Бәләкәй генә ҡыҙсыҡтың 30-40-лаған баш быҙауҙы ҡыуып, ялан буйлап йүгереп йөрөүен күҙ алдына килтереүе лә ауыр һәм ҡыҙғаныс, хатта. Һуңынан һарыҡ фермаһында эшләүҙәр, йәйге селләлә сөгөлдөр утау, фермала һыйыр һауыу... Бөтәһенә лә ҡул көсө кәрәк. Әлбиттә, сабыр холоҡло инәйебеҙ бер ауырлыҡтан да ҡурҡмай, тырышып эшләй. Ә атайыбыҙ 1932 йылдың 1 октябрендә донъяға килгән. Ул да хеҙмәт юлын үҙебеҙҙең тыуған “Мағаш” колхозында башлай һәм ғүмер буйы уға тоғро хеҙмәт итә. Тракторсы ярҙамсыһы булһынмы, иген икһенме, бесән сапһынмы – бар эште лә намыҫ менән башҡара. Оҙаҡ йылдар келәт мөдире булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.
Ауыл тормошо, әлбиттә, еңел түгел. Тик улар һынмай-һығылмай, бер ҡасан да зарланыу белмәй, бер-береһенә терәк булып, һәр эштән йәм, тәм табып йәшәй беләләр. Ете бала – 4 ул һәм 3 ҡыҙҙың һәр береһенә матур тәрбиә биреп, үҫтереп, гөрләтеп туйҙар үткәреп, оло тормош юлына сығарҙылар. Бөгөн улар 16 ейән-ейәнсәргә олатай һәм өләсәй, 15 бүлә-бүләсәргә ҡартатай һәм ҡарт өләсәй ҙә!
Ғаиләлә күмәк бала тәрбиәләһәләр ҙә, ҡәҙерлеләребеҙҙең ишеге килгән һәр бер туғанға, һәр ауылдашҡа асыҡ, гөл-сәскәгә күмелгән йорттарынан бер ҡасан да кеше өҙөлмәй. Ял көндәренә ҡайтҡанда инәйебеҙ тәмле ҡоймаҡтарын ҡойоп ҡаршы ала, атайыбыҙ аҡыллы кәңәштәрен биреп, матур итеп оҙатып ҡалалар.
Аллаға шөкөр, беҙ бәхетле балалар, сөнки һеҙ яныбыҙҙа. Һеҙ булғанға тормошобоҙ йәмле. Күптән үҫеп, үҙебеҙ ҙә оло йәштә булыуыбыҙға ҡарамаҫтан, аҡыллы кәңәштәрегеҙгә, йыл һүҙҙәрегеҙгә һаман да мохтажбыҙ. Барыһы өсөн дә мең рәхмәт һеҙгә, атай һәм инәй!
Красноусолда йәшәүсе ҡыҙҙары Лира СОЛТАНБӘКОВА.
Читайте нас в